Баланы көсләп яҡшы уҡытып буламы?

Баланы көсләп яҡшы уҡытып буламы?

Белемгә ынтылышы булмаған бала бер ниҙә тырышлыҡ күрһәтмәй, илке-һалҡы йөрөүен артабан да дауам иткеһе килә. Был хәҙерге ата-әсәләр өсөн ғәҙәти күренеш. Ошо мәсьәлә буйынса йыш ҡына психологҡа ла мөрәжәғәт итергә мәжбүрҙәр. Үрҙәге проблема башлыса 12-13 йәшлек үҫмерҙәргә хас икән. Көн үҙәгендә – ата-әсәләрҙе борсоған берҙән-бер һорау: баланың күңелендә нисек уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға икән?

Кемделер көсләп бәхетле итергә тырышҡан һымаҡ, баланы яҡшы уҡырға өндәп булмай. Был мәсьәләгә икенсе күҙлектән бағырға кәрәк. Баланы яҡшы уҡыу теләгенә күндереүиң ышаныслы ысул.

Ҡалыпҡа һалынған стереотиптарҙан арынып тороу зарур. Мәҫәлән, баланы ҡәтғи күҙәтеү аҫтында тотоу, тигәнен. Был – уйҙырма. ошо ысулдан һуң ул үҙенең ҡырын эштәрен тағы ла нығыраҡ йәшерергә тырышыр. Нисек булһа ла, ата-әсә баланың ынтылышы, ирешергә теләге булмауының сәбәптәрен асыҡларға тейеш. Күп осраҡта был баланың йәшенә бәйле. 12-13 йәштәрҙә аң кимәле үҙгәрә, киңәйә башлай, ошо осорҙа үҫмер өсөн уҡыу түгел, башҡа ҡиммәттәр мөһимерәк . Ул үҙен башҡалар менән сағыштыра башлай, синыфташ дуҫтары уның турала ниндәй фекерҙә икәнлеген белгеһе, абруйлы булғыһы килә һәм башҡалар. Психикаһындағы үҙгәрештәр арҡаһында күңелендә төрлө фобияларҙың килеп сығыуы бар. Ул оялсанға әйләнә, бөтә класс алдында, йә таҡта янында яуап биреүе уның өсөн уңайһыҙ һәм ҡыйын була башлай. Әммә үҙеңде-үҙең иҫбатлау һәм күрһәтеү теләге көсәйә, быны тормошҡа ашырыу өсөн ул яңы мөмкинлек, башҡа юлдар табырға тырыша. Тап ошо мәлдә баланың компьютер уйындары менән мауығып, шикле компанияларға инеп китеүе ихтимал.

Ошо үҙгәрештәрҙе һиҙеп ҡалған ата-әсә, ғәҙәттә, балаға һабаҡ бирәм, тип тапалған ысулдар ҡуллана: берәр нәмәне сикләй, көс ҡуллана, йә бер туҡтауһыҙ аҡыл өйрәтә. Ошо ваҡытта ҡыйыуһыҙлыҡҡа килтергән бар нәмәнән ҡасырға теләгәнгә күрә лә, бала шундай насар әйберҙәргә ылыҡҡанын өлкәндәр аңлап етмәй. Ошондай хәлгә тарыған атай кеше йә әсәһе менән һөйләшкәндә, ғәҙәттә, улар менән бала араһындағы мөнәсәбәткә иғтибар биреүҙәрен кәңәш итәм. Ваҡытлыса тәнҡиттән баш тартып, үҙ-ара ярҙамсыл, иғтибарлы, йәнле мөғәмәлә булдырып аралаша башлауҙарын һорайым. Был беренсенән. Икенсе һәм иң мөһиме – баланы үҙенең уңышһыҙлыҡтарын кисерә белергә, уҡытыусыларҙың тәнҡитенә аҡыллы яуап ҡайтарырға өйрәтегеҙ. Уңышһыҙ мәлдәрҙең бер осорҙа йышайып китеүе үҫмерҙең эске ынтылышын үҙгәртеүе бар. Һөҙөмтәлә ул яңы әйбергә тотоноуҙан йә хата яһауҙан ҡурҡыр. Шунан һуң үҙенән үҙе төңөлгән бала, өмөтһөҙлөк һаҙлығына тағы ла нығыраҡ батмайым,тип, комфорт (уңайлылыҡ) мөхитенә ҡаса, сөнки уның уйлауыуынса, ул яҡта рәхәт, унда уға үҙгәреүҙең һәм нимәнелер үҙгәртергә маташыуҙың кәрәге юҡ һымаҡ. Был хәлдә ҡалған балаға иң мөһиме – уның күберәккә һәләтле икәнлегенә ишара яһау. Атай йәки әсәй кеше ғәзизенә кәрәкле мәлдә ым-хәрәкәте, урынлы һүҙ-кәңәше, ихлас мөнәсәбәте менән ышанысын, үҫмерҙең тауҙар аҡтарырҙай көскә эйә икәнлеген күрһәтә алһа, берәр көндө балаһы ла быға ышанып, яҡындарына шуны иҫбатлар өсөн, һис шикһеҙ, тырыша башлар.

ӘЛИӘСХӘБ МЫРҘАЕВ (ПСИХОЛОГ)

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...