Люля-кебаб

Люля-кебаб

650 г фарш

 2 һуған

 тоҙ, борос

 тәмләткестәр

 ләүәш (теләк буйынса)

 6-8 ағас таяҡса

 

Маринадланған һуған:

 1 һуған

 1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)

 

Әҙерләү:

  1. Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатығыҙ.
  2. Ағас таяҡсаларҙы 20-30 минутҡа һалҡын һыуға һалығыҙ.Шулай итһәң, улар бешергән ваҡытта ярылмай.
  3. Фарштан йомроҡастар яһағыҙ. Уртаһынан ағас таяҡсаны үткәрегеҙ ҙә, фаршты әүәләй-әүәләй, люля-кебаб формаһын бирегеҙ.
  4. Барыһын да пергамент ҡағыҙы түшәлгән формаға йә ләүәш өҫтөнә теҙеп сығығыҙ. 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә теүәл ярты сәғәт бешеререгеҙ.
  5. Люля-кебабты маринад-ланған һуған менән ашау хәйерлерәк. Бының өсөн 1 баш һуғанды ярымтүңәрәктәргә ки-ҫеп, ярты минут ҡайнар һыуҙа тотоп алығыҙ. Аҙаҡ һыуын түгеп, сама менән тоҙ, борос, аш һеркәһе ҡушып болғатығыҙ. 10-20 минут үткәс, һуғанды яҡшылап һығып алығыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...