Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.

 

Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған намаҙҙың сауабы етмеш тапҡырға күберәк» (ән-Нәсәи, Әхмәд). Мисүәктә ун яҡшы сифат бар: ауыҙ ҡыуышлығындағы насар еҫте бөтөрә, теш ҡаҙналарын нығыта, күреү һәләтен яҡшырта, лайланы кәметә, тештәрҙе дауалай, сөннәт ғәмәл, ашҡаҙанды дауалай, изге ғәмәлдәрҙең сауабын арттыра, фәрештәләр шатлана, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ризалығына илтеүсе ғәмәл һанала (ибне Ғәббәс). Тәһәрәт алыр, йоҡларға ятыр, намаҙ ҡылыр, Ҡөрьән уҡыр алдынан мисүәк ҡулланыу яҡшы. Хатта тештәре булмағандарға ла мисүәк ҡулланыу тәҡдим ителә. Теш ҡаҙналары нығый, тәнгә шифа.

Тештәргә зарар килтереүсе аҙыҡтарҙан һуң ауыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡатырға кәрәк. Бигерәк тә һөт, балыҡ, хильба, баклажан, киптерелмәгән финик, әсегән һөт аҙыҡтары һәм шәрбәт ашағандан һуң − мотлаҡ.

Бал тештәрҙе таҙарта. Уны ҡулланғандан һуң, тештәр ялтырап китә. Теш ҡаҙналары шешкәндә, алоэ ҡатыш бал, зәйтүн майы менән алма һеркәһе файҙалы.

 

(Мосолман календары, 2026 й.)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...