Иғтибарымды туплай алмайым

Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә?

А., Наро-Фоминск ҡалаһы

 

Дин белгесе яуабы

Ысынлап та, ҡайһы бер осраҡтарҙа кеше мөһим эштәрен ваҡытында башҡарып өлгөрмәй. Күбеһенсә, әһәмиәткә эйә булмаған мәшәҡәттәр менән даими рәүештә булыша башлай. Бының төрлө сәбәптәре булыуы ихтимал, ләкин был хәл кешенең үҙ тормошона етди ҡарамауында, уны бар иткән Аллаһу Тәғәлә алдындағы бурыстарын үтәргә онотоуында. Шуға ла Аллаһ уның эштәрен бәрәкәттән мәрхүм итә.

Шуның өсөн дә был тормоштоң ваҡытлы икәнен аңлау мөһим. Кеше үҙенең Раббыһы алдындағы бурыстарын да, тирә-яғындағы кешеләр алдындағы бурыстарын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш.

Күп кенә проблемалар ябай ғына дөрөҫ приоритеттарҙы булдырмауҙан тыуа. Ислам хоҡуҡ системаһында ғәмәлдәрҙең күпселеге аныҡ төрҙәргә бүленгән: фарыз, үәжип, сөннәт, мөстәхәб, мүбәх, мәкрүх һәм хәрәм. Был төшөнсәләр ғәмәлдең мотлаҡ, хупланған, нейтраль, шелтәләнгән йә тыйылған булыуын аңлата. Әммә ғәҙәттә тормошта был принциптар онотола һәм был дөрөҫ түгел.

 

Психолог яуабы

Көндө һөҙөмтәле итеп ойоштороу өсөн иң тәүҙә уны планлаштырырға өйрәнергә кәрәк. Бында көндәлек алып барыу бик файҙалы ысулдарҙың береһе. Унда киләсәктә була торған мөһим эштәрҙе ваҡыт буйынса билдәләргә була.

Әгәр ҙә кеше алдан төҙөлгән план буйынса көнөн үткәрһә, психологик яҡтан ул тәртипкә тиҙерәк һәм еңелерәк күнегәсәк.

Шулай уҡ ваҡыт нимәгә сарыф ителеүен асыҡлау мөһим. Бөгөнгө шарттарҙа ваҡытты иң күп алған әйберҙәрҙең береһе – кеҫә телефоны һәм ундағы социаль селтәрҙәр, уйындар.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, кеше үҙенең буш ваҡытының уртаса дүрттән бер өлөшөн файҙаһыҙ әйберҙәргә сарыф итә. Әгәр һеҙгә лә ул ғәҙәт хас икән, социаль селтәрҙәрҙә ултырыуҙы һәм маҡсатһыҙ аралашыуҙы сикләргә кәрәк.

Бер көн интернетҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Шул саҡта күпме ваҡыт бушаясаҡ икәнлеген һәм күпме эш башҡарып өлгөрөүегеҙҙе үҙегеҙ күрерһегеҙ. Төрлө ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ, аҙаҡ үҙегеҙ өсөн иң уңайлыһын табырһығыҙ.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне.Ы

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com. Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...