Иремде юғалттым

Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.

 

Р., Колпино ҡалаһы

 

Дин белгесе яуабы

Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә тарафынан билдәләнгән яҙмыш юлын үтә. Был – «тәҡдир» тип атала, һәм һәр иманлы кеше, быға ышанып, уны ҡабул итергә тейеш.

Фани донъяла кешеләрҙең яҙмыштары, Аллаһ хикмәте менән, бер-береһенә үрелеп бара, йөрәктәрҙә тәрән бәйләнеш тыу-ҙыра. Әммә был донъя ваҡытлыса, ундағы мөнәсәбәттәр ҙә ҡасандыр барыбер өҙөлөргә мәжбүр. Шулай булған, шулай бара һәм артабан да Ҡиәмәт көнөнә тиклем шулай буласаҡ. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Һәр йән үлемде татыр», – тип әйтә («Әл-Әнбиә», 35-се аят).

Үлем – ҡайғыға батырлыҡ ахыр түгел, ә Раббыбыҙға, һөйгәндәребеҙгә һәм мөьминдәр өсөн әҙерләнгән яҡшыраҡ тормошҡа ҡайтыу.

Ҡөрьәндә шулай уҡ (мәғәнәһе): «Ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек килер», – тип әйтелә («Әш-Шәрх» сүрәһе, 5-се аят). Кеше башына төшкән ҡайғы Раббыбыҙҙың рәхмәтенән өҫтөн була алмай. Шуға күрә мөьмин кеше ошо рәхмәт нурына таянып йәшәргә, шайтандың өмөтһөҙлөккә төшөрөүсе вәсүәсәләренә бирешмәҫкә тейеш.

Юғалтыу ҡайғыһын кисереү, күҙ йәштәре, йөрәкте өтөп алған һағыш – һәр кем өсөн тәбиғи хәл. Булған ваҡиғаны аңлап ҡабул итеү өсөн, яңы ысынбарлыҡҡа өйрәнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Был, әлбиттә, иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Кеше ҡайһы саҡта «Ни өсөн? Нимә өсөн?» тигән әрнеүле һорауҙар менән үҙен йонсота һәм, түҙмәй, асыулана башлай. Әммә Раббыбыҙҙың бөйөклөгөн аңлау, Уға таяныу ғына йөрәктәргә тыныслыҡ бирә. Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): «Иман килтергәндәрҙең йөрәктәре Аллаһты иҫкә алыу менән тыныслана. Ысынлап та, йөрәктәр Аллаһты иҫкә алыу менән генә тыныслыҡ таба» («Әр-Рағд» сүрәһе, 28-се аят).

Аллаһ илсеһе беҙгә Раббыбыҙҙың вәғәзәһен еткерә: «Әгәр Мин Үҙемдең мөьмин ҡоломдоң яратҡан кешеһен алһам, ә ул, был юғалтыуға сабырлыҡ күрһәтеп, Аллаһтан әжер өмөт итһә, уға Минән башҡа бүләк – Йәннәт кенә булыр». Шулай итеп, Рәхимле Раббыбыҙ, ҡолдарының хистәрен аңлап, Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Ҡурҡмағыҙ, Мин һеҙҙең менән. Мин ишетәм һәм күрәм», – тип әйтә («Та Һа» сүрәһе, 46-сы аят).

 

Психолог яуабы

Яҡын кешене юғалтыу – һәр ваҡыт ауыр ҡайғы. Һеҙгә, был һағышлы осорҙо тиҙерәк үткәреп, яңынан тулы тормошҡа ҡайтыр өсөн, көс табыуығыҙҙы ихлас теләйем.

Күптәр был хәлдә үҙҙәрен ғәйепләй: «Ҡайҙалыр уны күҙ уңынан ысҡындырҙым», – тип уйлай. Әммә күпме генә кеше үҙен ғазаплаһа ла, булған ваҡиғаны үҙгәртеп булмай. Ундай уйҙар тик зыян ғына килтерә.

Был ваҡиғаға тормош иптәшегеҙ күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Ул һеҙҙе ниндәй хәлдә күрергә теләр ине? Әгәр һеҙгә, уны тағы ла бер мәл осратып: «Һинһеҙ нисек йәшәргә?» – тигән һорауҙы биреү мөмкинлеге булһа, ул нимә тип яуап бирер ине икән? Ысынлап та, хәләл ефетегеҙ һеҙҙең ғүмерегеҙҙең ҡалған өлө-шөн өҙлөкһөҙ ҡайғыла үтеүен теләр инеме? Көндәлек бәләкәй шатлыҡтарға ҡыуаныуығыҙ өсөн ул үпкәләр инеме?

Бәлки, һеҙҙең балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрегеҙ барҙыр. Улар һеҙҙең иғтибарға, йылмайыуығыҙға лайыҡ түгелме? Яҡындарығыҙҙың да бит һеҙҙең йылы һүҙегеҙгә, хәстәрлегегеҙгә хоҡуҡтары бар.

Ҡайһы берҙә кеше, юғалтыуҙан һуң шатлыҡ тойһа, үҙен ғәйепле тоя. «Ҡайғыны оноттом, хыянат итәм», – тигән уйҙар килеүе мөмкин. Әммә был бары тик беҙҙең эске ҡабул итеүебеҙ. Тирә-яҡтағылар: «Ирен юғалтты ла, бер ни булмағандай йәшәй», – тип уйлаһа ла, был уларҙың ҡарашы ғына. Улар һеҙҙең ниндәй ауырлыҡ аша үтеүегеҙҙе, тормошҡа кире ҡайтыу өсөн күпме көс һалғанығыҙҙы белмәй.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе. Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...