Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр халыҡ телендә, боронғолар, ата-бабалар, бабайҙар, аҡһаҡалдар, олатай-өләсәйҙәр һүҙе, тип йөрөтөлһә лә, күбеһенең нигеҙе Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән алынған йәки уларға ауаздаш.

 

Мәҡәлдәрҙә дидактика (өгөт) элементтары, нәсихәт, кәңәш биреү мотивтары төп урында тора. Мәҡәл-әйтем бәхәсһеҙ хәҡиҡәт рәүешендә әйтелгән, фекерҙе нығытыу һәм ҡеүәтләү өсөн килтерелгән. Уларҙың күбеһе ысынбарлыҡты, тирә-йүнде борон-борондан күҙәтә, өйрәнә килеү һөҙөмтәһендә тыуған һығымта, дөйөмләштерелгән фекер рәүешендә әйтелә. Улар заман һынауын үткән, иҫбатланған, бәхәсһеҙ дөрөҫлөктө сағылдыра. Күп кенә мәҡәл-әйтемдәрҙә фекер теләк рәүешендә лә бирелергә мөмкин.

Аллаһу Тәғәлә Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклекте – әҙәм балаларын, йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе ике енесле1 итеп яратҡан, уларҙың араһына Үҙ рәхмәте менән һөйөү һалған, ә ҙур булған мөхәббәттән яңы нәҫел, быуын барлыҡҡа килә, тимәк, тереклек һүнмәй, дауам итә. Аллаһу Тәғәлә ир-егеттәрҙе ғәйрәтлерәк, таһыллыраҡ, мал табыусы, ә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ, нәзәкәтле, йорт усағын йылытыусы итеп бар иткән. Гүзәл заттың донъяуи бурысы ла нескә, әммә бик мөһим – балаларға күркәм тәрбиә биреү, күңелдәренә иман, әҙәп-әхлаҡ, белемгә ынтылыш кеүек сифаттарҙы һалыу. Түбәндәге аҫыл һүҙ өлгөләре ошо хаҡта әйтә лә инде. «Иреңә һин терәк бул, яман эштән йыраҡ бул» тигән мәҡәл, Ислам дине шәриғәтенә ярашлы ата-бабаларыбыҙҙан күсә килеп, һуңғы быуатта үҙенең актуаллеген юғалтҡан, хатта бөтөнләй кирегә әйләнгәнен күрәбеҙ. Сөнки күп ҡатын-ҡыҙ, ғаиләһендә иренә терәк булып түгел, ә баш булып йәшәргә ынтыла. Күпселек халыҡтарҙа ир – ғаилә башлығы тип ҡабул ителә, ә ҡатын иренә буйһонорға тейешле, тип һаналһа ла, ҡатын кеше ире тарафынан кәмһетелеп йәшәргә тейеш түгел. Кәмһетелеп йәшәгән ҡатын балаларына тейешенсә тәрбиә бирә алмай. Ир-атҡа Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ үҙенең һуңғы хөтбәһендә бик асыҡ рәүештә: «Ҡатындарығыҙға яҡшы мөғәмәлә итегеҙ, уларға ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ», − тигән.

Шулай уҡ ир кеше ҡатынын кешеләр алдында ғына түгел, ә өйөндә, балалары алдында ла хөрмәтләргә тейешле. «Ҡатыныңды хөрмәтлә, теҙгенен ҡулға көрмәклә», ти мәҡәл. «Ҡатын ямау түгел, һүтеп ташлап булмай» – ир кешенең ҡатынын, балаларының әсәһен нисек бар, шулай ҡабул итергә тейешлеге тураһындағы халыҡтың был мәҡәле, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ «Ҡатын-ҡыҙ кәкре ҡабырғанан яратылған. Шуға күрә улар менән бик һаҡ, яҡшы мөғәмәлә итегеҙ, төҙәтәм тип һындырып ҡуйыуығыҙ бар»2, тигән хәҙисенә тап килә. «Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була», «Татыу ғаилә – ил күрке» тигән мәҡәлдәр ҙә, ир менән ҡатындың тыныс, татыу, бер һүҙле булыуы – ныҡлы ғаиләнең нигеҙенә ишара.

Бәхәс тыуҙырған икенсе мәсьәлә – йорт эштәрен бүлешә алмау. Был бәхәс тураһында «Ҡатын – өйҙә, ир – тышта булыр» йәки «Ирҙәр мал таба, ҡатындар ҡапсыҡ тегә», ти халыҡ мәҡәле. Ҡатын кешенең иң тәүге бурысы – әсә булыуҙыр: «Ҡатынды яҡшы күрһәткән – алдындағы балаһы, һыйырҙы яҡшы күрһәткән – артындағы танаһы». Шулай уҡ аш-һыу әҙерләү, балаға тәрбиә биреү ҡатындың вазифаһы: «Ҡатын кеше ҡамыр менән ҡартая, бала менән һарғая», тигән ололар. Кешегә 7 йәки 70 йәш булһа ла, ата ла, әсә лә кәрәк, ти халыҡ. «Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек», йәғни, ата-әсә янына, йылылыҡ бөркөлгән, ҡояш йылытҡан ергә әҙәм балалары ғына түгел, үҫемлектәр ҙә тартыла, тигән халыҡ аҡылы.

Ниндәй генә тормош проблемалары, мәшәҡәттәре килеп сыкһа ла, балалар хаҡына ғаиләне һаҡлау зарури, ти мәҡәл. «Атайлы бала арҡалы», «Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, әсәйһеҙҙән ҡыҙ алма». Атай кеше абруйын балалары хаҡына һаҡларға тейеш: «Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә».

Күп халыҡ мәҡәлдәре баланы нисек тәрбиәләү отошло булыуын да өйрәтә. Мәҫәлән, «Ботаҡ йәш сағында ғына бөгөлә, һуңлаһаң, һындырып ҡуйырһың», «Ата-әсәңде хөрмәтләһәң, үҙ улыңдан хөрмәт табырһың», «Бала үҫтерһәң, буйын ғына үҫтермә, аҡылын да үҫтер», «Көнбағыш ҡояшҡа ҡарап, бала әсәгә оҡшап үҫә», «Ағас тамырына ҡарап үҫә», «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», «Бала тыйһаң, баштан тый». «Бала ҡарыныңда саҡта – эсеңә ауыр, өйҙә саҡта – башыңа ауыр, ситкә китһә – йәнеңә ауыр», «Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер», «Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу», «Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс». Был фәһемле, тапҡыр мәҡәлдәр ҙә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәренә тап килә.

Шуға күрә, ата-әсә, йәшлегенән алда ҡартлығын уйлап, өлкәнәйгән көндәрендә балаларынан тик һөйөнөс, шатлыҡ ҡына күреп йәшәүҙәрен теләһә, бер генә юл – балаларын иманлы, күркәм әхлаҡле итеп тәрбиәләһендәр, ти хикмәтле халыҡ мәҡәл-әйтемдәре.

_______________________________________

1 «Лоҡман» сүрәһе, 10.

2 Әл-Бохари; Мөслим; әт-Тирмиҙи.

 

Әминә Ноғоманова,

Сибай ҡалаһы

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...