Иманлы силсәүит

Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар инем инде.

 

Бигерәк тә уның яулыҡлы булыуы, ҡылған ғәмәлдәренең иманлы булыуы иғтибарымды йәлеп итте. Тынғыһыҙ, талапсан етәксе булыуы ла күренеп тора.

Ҡул аҫтындағы Ҡашҡар, Исҡужа, Мәҡсүт, Ишбулды ауылдары төҙөклөгө, йыйнаҡлығы менән айырылып тора. «Беҙҙә ирҙәр шул тиклем шәп бит. Әүҙемдәр. Ауылды һыу менән тәьмин итеү булһынмы, Иман йортон төҙөкләндереү булһынмы, бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар», – ти Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы.

Мин быға ныҡ ышанам, сөнки йылайырҙарҙың социаль селтәрҙәрҙе яулаған видеояҙмаларынан ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ап-аруҡ йәштәге ирҙәрҙең дә дер һелкетеп сәхнәлә бейеп йөрөгәндәрен күреп хайран ҡалғайным. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ, күптән ситтә йәшәгәндәре лә ауыл менән бәйләнеште өҙмәй, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итеп тора икән.

«Ауылдарҙағы халыҡ хәҙер байрам табындарын араҡыһыҙ уҙғарыуҙы өҫтөн күрә. Иҫерткес эсемлектәрҙе кибеттәрҙә һатыу ҙа тыйылды. Бер мәл мәҙәниәт йортона йәштәр араһында билдәле ди-джей аҙна һайын килеп дискотека ойоштора башланы бит. Популяр булғас, йәштәр уның сараларына дәррәү йөрөй. «Бик мәслихәт!» – тиер инең дә, ул үҙе менән һатыуға һыра, араҡы кеүек нәмәләр алып килә булып сыҡты. Белеп ҡалғас, клубта бындай саралар үткәреүҙе тыйҙыҡ. Туҡтаны, тип уйлайһығыҙмы? Ул йәштәрҙе урмандағы аҡланға йыя башлаған. Унда ла барып еттек. Үлән өҫтөндә йәш ҡыҙ баланың бәләкәй генә күкрәксәһен күргәс, йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Эргәмдә ошо ауылға ҡайтып йөрөгән юридик белеме булған ир-уҙамандар булмаһа, мин был бысраҡлыҡты нисек туҡтатыр инем?!» – ти биләмә башлығы.

Ә бит Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе ойошторған һәр байрам – яҡтылыҡҡа, иманға, тыуған яҡты һөйөүгә, әҙәпкә өндәй. Уҙған йәй үткәрелгән «Бесән туйы» байрамын ғына алайыҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ул былай тип әйткәйне: «Бесән туйы тип аталған сарабыҙҙың асылы нимәлә? Аллаһу Тәғәлә беҙҙең халыҡты ошо ерҙәрҙә йәшәткәс, беҙ уны ҡурсалап, яратып йәшәргә тейешбеҙ. Беҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ ер-әсәбеҙгә. Тыуған еребеҙҙе ҡәҙерләп өйрәнәйек. Һаҡлайыҡ. Һәр беребеҙҙән башлана тыуған ерҙе һөйөү. Мәҫәлән, һинән һәм минән. Йорт эргәңдәге ҡыйҙы сабыу, урамыңды яратыу, күршеңде ихтирам итеү, ауыл-ауыл бер-беребеҙҙе ихтирам итеү ошо бәләкәй генә әйберҙәр – беҙҙең дуҫ йәшәүебеҙҙең нигеҙе».

Тыуған яғының тәбиғәте, ҡаҙылма байлыҡтары, ауылдарҙың көнкүреше өсөн генә түгел, һәр кешенең яҙмышы өсөн дә яуаплылыҡ тоя етәксе. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә миһырбанлы. Ваҡытында ихлас рәхмәтен әйтеп, хеҙмәт кешеһенең күңелен дә күтәрә белә.

Урман янһа, башҡалар менән бер рәттән янғын һүндергән, өмә ойоштороп, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған, киң ҡоласлы йөкмәткеле саралар ойошторған Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙына ҡарайым да тағы бер һоҡланып ҡуям. Ҡарап торғанда, ҡаҡса ғына кәүҙәле был мөслимәгә ҡайҙан килә икән шул тиклем ныҡлыҡ?

Әлбиттә, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтенәндер! Ни тиклем төплө аҡыллы булмаһын, етәксе булыу, бигерәк тә бөгөнгө заманда, һис кенә лә еңел түгел икәнен беләм.

– Был эштән китергә теләгең булманымы?

– Булды, әлбиттә. Бер мәл район хужаһына инеп: «Мине эштән ебәрегеҙ, мин хәҙер яулыҡ ябынып йөрөйөм», – тинем. «Яулыҡ һеҙгә бик килешә икән, Зөһрә Рәфҡәтовна», – тип сығарҙы ла ебәрҙе.

Дөрөҫ эшләгән! Ҡайҙа бар әле тағы шундай етәксе?! Иманлы силсәүит!

 

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...