ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ауырлы ҡатынға өйләнергә яраймы?

Әгәр ҙә ҡатын быға тиклем кейәүҙә булған, һәм ул иренән ауырға ҡалған икән, ул, бала тыумайынса, бер нисек тә кейәүгә сыға алмай. Әгәр ҙә ул ире булып һаналмаған кешенән (йәғни зинанан) ауырға ҡалһа, бындай бәйләнештән һуң ғиддә, йәғни өс күрем циклы (өс ай) дауамында була торған ваҡыт мөҙҙәте үтеүен, баланың донъяға килеүен көтөргә кәрәкмәй. Әммә был осраҡта бала тапҡансы был ҡатын менән енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла. Әгәр ҙә ҡатын, кейәүгә сығырға теләгән кешеһе менән зина ҡылып, ауырға ҡалһа, был осраҡта никах уҡытҡандан һуң яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. («Хәшийәтү Ибне Әбидин»)

 

Ағайым махсус хәрби операция барышында, хәрби бурысын үтәгәндә, һәләк булды, һәм мин уның ҡәбере өҫтөндә мавзолей һымаҡ бина ҡуйырға теләйем. Был дин ҡанундарына ҡаршы килмәйме?

Ҡәбер өҫтөнә матурлыҡ өсөн ҡоролма яһап ҡуйыу хәрәм һанала. Ҡәберҙе нығытыу өсөн нимәлер төҙөү ҙә мәкруһ (хәрәмгә яҡын ғәмәл). Мәрхүмдең ҡайҙа ятҡанын онотмаҫ өсөн ҡәбер ташын ҡуйыу рөхсәт ителә. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Ғөсөл тәһәрәте алыуҙың фарыздарын иҫкә төшөрөп китһәгеҙ ине.

Ғөсөл ҡойоноуҙың фарыздары:

  1. Сәстәрҙең һәр бөртөгөнә һыу тейҙереп, энә осо ҡәҙәр ҡоро ер ҡалдырмай, бөтә тән яҡшылап йыуылырға тейеш.
  2. Ауыҙ, танау эсен сайҡау. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Минең ҡулыма гипс һалдылар. Зинһар, кәңәш бирегеҙ: хәҙер инде миңә нисек тәһәрәт алырға?

Тәһәрәт өсөн тейешле бөтә ағзаларығыҙҙы йыуаһығыҙ ҙа гипсланған ҡулығыҙға мәсех ҡылаһығыҙ, йәғни гипс өҫтөн еүеш ҡул менән һыпыраһығыҙ. Шуға өҫтәп тәйәммүмдең, тупраҡҡа ҡағылған ҡул менән һыпырыуҙың, кәрәге юҡ. Гипс һалынған йә бинт менән уралған урынға тейергә табиптар рөхсәт итмәһә, мәсех ҡылынмай. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Эт мороно менән кейемемә ҡағылһа, нишләргә тейешмен?

Ҡоро мороно менән ҡағылһа, йыуырға кәрәкмәй. Эт үҙе нәжес (бысраҡ) хайуан түгел, шайығы ғына нәжес һанала, уны һыу менән йыуып төшөрөү ҙә етә. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Ураҙа ваҡытында кеше, онотолоп, бармағын һурып, ҡан йотһа, ураҙаһы боҙоламы?

Онотоу, зиһен тарҡаулығы арҡаһында ашҡаҙанға эләккән ҡан ураҙаны боҙмай. Әммә ураҙаһы иҫкә төшөү менән, ауыҙындағы ҡан ҡатыш шыйыҡсаны төкөрөргә тейеш. Иҫенә төшөү менән төкөрмәһә, ураҙа боҙола. («Фикһу Мүйәссәр»)

 

 

Намаҙ уҡымаған, яулыҡ ябынмаған, башҡа төрлө дини бурыстарҙы үтәмәгән кешенең ураҙаһы ҡабул ителәме?

Һәр ғибәҙәте өсөн кеше айырым яуап бирәсәк. Намаҙ йә башҡа ғибәҙәт ҡылмау Рамаҙан айындағы ураҙанан баш тартыу өсөн сәбәп түгел. Әгәр ураҙаның бөтә шарттарын дөрөҫ үтәһәгеҙ, был ғибәҙәтегеҙҙе Аллаһу Тәғәлә киң Рәхмәте менән ҡабул итер. Әммә намаҙҙың һәм башҡа ғибәҙәттең мотлаҡ үтәлергә тейешлеген инҡар итмәҫкә һәм мөмкин тиклем уларҙы тиҙерәк үтәй башларға кәрәк. («Хәшийәтү Тәһтәүи»)

 

 

Бер хеҙмәттәшем күп итеп мандарин һатып алған һәм уны ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып ебәреү теләген әйтеп һалды миңә бөгөн. Шунда мин унан: «Әгәр ҙә мин һиңә ун мең тәңкә биреп торһам, уны ун ике мең итеп ҡайтара алырһыңмы?» – тип һораным. Коллегам минән аҡса һорамаһа ла, шундай тәҡдим яһаным. Ул ризалашты һәм бурысын 15 декабрҙә ҡайтарырға вәғәҙә бирҙе. Миңә ун мең урынына ун ике мең ҡайтарһа, был дөрөҫ буламы, әллә артыҡ аҡса алмаҫҡамы икән?

Эшҡыуарлыҡҡа аҡса биреп тороу динебеҙ буйынса рөхсәт ителә. Әммә килемдең билдәле күләмен һорарға ярамай, юғиһә, был ҙур гонаһтарҙың береһе – риба булып һаналыр. Үтескә аҡса биреп торғанда уҡ, дуҫығыҙға ҡайһы ваҡытта ҡайтарыу, шулай уҡ килемде бүлешеү тураһында һөйләшеп ҡуйығыҙ.

 

 

Зинһар, кәңәш бирегеҙ. Әсәйем үлгәндән һуң, ҡалған аҡсаны ағай, эне һәм бер апай араһында нисек дөрөҫ итеп бүлешергә икән. Улар бер туған. Шулай уҡ әсәйемдең бәлиғ йәшенә еткән ейәнсәре бар. Әсәйем васыятнамә яҙып ҡалдырманы.

Әгәр ҡатын үлеп, уның ире, ике улы, бер ҡыҙы һәм ейәнсәре ҡалһа, мөлкәттең ¼ өлөшө иренә була. Ҡалған өлөшө балалары араһында бүленә: ҡыҙына ҡарағанда улдарының һәр береһенә ике тапҡырға күберәк аҡса бирелергә тейеш. Ейәнсәре мираҫ бүлешеүҙә ҡатнашмай. Был осраҡта мөлкәт егерме өлөшкә бүленә. Иренә – биш өлөш, ике улына – 12 (һәр береһенә–6-ар), ҡыҙына – 3 өлөш. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: мираҫты бүлешер алдынан мәрхүмәнең мөлкәтенән уның бурысын түләргә кәрәк. («Әл-Лүбәб»)

 

 

Һыу булмаһа, нәжесте (бысраҡты) башҡа шыйыҡсалар менән таҙартып буламы?

Нәжесте һыуҙан башҡа таҙа шыйыҡсалар менән таҙартырға рөхсәт ителә. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Мәйетте ерләгәндән һуң икенсе урынға күсерергә яраймы?

Ерләнгән урындың башҡа кемдеңдер мөлкәте булып торған осраҡтан тыш, мәрхүмде икенсе урынға күсереү тыйыла. Һәм быға ғалимдарҙың бер тауыштан сығарған ҡарары (ижмәһе) бар. («Мәрәки әл-Фәләһ»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...