Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң Аллаһ Рәсүленә ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.

 

Һәм Пәйғәмбәр ﷺ 619 йылдың шәүүәл (июнь) айында Зәйд ибне Харис оҙатыуында юлға сыға. Ул Таифҡа тиклем йәйәү бара. Юлда осраған һәр бер кешене ул исламға өндәй.

Таифта Хәбибуллаһ ﷺ (Аллаһтың Һөйөклөһө) Бану Ҫәҡиф ҡәбиләһенең етәкселәре менән осраша һәм уларҙы исламға саҡыра. Ләкин тегеләр Пәйғәмбәр ﷺ менән һауалы һөйләшә. «Аллаһ һинән дә арыуыраҡ кеше тапманымы икән ни?» − ти берәүһе. Икенсеһе өҫтәй: «Әгәр һин ысынлап та Аллаһтың Илсеһе икәнһең, һинең дәрәжәң үтә ҙур, һәм үҙемде һиңә яуап бирергә лайыҡмын, тип уйламайым. Ә инде, әгәр һин Аллаһҡа яла яғаһың икән, ул сағында мин һиңә яуап бирергә тейеш түгелмен...»

Аллаһ Рәсүле ﷺ Таифта ун көн була. Ләкин таифтар ислам ҡабул итергә теләмәү генә түгел, улар үҙҙәренең әҙәпһеҙ, тупаҫ ҡылыҡтары менән Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ кәмһетә, һәм, үҙҙәренең ҡолдарын, аҡылы зәғифтәрҙе уға ҡаршы һөсләтеп, уны ҡаланан ҡыуып сығара. Улар, Аллаһ Рәсүле ﷺ Таифтан сығып барғанда, юлдың ике яғында тороп, уға таш бәрәләр. Пәйғәмбәрҙең ﷺ аяғын яралайҙар, аяҡтары ҡанап, сандалийы ҡып-ҡыҙыл була. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ осҡан таштарҙан ышыҡлап йөрөгән Зәйдтең дә башы яралана. Таифтың ахмаҡ бәндәләре, таш бәрә-бәрә, улар артынан оҙаҡ эйәреп бара. Пәйғәмбәр ﷺ, Таифтан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡтағы баҡса янына килеп еткәс, хәле бөтөп, йөҙөм ҡыуағы күләгәһенә килеп ултыра.

Бер аҙ хәл алғас, Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә: «Йә Аллаһ! Мин Һиңә тәнемдә етерлек көс булмауға, кешеләр араһында үҙемдең кәмһетеүле хәлемә һәм көсһөҙлөгөмә зарланам. Йә рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе, көсһөҙ ҡолдарыңдың һәм минең Раббым! Мине кемгә ышанып тапшыраһың? Мине күреү менән йөҙө ҡарайған, минән йыраҡ торған кешегәме әллә минең дошманымамы? Әгәр Һин миңә асыуланаһың икән − мин быға риза. Ләкин, әгәр Һин мине ошоларҙан азат итһәң, миңә еңелерәк булыр. Мин Һинең яҡлауыңа − ҡараңғылыҡты тарата һәм ике донъя тормошон тәртипкә килтерә торған яҡлауыңа − һыйынам. Йә Аллам, Һинән башҡа бер кемдә лә көс тә, ҡеүәт тә юҡ (Ләә хәүлә үә лә ҡеүүәтә иллә билләһ!)!»

Пәйғәмбәрҙе ﷺ ошондай хәлдә күреп, баҡса хужалары уны йәлләй һәм Аддас исемле иреккә ебәрелгән ҡолдо, йөҙөм тәлгәше тоттороп, Мөхәммәд ﷺ янына ебәрәләр. Рәсүлуллаһ ﷺ «Бисмилләһ» («Аллаһ исеме менән») һүҙе менән ашай башлай. Аддас ғәжәпләнеп: «Был ҡаланың кешеләре ундай һүҙҙәрҙе әйтмәй», − ти. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һин ҡайҙанһың, ниндәй динде тотаһың?» − тип һорай. Аддас Ниневиянан килеүен, христиан булыуын әйтә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һин Мутта улы Юныс пәйғәмбәрҙең ҡалаһынан икәнһең дә», − тигәс, Аддас бик аптырай: «Һин Юныс ибне Муттаны ҡайҙан беләһең?» − ти. Был һорауға Хәбибуллаһ ﷺ: «Юныс ﷺ минең туғаным (дин ҡәрҙәшем), ул пәйғәмбәр була, мин дә − пәйғәмбәр», − тип яуаплай. Һәм Аллаһ Рәсүле уға Ҡөрьәндән Юныс пәйғәмбәр хаҡында әйтелгән аяттарҙы уҡый башлай. Аддас Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡулдарын һәм яралы аяҡтарын үбә һәм шунда уҡ ислам ҡабул итә.

Быны күреп, баҡса хужаларының береһе икенсеһенә: «Был кеше беҙҙең ҡолобоҙҙоң башын әйләндерҙе ахыры», − ти. Аддас килгәс: «Ул кеше кем ул? Һиңә нимә тине?» − тип һорайҙар. Аддас ихлас яуап бирә: «Эй хужам, ер йөҙөндә ул кешенән дә яҡшыраҡ кеше юҡ. Ул миңә пәйғәмбәрҙәр генә белә торған һүҙҙәрҙе һөйләне!» «Башыңа − бәлә! − тип ҡысҡыра уға хужа. − Әллә ул һине үҙ динеңдән ваз кистерҙеме? Һинең динең уныҡынан яҡшыраҡ!»

Әрнеп, яраланған йөрәк менән, ҡайғылы хәлдә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Таифтан Мәккәгә табан йүнәлә. Аллаһ уға Ябраилды һәм уның менән бергә тауҙар фәрештәһен ебәрә. Ябраил уға: «Һиңә был кешеләрҙең нимә әйткәнен Аллаһ белә. Һәм Ул һиңә, нимә теләйһең, шуны үтәһен өсөн, тауҙар фәрештәһен ебәрҙе», − ти. Сәләм биргәс, тауҙар фәрештәһе Пәйғәмбәргә ﷺ мөрәжәғәт итә: «Эй Мөхәммәд, нимә теләйһең, шуны ҡуш. Әгәр теләһәң, улар өҫтөнә ике тауҙы ауҙарып, барыһын да юҡ итәм». Әммә Пәйғәмбәр ﷺ ҡаршы килә: «Мин, Ғаләмдәр Раббыһы уларҙың тоҡомон Аллаһтан башҡа бер затҡа ла табынмай торған халыҡ итер, тип өмөтләнәм», − ти. Аллаһ Хәбибенең ﷺ ошо яуабында уның миһырбанлығы, кешеләрҙе йәлләүе һәм уның Ҡөрьәндә бер нисә ҡабат әйтелгән юғары әҙәбе сағыла. Рухы күтәрелеп, Аллаһу Тәғәләгә ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп, Пәйғәмбәр ﷺ юлын дауам итә. Нәхл үҙәненә еткәс, туҡтап, ошо урында бер нисә көнгә ҡала.

Иртәнге намаҙ ваҡытында, Рәсүлуллаһ ﷺ Ҡөрьән аяттарын уҡығанда, ошо урында йәшәгән ҡайһы бер ендәр, Пәйғәмбәр ﷺ янына килеп, уны тыңлай башлай. Ул уҡыған һүҙҙәрҙең матурлығына һәм камиллығына таң ҡалып, улар ислам ҡабул итә. Шунан һуң Пәйғәмбәргә ﷺ ендәр тураһында Изге Ҡөрьән аяттары төшөрөлә.

Аллаһҡа тағы ла үҙенең хәлен еңеләйтеүен һорап доға ҡылғас, Мөхәммәд ﷺ Мәккәгә табан юл тота. Уны оҙатып йөрөүсе Зәйд ибне Харис: «Нисек һин Мәккәгә бараһың − һине бит унан ҡыуып ебәрҙеләр?» − тип һорай. Пәйғәмбәр ﷺ тыныс ҡына яуап бирә: «Эй Зәйд, ысынбарлыҡта, Аллаһ, Үҙенең Пәйғәмбәре ﷺ еңһен өсөн, еңеллек бирә һәм ярҙам итә!» Ләкин Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәгә шунда уҡ инмәй, ә Хира тауындағы мәмерйәгә йүнәлә.

Бер аҙ ваҡыттан һуң Пәйғәмбәрҙе ﷺ ҡорайыш Мутғим ибне Ғәди үҙенең яҡлауы аҫтына ала. Мутғим һәм уның улдары оҙатыуында, Хәбибуллаһ ﷺ Мәккәгә инә һәм туп-тура Ҡәғбәгә йүнәлә. Унда ике рәҡәғәт намаҙ уҡығандан һуң, өйөнә ҡайтып китә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...