Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

 

Һорауым йома һәм байрам намаҙҙары буйынса. Төрлө ерҙә төрлөсә яуап ҡайтарҙылар, шуға күрә, һеҙҙең фекерегеҙ мөһим. Минең хәлем ауыр, йыш ҡына үҙгәреүсән, көсөм бик әҙ, ни менәндер шөғөлләнеүе лә ҡыйын. Ауырыу кешегә мәсеткә барыу фарызмы икән?

Йома намаҙына барыуҙың төп шарты бу-йынса мосолман һау булырға тейеш. Әгәр ҙә ул сирләһә, уға йома менән байрам намаҙҙарына барыу мотлаҡ түгел. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисенә ярашлы, йома көнө – байрам көндәренә ҡарағанда ла (Ҡорбан, Ураҙа байрамдары) һәм Ғәшүрә көнөнә ҡарағанда ла бәрәкәтле. Ғәрәфә тауында тороу көнөнән һуң иң яҡшы көн йома көнө һанала.

Шуға күрә ихлас мосолман йома намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырышыр. Әммә ул көнгә бәйле шарттар бар, шуларҙың береһе – һау-сәләмәт булыу.

(«Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Балаларға Ғабдуннәби (Пәйғәмбәр ҡоло), Ғабдуррәсүл (Рәсүл ҡоло), ҡыҙҙарға Әмәтүннәби (Пәйғәмбәр ҡоло), Әмәтуссиддиҡ (әс-Сиддыҡ ҡоло) һ.б. тигән мәғәнәле исемдәрҙе ҡушырға буламы?

«Ғәбд», «әмәт» һүҙҙәрен тик Аллаһ исемдәрен белдергән һүҙҙәргә генә ҡушырға рөхсәт ителә. Мәҫәлән, Ғабдрахман, Ғәбделбасир һ.б. Ошо ҡушымта менән яһалған башҡа төрлө исемдәрҙе балаларға ҡушырға ярамай. Һеҙ килтергән мәғәнәлә булған икенсе телдәге исемдәрҙе лә ҡушыу тыйыла. Был турала имам Ғәли әл-Ҡари «Әл-фиҡһ әл-Әкбар» тигән шәрх китабында асыҡ итеп аңлата. Имам Әбү Даудтың «Сунан» һәм башҡа хәҙистәр йыйынтығында ла, ундай исемдәрҙе ҡушыу тыйыла, тип яҙылған. «Ғүләм» (хеҙмәтсе) һүҙен ҡушыуҙа тыйыу юҡ.

 

 

Миңә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк ине. Бер танышым ярҙам итергә риза булды, әммә шундай шарт ҡуйҙы: ул миңә 4 айға бер ниндәй процентһыҙ аҡса бирә. Әммә, шул ваҡыт эсендә мин аҡсаны кире ҡайтарып бирә алмаһам, ул минән өҫтәмә процент талап итәсәк. Минең эш хаҡым 2 ай эсендә бурысты түләргә етә. Ошонда яҙылған шарттарға риза булып, бурысҡа алырға мөмкинме?

Бындай шарттарҙа бурысҡа алырға ярамай. Ул хәрәм була.              Сөнки был килешеүҙең шарттарында артыҡ сумма күҙәтелә, йәғни, был риба булып һанала.

Риба – ул Аллаһу Тәғәлә алдында иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Кешегә бурысҡа биреү – мохтажға ярҙам күрһәтеүҙе аңлата. Әгәр ҙә бурысҡа алған кеше ваҡытында түләй алмаһа, динебеҙ бурысты кисектерергә тәҡдим итә, шулай уҡ, хатта ул бурысты ғәфү итергә лә була.

Күбеһе: «Процентҡа биргән кеше генә гонаһҡа батамы әллә процентҡа алыусы ла гонаһлы буламы?» – тип һорай. Биреүсе лә, алыусы ла һәм тағы кемдәр рибаға булышлыҡ итә, барыһы ла гонаһта ҡатнашыусылар булып һанала. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Аллаһ Рәсүле ﷺ риба ҡулланыусыны, уны биреүсене, әҙерләүсене, шаһиттарҙы ҡәһәрләгән, сөнки уларҙың бөтәһенә лә гонаһы тиң яҙыла», – тиелгән. (Мөслим)

(«Лүбәб»)

 

 

Намаҙ ваҡыты үтеп барыу сәбәпле, мосолман бысраҡ кейемен алыштырып һәм тәһәрәт алып өлгөрмәһә лә, намаҙ үтәй аламы?

Намаҙ ваҡыты үтеп барһа ла, мосолман тәһәрәт алырға һәм таҙа кейем кейергә тейеш. Әгәр ҙә ул әҙерләнеп йөрөгән саҡта, намаҙҙы үткәреп ебәрһә, ул намаҙҙы ҡаза итеп үтәргә тейеш.

Аллаһ Рәсүленән ﷺ: «Ҡайһы ғәмәл иң яҡшыһы?» – тип һорағас, Ул: «Намаҙ ваҡыты етеү менән, намаҙҙы үтәү» – ти (әт-Тирмиҙи).

Шуға күрә намаҙға ҡарата иғтибарлы булырға, ваҡытында үтәр өсөн, алдан әҙерләнергә кәрәк.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

 

 

Фарыз намаҙ уҡылған булһа ла, шул уҡ намаҙҙы яңынан йәмәғәт менән үтәргә буламы?

Өйлә һәм йәстү намаҙҙарын имам артынан эйәреп ҡабаттан үтәргә була. Иртәнге, икенде һәм аҡшам намаҙҙарын ҡабаттан имам артынан үтәү мәкрүһ булып һанала. Бының сәбәбе шунда, беренсе тапҡыр һеҙ фарыз намаҙын үтәгәс, икенсе тапҡыр үтәлгән намаҙ нәфел булып һанала. Белеүебеҙсә, иртәнге, икенде намаҙҙарынан һуң башҡа төрлө намаҙҙарҙы үтәү мәкрүһ. Аҡшам намаҙынан һуң өс рәҡәғәтле нәфел намаҙы юҡ. Өйлә менән йәстү намаҙҙарынан һуң нәфел намаҙҙарын үтәүҙә тыйыу юҡ, шуға күрә имам артынан эйәреп үтәргә була.

Икенсе тапҡыр имам булып намаҙҙы үтәү тыйыла, сөнки был осраҡта имамдың икенсе намаҙы нәфел булып һаналасаҡ. Кем дә кем нәфел намаҙын үтәй, ул фарыз үтәгән мосолмандарға имам була алмай.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

 

 

Намаҙҙы танауҙы ҡаплап торған маскала үтәргә буламы?Сөнки сәждә ваҡытында танау менән ер араһында ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә.

Сәждә ваҡытында танауҙы ергә тигеҙеү үәжиб булып һанала, әммә барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡ намаҙҙы боҙмай.

(«Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Әгәр ҙә бала тыуғас та үлһә, уға исем биреләме?

«Мәғәдин әл-Хәҡаиҡ» китабында, Әбү Хәнифә фекере буйынса, үлгән балаға исем ҡушмайҙар, тип яҙылған. Әммә уның уҡыусыһы, бөйөк ғалим Мөхәммәттең фекеренсә, балаға исем биреү яҡшыраҡ була, тиелгән.

«Аз-Зад» һәм «Мәфәтих әл-Мәсәил» китаптарында, үлгән балаға исем биреү сөннәтле ғәмәл, тип иҫкә алына.

 

 

Яңы тыуған баланың башына аҡиҡаға салынған һарыҡтың ҡанын һөртөргә буламы?

Күп ғалимдар был ғәмәлде мәкрүһ тип һанағандар, сөнки наҙанлыҡ, йәһилиәт (Пәйғәмбәребеҙ ﷺ килгәнгә тиклемге дәүер) заманында ла шулай эшләгәндәр. Был турала «Мәталиб үл-Мөьминин» китабында яҙылған.

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...