Һыйырҙың иретелгән эс майы

Һыйырҙың иретелгән эс майы

Һыйырҙың иретелгән эс майы

Йыш ҡына йәмғиәттә, май кешегә зарарлы, тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Әммә әҙ миҡдарҙа һарыҡ йәки һыйыр малының эс майы кешенең организмына тик файҙа килтерәсәк. Уның составында төрлө витаминдар, микроэлементтар бар, улар аҙыҡты туҡлыҡлы итә. Һайлаған саҡта, туғайҙа, болонда көтөлгән малдың ите менән майына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, улар күпкә файҙалыраҡ.

 

Табип-терапевт, диетолог, медицина фәндәре кандидаты Екатерина Бурляева фекеренсә, иң мөһиме – эс майын ҡулланыуҙа сама белеү.

 

Ниндәй файҙа?

Кешенең организмына көн һайын, күп булмаһа ла, барыбер хайуан майы кәрәк. Һыйырҙың иретелгән эс майында туйындырылған һәм туйындырылмаған май кислоталары, көл матдәләре, Е витамины, быуындарға һәм һөйәктәргә мөһим булған Д витамины, майҙа эреүсән А витамины һәм кешенең тәнендә синтезлана торған бета-каротин, макро- һәм микроэлементтар бар.

Эс майын әҙ генә миҡдарҙа ашау кешене һыуыҡ тейеүҙән һаҡлар, тиреһен һәм тештәрен нығытыр, сәстәрҙең үҫеүенә яҡшы тәъҫир итер, унда булған яҡшы холестерин баш һәм арҡа мейеһенең нервы епсәләрен һаҡлар, ашҡаҙандың һәм бөйөр өҫтө биҙҙәренең эшмәкәрлеге яҡшырыр.

 

Ҡулланыу

Ашнаҡсылар эс майын йыш ҡуллана, сөнки ул төтәмәй һәм канцероген матдәләрҙе барлыҡҡа килтермәй. Уны фритюрҙа, итте һәм балыҡты (май уларҙы һутлы итә), йәшелсәләрҙе ҡурғанда һәм быҡтырғанда ҡулланырға мөмкин.

 

Эс майын нисек иретергә?

Башта һыйырҙың эс майын һалҡын һыуҙа йыуып, таҫтымалға һалып ҡоротабыҙ. Төнгөлөккә һыуытҡыста ҡалдырабыҙ. Шунан таҙа аҡ майҙы бәләкәй өлөштәргә бүлеп, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Артабан кәстрүлгә 1-2 стакан һыу ҡоябыҙ, шунда майҙы ҡушып, уртаса утта болғай-болғай, бер нисә сәғәт иретәбеҙ. Шунан һыуытабыҙ. Өҫтөнән майҙы һөҙөп алабыҙ, һыуын түгәбеҙ. Талғын утта торған табаға майҙы һалабыҙ ҙа, артабан эрегәнен көтәбеҙ. Әҙер булған майҙы марля йәки иләк аша үткәрәбәҙ. Стериль банкаға ҡоябыҙ.

Майҙы иретер өсөн ҡалын һауыт-һабаны ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ғына уттың температураһы бөтөн ергә тигеҙ тараласаҡ.

Әҙер майҙы быҡтырғанда, бешергәндә, ҡыҙҙырғанда ҡулланырға мөмкин. Бигерәк тә күптәребеҙ яратҡан кетерләп торған картуфты ла иретелгән һыйыр майында ҡурырға була. Был май шулай уҡ шәм эшләргә лә яраҡлы.

 

Сумая Тлисова.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...