АРТЫҠ АШАУ ЗЫЯНЛЫМЫ?

АРТЫҠ АШАУ ЗЫЯНЛЫМЫ?

АРТЫҠ АШАУ ЗЫЯНЛЫМЫ?

Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре буйынса өлкән кешенең организмын барлыҡ туҡлыҡлы матдәләр менән тулыландырыу өсөн көнөнә ике тапҡыр ашау етә.

 

Аҙыҡ тулыһынса эшкәртелгәс, үҙләштерелгәс кенә энергия бирә башлай. Ашҡаҙанда ризыҡ тулыһынса 10-16 сәғәт эсендә генә үҙләштерелә.

 

Әгәр ҙә кеше саманан тыш ашай башлаһа, организмда ниндәй үҙгәрештәр барлыҡҡа килә?

– бөтөн тән ағзалары һәм системаһы артыҡ көсөргәнеш кисерә;

– аш һеңдереү һәм бүлеп сығарыу ағзаларына көс төшә;

– үҙләштерелеп һәм тарҡалып өлгөрмәгән аҙыҡ ҡандың ағыуланыуына килтерә;

– шәхестең физик, аҡыл һәм рухи потенциалы кәмей.

Артығын ашау шулай уҡ бөтә ағзалар системаһының ваҡытынан алда туҙыуына, ауырыуҙарға, ҡартлыҡҡа һәм үлемгә килтерә. Даими рәүештә саманан тыш туҡланыу организмдың углевод һәм май алмашыныу процесын боҙа, бөтә ағзаларға ла ауырлыҡ килә. Беренсе сиратта, күп ашау йөрәккә тәъҫир итә.

Артыҡ ашауҙан зыян күргән икенсе ағза – ул бауыр. Ваҡыт үтеү менән бауыр күҙәнәктәренең барыһы ла тиерлек май менән тула башлай. Бынан тыш бөтә ашҡаҙан-эсәк юлы зыян күрә.

 

Нисек күп ашауҙан үҙеңде һаҡларға?

  1. Асыҡмайынса туҡланмағыҙ, «компания өсөн» ашамағыҙ.

Белгестәр, ысын һәм ялған асығыу тойғолары бар, тип иҫәпләй. Ысын, йәки физиологик асығыу тойғоһо, ҡанда глюкоза кимәле түбәнәйгәндә, ашҡаҙан буш булғанда, барлыҡҡа килә. Был ваҡытта туҡланыу үҙәгенән, тәндәге туҡлыҡлы матдәләрҙе тулыландырырға кәрәк, тигән сигнал әүҙемләшә башлай. Ысын асығыу ваҡытында аш һеңдереү системаһы әүҙемләшә, ашҡаҙан үҙенсәлекле тауыш ишеттерә.

Ялған аслыҡ тойғоһо психологик кимәлдә барлыҡҡа килә һәм ашҡаҙанда ризыҡ булыу-булмауы менән бәйле түгел. Бындай аслыҡтың сәбәбе организмдың туҡлыҡлы матдәләргә ихтыяж булыуында түгел.

  1. Яйлап ашағыҙ, аҙыҡты ентекләп сәйнәгеҙ.

Тештәр, төкөрөк лимфа биҙҙәре, тамаҡ аҫты лимфа биҙҙәре яҡшы эшләргә тейеш. Туйғансы ашамағыҙ. Табиптар раҫлауынса, өҫтәл артынан туйғас түгел, бер аҙ ас килеш тороу − күпкә яҡшы.

Хәҙерге заман кешеһе ни тиклем күп ашағанын күҙ алдына килтерә алмай. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Аш мәлендә ҡабул ителә торған ризыҡ күләме ни тиклем аҙ була, ашҡаҙан шул тиклем яҡшыраҡ эшләй. Аш һеңдереү, үҙләштереү, таҙарыныу ҙа шул тиклем һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Физиологик мөмкинлектәрегеҙгә ярашлы туҡланығыҙ.

Балаларҙы бер ҡасан да көсләп ашатмағыҙ. Уларҙың инстинкттарын юҡҡа сығармағыҙ. Уларҙы дөрөҫ туҡланырға өйрәтегеҙ. Өйөгөҙҙә яһалма, зарарлы аҙыҡтарҙы, тәм-томдарҙы тотмағыҙ. Балалар өсөн тәм-том – финик, инжир, ҡыяр, банан.

Балалар өсөн аҡһым сығанаҡтары – сәтләүек, баҙам (миндаль) йәки сәтләүек һөтө, ер еләге, һөт аҙыҡтары, эремсек, ҡош ите, йомортҡа.

Әгәр ҙә баланы кәнфит, торт менән һыйламай, тәбиғи аҙыҡтар менән туҡландырһағыҙ, һеҙ уны күп кенә ауырыуҙарҙан, насар ғәҙәттәрҙән һаҡлаясаҡһығыҙ, киләсәктә уға юғары физик, әхлаҡи һәм рухи ҡеүәттәр булдырырға ярҙам итәсәкһегеҙ.

 

Мөхәммәд Дибиров

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...