Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына төшәләр. Бураҡты мәсеттең ҡапҡа бағанаһына бәйләп, Пәйғәмбәр ﷺ эскә инә. Унда элекке замандарҙың пәйғәмбәрҙәре йыйылған була, улар Мөхәммәдкә ﷺ сәләм бирә. Хәбибуллаһ (Аллаһтың һөйөклөһө) ﷺ имам булып, бөтә пәйғәмбәрҙәр менән бергә йәмәғәт намаҙы уҡыйҙар.

 

Шунан һуң Ябраил Мөхәммәдкә ﷺ ике тулы кәсә килтерә. Уларҙың береһендә – һөт, икенсеһендә шарап була. Пәйғәмбәр ﷺ һөтлө кәсәне ала, һәм Ябраил: «Һин кеше тәбиғәтенә тура килгән динде һайланың. Һин һәм һинең өммәтең хаҡ юлда буласаҡ. Әгәр һин шараплы кәсәне алған булһаң, һинең өммәтең яңылыш юлдан китер ине», – ти.

Шунан Ябраил Бураҡта ултырған Мөхәммәд ﷺ менән күктең беренсе (түбәнге) ҡатына күтәрелә һәм ҡапҡаларҙы асыуҙарын һорай. Ҡапҡалар асылғас, Хәбибуллаһ ﷺ Әҙәм пәйғәмбәрҙе күрә. Уның уң яғында – Ожмахҡа лайыҡ йәндәр (шәһиттәр), һул яғында гонаһ әһелдәренең (уларға Тамуҡ әҙерләнгән) йәндәре була. Әҙәм, бәхетле йәндәргә ҡараған саҡта, йылмайған. Ә гонаһ эйәләренә ҡарағанда, илаған. Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ күргәс, бар кешелектең атаһы кешеләрҙең иң яҡшыһының сәләменә яуап бирә һәм уның пәйғәмбәрлегенең хаҡ булыуын раҫлай.

Шунан һуң Ябраил менән Хәбибуллаһ ﷺ икенсе ҡат күккә күтәреләләр. Унда Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Зәкәриә улы Яхьяға һәм Мәрйәм улы Ғайсаға сәләм бирә. Улар Мөхәммәдтең сәләменә яуап бирә һәм уның пәйғәмбәрлегенең хаҡ икәнлеген раҫлай.

Ябраил менән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөнсө ҡат күккә менәләр. Унда Йософ пәйғәмбәрҙе күрәләр. Ул да сәләмгә яуап бирә һәм. Мөхәммәдтең ﷺ пәйғәмбәрлегенең хаҡлығын раҫлай.

Күктәрҙең дүртенсе ҡатында улар Иҙрис пәйғәмбәрҙе осраталар һәм сәләм бирәләр. Ул да сәләмгә яуап бирә, һәм ул да Хәбибуллаһтың ﷺ пәйғәмбәрлегенең ысын икәнлеген раҫлай.

Бишенсе ҡат күктә, Ғимран улы Һарунды осратып, сәләм бирәләр. Ул да, башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек, сәләмгә яуап бирә һәм Аллаһ Хәбибенең ﷺ пәйғәмбәрлегенең дөрөҫ икәнлеген раҫлай.

Алтынсы күккә күтәрелгәс, Һарун улы Мусаны күрәләр һәм сәләм бирәләр. Муса ла сәләмгә яуап бирә һәм Мөхәммәдтең ﷺ пәйғәмбәрлеген таный. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның янынан киткәндә, Муса илай. Мөхәммәд ﷺ унан: «Ниңә илайһың?» – тип һорай. Муса уға: «Сөнки минән һуңыраҡ пәйғәмбәр итеп ебәрелгән кешенең өммәтенән Ожмахҡа инеүселәр күберәк буласаҡ, ә минең өммәтемдән түгел», – тип яуап бирә.

Етенсе күктә улар, Ибраһим ﷺ пәйғәмбәрҙе күреп, сәләм бирәләр. Ул сәләмде ала һәм Мөхәммәдтең ﷺ пәйғәмбәрлегенең ысын икәнлеген раҫлай.

Ибраһим пәйғәмбәр арҡаһы менән күктәге фәрештәләр Ҡәғбәһе – әл-Бәйт әл-Мәғмүргә һөйәлеп ултыра. Күк Ҡәғбәһен көн һайын етмеш мең фәрештә урап сыға, һәм уларҙың береһе лә ҡабат әйләнеп килмәй.

Ниһайәт, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән Ябраил фәрештә күктәрҙең һуңғы сигенә – Сидрат әл-Мүнтәһәгә килеп етәләр. Ябраил фәрештә ошо урында туҡтай һәм артабан барырға уға рөхсәт юҡлығын әйтә. Һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ артабан юлды яңғыҙы дауам итә. Ул һаман юғарыға күтәрелгәндән-күтәрелә. Аллаһу Тәғәләнең ҡаршыһына килеп баҫҡансы, үрләүен дауам итә. Ҡөҙрәт Эйәһе Бөйөк Аллаһ ваҡыт һәм арауыҡтан азат була (һәр саҡ шулай).

 

(Дауамы киләһе һанда)

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...