Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.

 

Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо элементтар араһындағы пропорция, баланс үҙгәрә, һәм кеше төрлө сирҙәргә дусар була. Дөрөҫ туҡланыу өсөн аҙыҡ-түлектең файҙаһын, уның тәбиғи сифатын, көсөн белергә кәрәк.

«Пәйғәмбәребеҙ медицинаһы» китабында, һөттө балыҡ һәм һеркә менән, һеркә менән анарҙы (гранат), йомортҡа менән һөттө, латук (япраҡлы) салат менән балыҡты, һуған менән һарымһаҡты, ҡаҡланған һәм яңы салынған итте, маш (бойҙай культураһы) менән тауыҡ итен, балыҡ менән йомортҡаны, ҡыҙҙырылған балыҡ менән итте, киҫкен һәм әсе (острое, кислое) аҙыҡтарҙы бергә ҡушып ашарға ярамай, тиелгән.

«Тәсхил әл Мәнәфи» китабында бер сығанаҡтан булған итте һәм һөттө, мәҫәлән, һарыҡ ите менән һөтөн бергә ҡулланғанда, зарар юҡ, тиелә. Ҡайнар һәм һыуынған, шәрбәт һәм әсе, майлы һәм тоҙло аҙыҡтарҙы бергә ҡулланырға мөмкин. Тоҙло аҙыҡтан һуң ҡайнар, емеш-еләктән һуң һалҡын һыу эсергә тәҡдим ителмәй.

Балыҡ менән йомортҡаны бергә ашағанда, ала ауырыуы (витилиго), махау сире (проказа), быуындар, теш ауыртыу кеүек күренештәргә юлығырға мөмкин. Һөт менән әсе аҙыҡ, балыҡ, йәшел тәмләткес үләндәр (зелень) проказа ауырыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Һөт эскәс тә, артынан әсе аҙыҡ ашау ашҡаҙанда һөттөң әсеүенә, ҡуйырыуына килтерә.

Төнгөлөккә күп итеп һыуыҡ һыу эсеү, башты, хатта йәйге ваҡытта ла, һыуыҡ һыу менән йыуыу − күҙгә зарарлы. Балыҡ ашағандан һуң, һыуыҡ һыуҙа йыуыныу фалиж һуғыуға (параличҡа) килтереүе мөмкин. Йыш ҡулланғанда, бөтәүләй бешерелгән йомортка талаҡ (селезенка) өсөн ауыр, яҫмыҡ (чечевица) күреү һәм ишетеү һәләтен кәметә.

Боронғо табиб ибне Мусауайх әйтеүенсә: «Кемдең, ҡырҡ көн буйы һуған ашағандан һуң, битен һипкел баҫһа, кемгә, хиджаманан һуң тоҙло балыҡ ашап, ҡорсаңғы йәки тимерәү (лишай) сыҡһа, кемде, балыҡ менән йомортҡаны бергә ашағандан һуң, фалиж һуҡһа, кемдең, туйғансы ашап, мунсаға сабынырға китеп, эсәктәре ауыртһа (колит), кемдең, йоҡлар алдынан лимон ашап, күҙҙәре зыянланһа – бары тик үҙен генә ғәйепләһен».

 

(Мосолман календарынан)

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...