Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Үҙемдең ризалығым өсөн!

Һа-һа-һа!

Ә нимә? «Аллаһ ризалығы өсөн», тип яҙыуымды көткәйнегеҙме?!

Һис ҡасан да! Мин күптән инде Ғаләмдәр хужаһы менән бәйләнеште өҙҙөм. Шулай булғас, ниңә миңә «Аллаһ ризалығы өсөн» тип яҙырға ти?

Бик күп йылдар элек, Әҙәм пәйғәмбәр донъяға килгәнгә тиклем үк, мин Аллаһу Тәғәлә менән бик яҡшы мөнәсәбәттә инем. Мин хатта фәрештәләр эргәһендә йәшәнем һәм улар менән бергә көнө-төнө Раббыға маҡтауҙар яуҙырҙым. Тәү кеше Әҙәмдең был донъяға килеүе Аллаһу Тәғәлә менән арабыҙҙың боҙолоуына сәбәпсе булды.

Әҙәмде яратҡас, Аллаһ миңә һәм фәрештәләргә: «Әҙәмгә баш эйегеҙ», тип бойорҙо. Мин шул саҡ тәкәбберлегем арҡаһында Әҙәмдән бик ныҡ көнләштем һәм Аллаһ ҡушҡанды үтәүҙән баш тарттым. Барса фәрештәләр Әҙәмгә баш эйҙе, мин эймәнем! Улай ғына ла түгел, мин үҙемә кешеләрҙе алдап, юлдан яҙҙырып, уларҙы тамуҡҡа йүнәлтәсәкмен, тип ант бирҙем.

Бына инде меңәр йылдар дауамында мин әҙәми заттарҙың йәндәре артынан һунар итәм. Бына ошо көнгә тиклем күпме кешене алдап өлгөрҙөм мин! Һа-һа-һа! Әлбиттә, арағыҙҙа ҡорған тоҙаҡтарыма эләкмәгәндәр ҙә бик күп булды. Ә ҡайһыларығыҙ минең арттан эйәрҙе, ләкин һуңынан, бик ныҡ үкенеп, тәүбәгә килде.

Тик был хаҡта һүҙ сурытмайыҡ. Әкиәт һөйләй торған урын түгел был. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе үҙемдең китабым менән таныштырам. Әле һеҙ уҡый башлаған китап «Шайтан яҙмалары» тип атала. Ә беләһегеҙме, ни өсөн мин уны яҙырға булып киттем? Күп кешеләрҙең көндәлек эштәрен теркәй барған ҡуйын дәфтәре бар бит. Ә ниңә, мин кешеләрҙән кәмме ни? Тап шуға үҙемдең ҡайһы бер ҡылған эштәремде яҙып барырға булдым. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм!

 

Һурып ҡына ҡарағайны!

Һа-һа-һа! Ниһайәт, минең бер нисә ай дауамында түккән көсөм уңыш килтерҙе. Мин ҡәнәғәт! Ә беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки, минең ҡотҡоға ышанып, Фәрхәт тәмәке тарта башланы. Һа-һа-һа!

Быға өс ай ваҡыт сарыф ителде. Апрель аҙағы ине, Фәрхәт эргәһенә килеп: «Дуҫҡайым, ә ни өсөн һин тәмәке тартмайһың? Һин тәмәке тартҡан башҡа малайҙарҙан кәмме ни?» – тип өндәштем. Ул саҡ Фәрхәт миңә яуап ҡайтарманы. «Тәмәке тартыу кешенең үпкәһе өсөн бик зарарлы. Ул кешене үлемгә илтә. Ошоларҙы белә тороп, тәмәке көйрәтергә мин алйот түгел дәһә», – тип эстән генә уйлап ҡуйҙы.

Икенсе көндө мин йәнә уның янына килдем, был юлы ҡыҙығыраҡ тәҡдим уйлап таптым: «Мин бит һине тәмәкесе булырға өндәмәйем. Юҡ, тәмәке тартыу, ысынлап та, зыянлы. Аҡыллы кеше тәмәкегә һис ҡасан үрелмәйәсәк. Һин бер тапҡыр ғына һурып ҡара. Ҡыҙыҡ та инде! Бер тапҡыр ғына!»

Мин уны шул тиклем оҙаҡ өгөтләнем, ул ахыр сиктә, тәҡдимемде кире ҡаға алмай, бер генә тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарарға булды. Һа-һа-һа! Ул бит тәмәке төтөнөнә өйрәнмәгән, шунда уҡ сәсәй, йүткерә башланы. Һа-һа-һа! Киләһе көндәрҙә лә артынан ҡалманым: «Төтөнөн һурып ҡараның бит инде, ә хәҙер тәмәкене бөткәнсе тарт. Бер тәмәкенән ни булыр тиһең!» Меҫкенкәйем ышанды бит әй, тәмәкене бөткәнсе тартты ла ҡуйҙы. Был юлы йүткермәне лә хатта. Һа-һа-һа!

Шулай итеп, яйлап, көнөнә бер көйрәтеп алыу уның ғәҙәтенә инеп китте. Бер айҙан эргәһенә килгәндә, ул көнөнә инде ун бөртөк тәмәке тарта ине.

Мин уны тағы ла йышыраҡ көйрәтергә өндәнем. Ул иһә еп-еңел генә минең ҡотҡома бирелде лә ҡуйҙы. Һа-һа-һа!

Бөгөн минең эйәрсендәрем Фәрхәттең көнөнә бер ҡап сигарет тартҡанын килтереп еткерҙе. Һа-һа-һа! Ҡайһылай матур яңылыҡ! Һа-һа-һа! Өс ай элек ул тәмәке төтөнөн ни бары һурып ҡына ҡарағайны, ә хәҙер бер ҡап тәмәке тарта! Һа-һа-һа!

Инде шәпмен дә инде үҙем! Нисек еңел генә итеп әҙәми заттарҙы алйотҡа әйләндерәм! Зиһендәрегеҙҙе бутап, юлдан яҙҙырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалаһығыҙ бит һеҙ. Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Йә, бер генә тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарағыҙ әле, бер генә тапҡыр! Ҡыҙыҡ өсөн!

Их, иң ауыры, беренсе тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарарға мәжбүр итеү! Һа-һа-һа!

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...