«Иманлы кешенең яҙы – ҡыш миҙгеле...»

«Иманлы кешенең яҙы – ҡыш миҙгеле...»

«Иманлы кешенең яҙы – ҡыш миҙгеле...»

Аллаһу Тәғәлә был донъяны Үҙенең Ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән һәм йылды дүрт миҙгелгә бүлгән, шуларҙың икәүһе тураһында Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Ҡышҡы һәм йәйге сәфәрҙәренең уңышлы булыуын тәьмин иткән, ошо Ҡәғбәтулланың Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар. Ул уларҙы ас үлемдән ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе» ( «Ҡорайыш» сүрәһе, 2-4-се аяттар).

 

Ҡорайыштар (Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең ҡәбиләһе) сауҙа эше менән йылына ике тапҡыр – ҡышын Йәмәнгә, йәй көнө Шәмгә (Сүриәгә) сәфәргә сыҡҡан. Аллаһу Тәғәлә сауҙагәрҙәрҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай, Уға рәхмәтле булырға, инанырға һәм Уның Әмерҙәренә буйһонорға өндәй.

Тәбиғәт һәм һауа шарттары ер шарының төрлө урындарында төрлөсә, һәр урындың үҙ үҙенсәлеге. Әбү Сәйет еткергән хәҙистә Аллаһ Илсеһе шулай тигән: «Ҡыш миҙгеле иманлы кеше өсөн яҙ ул: төнө оҙон, һәм ул ошо ваҡытта күберәк ғибәҙәт ҡыла, көнө ҡыҫҡа, һәм ул уны ураҙа менән үткәрә».

Ибне Рәжәп әл-Хәнбәли, Пәйғәмбәрҙең «ҡыш – диндарҙар өсөн яҙ» тигәнен былай аңлатҡан: «Ысынлап та, ҡыш диндарҙар өсөн яҙ һанала, сөнки ул ошо осорҙа, күпме теләй, шунса ғибәҙәт ҡыла, йөрәге өҫтөндә эшләй ала».

Ғибәҙәттәге еңеллек иманыбыҙҙы ҡеүәтләүгә бик ҡулай. Тап ошо осорҙа бер ауырлыҡһыҙ, тамсы ла һыуһамайынса, асыҡмайса ураҙа тоторға мөмкин. Ҡыштың төндәре оҙон, көндәре ҡыҫҡа. Әбү Һурайра Аллаһ Рәсүленең шундай һүҙҙәрен еткергән: «Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, арыу-талыуһыҙ яулай алған ғәнимәтте күрһәтәйемме һеҙгә?» Уға: «Эйе, Аллаһ Илсеһе, күрһәт», –тигәндәр. Шунда ул: «Ҡышын ураҙа тот», – тип кәңәш итә (Әхмәт, әт-Тирмизи).

Ҡышҡы төндәрҙе уяу үткәреүгә килгәндә, оҙон булғас, кеше йоҡоһон туйҙырып, тәһәжүдкә лә тороп өлгөрә. Аҙаҡ инде Ҡөрьән уҡыуға ла, зекер итеүгә, нәфел намаҙҙар уҡыуға ла ваҡыт ҡала, Аллаһҡа мең шөкөр!

Ибне Мәғсүд, ҡышты ҡаршы алып, былай тигән: «Мәрхәбә (рәхим ит), Аллаһтың бәрәкәте тулы ҡышым! Төнгө ғибәҙәт өсөн төндәрең оҙон, ураҙа тотоу өсөн көнөң ҡыҫҡа».

Хәсән әл-Басри шулай һоҡланған: «Динебеҙ өсөн ниндәй күркәм осор ул – ҡыш миҙгеле! Иманлы кешенең төнө ғибәҙәт ҡылыу өсөн оҙон, ә көнө ҡыҫҡа, һәм ул унда ураҙа тота».

Ғөбәйд ибне Ғүмәйр ҡыш етеү менән шундай һүҙҙәр әйткән: «Эй Ҡөрьән халҡы! Төн оҙонайҙы, уны Ҡөрьән уҡып үткәрегеҙ! Көнөгөҙ ҡыҫҡарҙы, унда ураҙалы булығыҙ!»

Ҡышын бик һыуыҡ була. Шул ваҡытта тамуҡ һыуығын (зәмхәрирҙе) йышыраҡ иҫкә төшөрөп, был язанан һаҡланыу өсөн Аллаһу Тәғәләгә һыйынырға, күберәк доға ҡылырға тырышайыҡ.

Аллаһ Илсеһенең тағы шулай тип әйткәне билдәле: «Һыуыҡ көндө: “Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ, шул тиклем һалҡын көн бөгөн! Йә Раббым, мине тамуҡ зәмхәриренән һаҡла!” – тип ялбарған ҡолон тыңлап, Аллаһу Тәғәлә тамуҡҡа шулай тип әйтер: “Ысынлап та, ҡолдарымдың береһе һинең зәмхәриреңдән һаҡлауымды үтенде, һәм һине был яҡлауымдың шаһиты итәм”. Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре: “Ә нимә ул тамуҡ зәмхәрире?”– тип һораған. Аллаһ Рәсүле шулай тип яуап биргән: “Иманһыҙ бәндә эләгәсәк урын ул, ундағы сатнама, ҡаты һыуыҡтан был кешенең ағзалары, аяҡ-ҡулдары һынып, кәүҙәһенән айырылып торасаҡ”».

Аллаһ – Мәрхәмәтле, Ғәфү итеүсе! Был язанан барыбыҙҙы ла һаҡлаһын һәм башланып торған ҡыш миҙгелен беҙҙең өсөн хәйерле, бәрәкәтле итһен! Аллаһуммә әмин!

 

Ғабдулла Ғәбделкәримов

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...