«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!»

«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!»

«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!»

«Ватандаш» ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журналының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап үткәрелгән акцияһы ошолай аталды. Сара хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең эҙҙәрен юллауҙы үҙмаҡсат итеп ҡуйғайны, шуға ла был эшкә «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең региональ бүлексәһе ағзалары йәлеп ителде.

 

Туғандарының яу эҙҙәрен юллап килеүселәр яҡындарының ниндәй фронтта, ниндәй частә һуғышҡаны тураһында белеште. Ҡайһы берәүҙәр хатта яугирҙең ҡайҙа ерләнеүе тураһында мәғлүмәт ала алды. Эҙәрмәндәр алты тиҫтәгә яҡын кешене ҡабул итеп, 100-ҙән ашыу анкетаны эшкәртте.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Надежда Сәфәрғәлиева тормош иптәшенең олатаһы, Саҡмағош районынан һуғышҡа оҙатылған Сәфәрғәлиев Әғлетдин Ғиндулла улы тураһында белешергә килгәйне. Ул 1941 йылдың декабрендә, яраланғандан һуң, Иҫке Биккенә ауылына ҡайтып төшә. Һаулығын нығытҡас, кире фронтҡа йүнәлергә тейеш була.

Ҡайтҡас, яралы һалдат хәленән килгәнсә, ҡатынына хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә тырыша. Быны күргән ауылдаштары: «Ул бит һап-һау, һуғыштан ҡасып ята», – тип военкоматҡа хәбәр итә. 1942 йылдың ғинуар айында, яралары уңалып та бөтмәҫтән, Әғлетдин Сәфәрғәлиев яуға оҙатыла һәм шул китеүенән кире ҡайтмай.

1943 йылдың 1 авгусында ҡатынына Ғәли Хәмзин исемле һалдаттан ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған хат килеп төшә. Унда Әғлетдин Сәфәрғәлиевтың яуҙа нисек һәләк булыуы, нисек ерләнеүе тураһында хәбәр ителә: «Өс татар, ике ҡырғыҙ булып, бишәүләп күмдек», – тиелә. Хатта яҙылғанса, был хәл 8 июлдә була: « Булған эш бына ошолай. Хоҙай яҙған, ни яҙһа. Шуға, күрәһең, бер сара ла юҡ. Тағын шуны әйтәмен: үҙебеҙ ҙә ҡыл өҫтөндә йөрөйбөҙ, көтөп торғандай йөрөйбөҙ, бер эш тә эшләп булмай. Беҙҙең балаларыбыҙҙың ахыры хәйерле булһын! Башҡа һүҙ юҡ. Хуш булығыҙ».

Һалдат өсмөйөшө рәүешендә килгән был хат бөгөн ҡәҙерле ҡомартҡы булып Сәфәрғәлиевтар ғаиләһендә һаҡлана.

«Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте» ирекмәндәре Саҡмағош егете Әғлет-дин Ғиндулла улы Сәфәрғәлиевтың Ленинград өсөн барған ҡаты яуҙарҙа һәләк булыуын асыҡланы.

Ошо күркәм сараның инициаторы, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева әйтеүенсә, бындай акциялар йыл һайын ойоштороласаҡ.

Шәһит үлеме менән киткән яугирҙәребеҙҙең йәндәре Йәннәт түрҙәрендә булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова

әңгәмә ҡорҙо

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...