Ҡыяуыҡта – яңы мәсет

Ҡыяуыҡта – яңы мәсет

Ҡыяуыҡта – яңы мәсет

Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында, тирә-яҡты нурға күмеп, иман йорто ҡалҡып сыҡты. Был тантаналы ваҡиға ауыл халҡының тырышлығы, булдыҡлылығы, ысын йөрәктән рухи яңырышҡа ынтылыуы арҡаһында мөмкин булды, тиһәң дә ярайҙыр.

 

Әлбиттә, Аллаһу Тәғәләнең бөйөк Рәхиме, ҡөҙрәте халыҡ теләген тормошҡа ашырғандыр. Ҡыяуыҡ ауылында бик күптәнге замандарҙа уҡ данлыҡлы Йәмиғ (Соборная) мәсете булған бит. 19-сы быуаттың 70-се йылдарында, документтар буйынса, мәсет янындағы мәҙрәсәлә шәкерттәр уҡыған. Губерна идаралығы указдары менән 1878 йылдан – Сөләймән Әбделғәлимов, 1881 йылдан Сәғәҙетдин Мөхәмәтов имам итеп, 1872 йылдан Ғәтиәтулла Ғайсин, 1898 йылдан Мөхәмәтшакир Ибәтуллин мәзин итеп тәғәйенләнеүе билдәле. Сөләймәндең атаһы Ғәлләметдиндең шулай уҡ указлы имам булыуы, мәҙрәсәлә имам Шәфҡәт Әминев уҡытҡаны, революциянан һуң Йәһүҙә мулланың изгелектәре халыҡ күңелендә һаҡлана. Октябрь революцияһы алдынан ғына, 1916 йылда, Ҡыяуыҡ ауылында яңы мәсет һалына. Бейек манараһы башҡа ауылдарҙан күренеп торор, аҙан моңдары бик йыраҡҡа ишетелер мәсет булған ул. Был бинала аҙаҡ башланғыс мәктәп асыла, Мөхәмәт Әминев, Сания Искәндәрова балалар уҡыта. Һуңынан кибет итеп тә, клуб итеп тә файҙаланыла был йорт. Тик халыҡ хәтере ошо урындағы мәсетте һағына. Ҡыяуыҡ – үҙ тарихында өс исем йөрөткән ҙур тарихлы ауыл. Уҫаҡлы Морон тип аталған сағында бында ислам динен таратып йөрөүсе әүлиәләр килгән һәм ошонда йәшәп, мәрхүм булған, тигән риүәйәт йәшәй халыҡ телендә. Әүлиәләр зыяратын ҡыяуыҡтар әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Ауылдың бәлә-ҡазаларға бирешмәй йәшәп ятыуының сәбәбен дә Аллаһу Тәғәләнең әүлиәләр ятҡан ерҙәргә аяулы булыуы менән бәйләй урындағы халыҡ. Бәлки, Йәмиғ мәсетенең борондан тап ошонда төҙөлөүе лә тикмәгә түгелдер. Аҙаҡ Өс Уҫаҡ, иң һуңынан, аҫаба башҡорттар эргәһенә яһаҡ татарҙары, типтәрҙәр килеп урынлашҡас, Ҡыяуыҡ исеме менән тарихҡа ингән был ауыл. Йәниҫәптәрҙә, ревиз сказкаларында ул 1749 йылдан иҫәпкә алына. Әйткәндәй, июль айында ғына ауылдың 275 йәше билдәләнеп үтелде. Яңы мәсетте өр-яңынан төҙөү уйы менән имам Фәнүр Мөхетдин улы Зәйнәғетдинов өс йыл элек яна башлай. Ауылдаштарҙың күбеһе уны хуплай: клубтан мәсет яһауҙы өнәмәй. Дәррәү тотоноп, өмә яһап, бура күтәрәләр. Кем эш менән, кем кәңәш менән, тигәндәй, ә кем финанс яғынан, бөтәһе бер булып, бер маҡсат менән йәшәй башлай. Үҙе ҡалала йәшәһә лә, Луиза Барый ҡыҙы Хисмәтуллина ойоштороу эштәрен оҫта һәм теүәл алып бара, бөтә ғаиләһе менән ваҡыттарын мәсет төҙөүгә бағышлай. Ватсапта ауылдың аралашыу чатын аса, унда билдәле мөслимә, мөғәллимә Зөлфиә Ғүмәрова мәсет төҙөүҙә сарыф ителгән һәр тиндең саҙаҡа джәриә булыуы һәм саҙаҡа джәриәнең ҡиммәте хаҡында аңлата. Дини дәрестәр алып бара. Тамсы тама-тама таш яра, тигәндәр. Тағы бер чат асып, мәсет төҙөүгә саҙаҡа джәриә йыя башлайҙар. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә – кем Себерҙә, кем Санкт-Петербургта, кем Мәскәүҙә йә Өфөлә, Күмертауҙа йә Малаяҙҙа – ҡайҙа ғына булмаһын, йәшәп ятҡан ауылдаштар, үҙҙәре ҡайта алмаһалар ҙа, төҙөлөштөң матди яғын тәьмин итергә тырыша башлай. Шулай итеп, 2024 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем, бер-береһен әйҙүкләп, ауыл халҡы, ошонда тыуып үҫкән кешеләр, уларҙың балалары бер миллиондан ашыу аҡса йыйҙы. Күрше Йәнырыҫ ауылы ла ситтә ҡалманы: 200 меңләп аҡсаны саҙаҡа джәриә итеп тапшырҙылар, төрлө эштәрҙе бушлай эшләштеләр. Луиза Барый ҡыҙы, бухгалтер булараҡ, иҫәпте теүәл алып барып, сығымдарҙы көн һайын ватсапта күрһәтеп барҙы. Тракторсылар Өлфәт Кәбиров, Венер Вәхитов, Фәнис Маннанов, бөтмәҫ-төкәнмәҫ төҙөлөш эштәрендә Булат Искәндәров, Һаҙый Вәхитов, Радик Зөфәр улы, Миҙхәт Ғафаров, Гөлсирә Ғөбәйҙуллина, Хәмитйән менән Нурия Хәбирйәновтар, Флүрә менән Шамил Ниғмәтуллиндар, Гөлназ менән Илгиз Шәриповтар һәм тағы ла бик күптәр ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Фәнүр хәҙрәттең ҡатыны Рәзидә Флүр ҡыҙы өмәселәрҙе көн һайын тәмле аштары менән һыйланы. Гөлсирә Йәғәфәр ҡыҙы стеналарҙы эске яҡтан һылап матурланы, Нурия Зиннәтулла ҡыҙы үҙе менән мөслимә ҡатындарҙы алып ҡайтып, күп эштәр башҡарҙылар. Шундай берҙәм, бер теләктән булыуҙарын күрһәтте ҡыяуыҡтар. Ауыр ҙа, илһамлы ла хеҙмәт емеше булып, 3 августа Ҡыяуыҡ мәсетен асыу тантанаһы уҙҙы. Ишембай мөхтәсибәте, Йәнырыҫ ауыл хакимиәте, уңғандарҙы тәбрикләп, маҡтау ҡағыҙҙары таратты. Ишембай телевидениеһы тапшырыу төшөрҙө. Маҡар, Иҫәкәй, Йәнырыҫ мәсеттәренән күренекле имамдар, хажиҙар, хажиәләр килде, мәсеткә бүләктәрен тапшырҙы. Тантанаға бик күп кеше йыйылды. Нурулла Кәлимулла улы менән Мөнирә Мөхетдин ҡыҙы ҡорбан салды. Тәнзилә Дәрүиш ҡыҙы – тәмле аш, Әмир Зөфәр улы былау бешереп, ҡатын-ҡыҙҙар табынға төрлөһөн әҙерләп, ҡунаҡтарҙы һыйланы. Ауылда, шулай итеп, ҙур байрам булды: иман йорто үҙ ишектәрен асты! Ин шәә Аллаһ, Ҡыяуыҡ мәсете халыҡтың рухын һуғарыуҙа ҙур эштәр башҡарыр, тип ышанабыҙ.

 

Тамара Искәндәриә

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...