Яңы йылға – яңы маҡсаттар!

Яңы йылға – яңы маҡсаттар!
  • Кистән алдағы көнгә эштәр планын төҙөп, уны яҙып ҡуйығыҙ. Күңелдән төҙөү генә ярҙам итмәйәсәк – яртыһы онотоласаҡ. Эшләнгән эшегеҙҙе лә, өлгөрә алмағанын да билдәләп барығыҙ.
  •  

    • Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ. Эштәрегеҙҙең дә беренсе сиратта шул маҡсатҡа ғына хеҙмәт иткәнен ҡалдырығыҙ. Әллә күпме кәрәкһеҙ эштән ҡотолорһоғоҙ.

     

    • Үҙегеҙҙе булдыҡлы, аҡыллы, уңышлы тип хис итегеҙ. Әлеге һәләт эште планлаштырғанда ла, уны башҡарғанда ла ярҙам итәсәк.

     

    • Бына-бына тотонасаҡ эшегеҙ тураһында һөйләүҙән тыйылығыҙ. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.

     

    • Зарланыу, үҙ-үҙегеҙҙе ҡыҙғаныуҙан туҡтағыҙ. “Эх, шулай эшләгән булһам...” тигән шарт һөйкәлешен дә онотоғоҙ!
    • Эшкә тотоноу өсөн уңайлы ваҡыт көтмәгеҙ. Алдағы дүшәмбе, сираттағы йома ла үтә лә китә ул. Иң һәйбәте – бөгөн башлау.

     

    • Күп уйламағыҙ! Уйлаған һайын кеше икеләнә, икеләнгән һайын тәүәккәллек кәмей. Шуға күрә башығыҙға ниндәйҙер уй килгән икән, эшләгеҙ. Һис юғы эшләп ҡарағыҙ. Бәлки, килеп сығыр!

     

    • Кибеттә исемлекһеҙ йөрөмәгеҙ. Аҡсағыҙ ҙа артыҡ сыҡмаҫ, ваҡытығыҙ ҙа әрәм булмаҫ.

     

    • Телевизор тигән ваҡыт урлаусы “тартма”нан ҡотолоғоҙ.

     

    • Кешеләр менән һайлап аралашығыҙ. Маҡсаты булмағандар башҡаларҙың ваҡытын урлай.

     

    • “Юҡ” тип әйтә белегеҙ. Был ваҡытты юҡ-барға сарыф итмәҫкә ярҙам итә.

     

    • Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа, иң башта үҙегеҙҙән: “Был миңә кәрәкме?” – тип һорағыҙ. “Юҡ” тигән яуаптың ни ҡәҙәр йыш булыуын күреп шаҡ ҡатырһығыҙ.

     

    • Көн ахырында теге планығыҙҙы тағы бер ҡат барлап сығығыҙ – ниҙәр эшләнгән, ниҙәр юҡ?

     

    • Бер тәүлектә 24 сәғәт ваҡыт бар. Әммә ғүмер тигәнең тиҙ уҙа – үкенерлек булмаһын!

     

    (Интернет селтәренән)

    2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


    Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

    Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


    Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

    Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


    ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

    Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


    Шайтан яҙмалары

    Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


    Ябай ғына сәйәхәт түгел...

    Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...