Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ашаған аҙығы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ашаған аҙығы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ашаған аҙығы тураһында

Ул һәр ваҡыт, ниндәй аҙыҡ бар, шуны ашаған һәм унан баш тартмаған. Әгәр ҙә финик кенә булһа, уны икмәкһеҙ ашаған. Әгәр ҙә бойҙай йәки арпа икмәге булһа, шуның менән туҡланған. Тәм-том йәки балдан да баш тартмаған. Икмәкһеҙ һөт кенә эсеп тә ҡәнәғәт булған.

Ул иләнмәгән арпа ононан бешерелгән икмәкте ашар булған. Өс көн дауамында туйғансы бойҙай икмәге ашамаған.

Рәсүлүллаһтың ﷺ яратҡан аҙығы ит булған. “Ул ишетеү һәләтен яҡшырта һәм был донъяла ла, әхирәттә лә бар аҙыҡтарҙың хужаһы булып һанала”, − тип әйтер булған Пәйғәмбәребеҙ ﷺ .

Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡабаҡты ла яратып ашаған. «Был − минең ағайым Мутая улы Юныс ғәләйһис-сәләмдең үҫемлеге» − тигән ул.

Шулай уҡ ул: «Йә, Ғәйшә, аҙыҡ бешергәндә һауытҡа ҡабаҡты күберәк һалығыҙ. Ысынында, ул хәсрәтле кешенең күңелен күтәрә» − тигән.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һунарсылар алып килгән ҡош итен ашаған. Һарыҡтың ботон һәм ҡалаҡ һөйәген яратҡан. Ул бөйөрҙө бәүел эргәһенә яҡын урынлашҡаны өсөн ашамаған. Шулай уҡ һарыҡ итенең ете урынын ашамаған: енси ағзаһын, йомортҡалығын, бәүел ҡыуығын, биҙҙәрен, аналығын, ҡанын һәм талағын. Улар Пәйғәмбәрҙә ﷺ ерәнеү тойғоһо тыуҙырған.

Ул ﷺ шулай уҡ һарымһаҡ менән һуған ашамаған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ҡасан да аҙыҡты тәнҡитләмәгән. Әгәр ҙә аҙыҡ оҡшаһа – ашаған, оҡшамаһа – теймәгән.

Ул терһәге менән бер нәмәгә лә таянып ашамаған һәм өҫтәл артында ултырмаған. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хеҙмәтсеһе Әнәс еткереүенсә, улар иҙәндә ашъяулыҡ йәйеп туҡланған.

Рәсүлүллаһ ﷺ ашаған саҡта ике ҡулын да файҙаланған. Бер көндө ул, уң ҡулы менән финик ҡабып, һөйәген һул усына йыйып торғанда, эргәһенән һарыҡ үтеп барған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға финик һөйәктәрен күрһәткән, һарыҡ шул саҡта уға яҡынлашып, уның усындағы һөйәктәрҙе бөткәнсе ашай, шунан ғына китә.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ашағандан һуң, һәр бармағын бер-бер артлы ялап бөтмәйенсә, ҡулын таҫтамалға һөртмәгән. «Аҙыҡтың ниндәй өлөшөндә бәрәкәт икәне билдәһеҙ», − тип әйтер булған.

Ашап бөткәндән һуң ул: «Йә, Аллаһым, беҙҙе ашатҡаның, туйҙырғаның, эсергәнең өсөн, һыуһынды ҡандырғаның өсөн барса маҡтауҙар Һиңә. Һине данлап бөтөрлөк түгел, уны ҡалдырырлыҡ түгел һәм артыҡ түгел», - тип доға ҡылған.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ икмәк һәм бигерәк тә ит ашағандан һуң ҡулдарын ентекле итеп йыуған. Шунан артып ҡалған һыу менән битен һыпырған.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр Әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан, Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...