Беренсе кеше

Беренсе кеше

Барлыҡ дини сығанаҡтар, тарихи документтар буйынса кешелек донъяһы үҙенең башын Әҙәм  менән Һауанан  ала. Аллаһу Тәғәлә юҡтан бар иткән Беренсе кеше урындағы хужа, рәсүл һәм пәйғәмбәр булып тора. Ҡайһы бер философтар, ғалимдар, кешене маймылдан барлыҡҡа килгән, тиҙәр.

 

Был «Эволюция теорияһы» тигән теория һуңынан «дарвинизм»ға әйләнде, Англия ғалимы Чарльз Дарвин (1809-1882) башлап ошо теорияны тәҡдим итте. Ғалимдың фекеренсә, барлыҡ төрҙәр (виды) уратып алған мөхиткә, туҡланған ризығына һәм башҡа факторҙарға бәйле. Улар йәшәү өсөн (выживание) тырышалар, төрҙәр үҙгәрә башлай, мутация барлыҡҡа килә. Шуның арҡаһында айырым ваҡыт эсендә маймылдар кешегә әйләнә.

Дарвин һәм уға эйәреүселәр быға дини күҙлектән түгел, ә материализм һәм позитивизм күҙлегенән ҡарағандар. Уларҙың фәнни тикшеренеүҙәр ысулы тәжрибәләр, лаборатор күҙәтеүҙәр үткәреүгә ҡайтып ҡалған.

Маймылдың кешегә әүерелеүенә Ява утрауындағы (ул ваҡытта Англия ере) өс археологик табыш дәлил итеп алынған. Әммә күп палеонтологтар был һөлдәләрҙе кешенеке тип иҫбатлай. Тәүге ике баш һөйәге һәм умыртҡа һөйәге ныҡ серегән, идентификацияға бармай, умыртҡа төҙмө, кәкреме (кәкре булһа, маймыл) – билгеһеҙ. Ләкин ҡайһы бер ғалимдар «эволюция теориһы» тәьҫирендә, был умыртҡаларҙы маймылдыҡы, тип иҫәпләй.

Был ҡалдыҡтар XIX быуат аҙағында табылған. 2,6 һәм 1,8 млн йыл элек йәшәгән тип фаразлана.

Ләкин һуңынан табылған археологик ҡаҙылмалар дарвинизм теорияһы тигән мифты селпәрәмә килтерә.

1972 йылда Ричард Лики Кениялағы Рудольф күле эргәһендә (икенсе исеме Туркана) кеше һөлдәһенең ҡалдыҡтарын таба. Был табыш ошоға тиклем кешенең барлыҡҡа килеү теорияһын бөтөнләй үҙгәртә.

Ғалимдар фекеренсә, был табышҡа 2,8 млн йәш. Быны тапҡан Ричард Лики белдерә: Беҙ был табылған баш һөйәген йә юҡ итергә, йә эволюция теорияһынан ваз кисергә тейеш. Кешенең ҡалдыҡтары быға тиклем табылған ҡалдыҡтарға бөтөнләй оҡшамаған.

Һөлдәнең баш һөйәге ҙур күләмле, мейе ҡыуышлығы ла ҙур була. Был кешенең үҙгәреше этап менән дауам ителмәгәнен, һәм фәндә эволюция теорияһының бөтөнләй урынһыҙ икәнлеген иҫбатлай (Лики Р.Е. Национальный географический том, 143, 198). Табылған баш һөйәге әлеге кешенекенән бер нимә менән дә айырылмай.

Доктор Глин Айзактың археологик ҡаҙылмаларында 300-гә яҡын таш, ҡая таштарын эшкәртеү предметтары табылған. Табылған эш ҡоралдары 2,6 млн йыл элек ҡулланышта булған. Был инде кешеләрҙең юғары аҡыл кимәленә эйә булыуҙарын, юғары кимәлдәге әйберҙәр эшләй белгәндәрен күрһәтә. (Лики Р. Е. Национальный географический том, 143, 108).

Ошо табылған экспонаттар Дарвиндың теорияһын инҡар итеүгә этәргес була. Кеше эволюцияһы үҙгәреш этабы үтмәгән. Киреһенсә, боронғо кешеләр хәҙергеләрҙән бер нимә менән дә айырылмай. Боронғо кешеләр ныҡ, ҙур кәүҙәле булғандар, оҙаҡ йәшәгәндәр. Быға дәлил булып, Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең күп яҙмаларында Әҙәм ғәләйһиссәләмдең ҙур кәүҙәле булыуы телгә алына (Бохари, Әбү Дәүд, Тирмизи).

Тарихсы ибне Джарира әт-Табәри һөйләүенсә, хөрмәтле әсәбеҙ Һауа  гел игеҙәк бала тапҡан: бер ҡыҙ һәм бер малай. Барлығы ҡырҡ бала донъяға тыуҙырған (Әз-Забиди).

Ҡайһы бер хайуандарҙың үҙенсәлектәре тураһында Ҡөрьәндә былай тиелә (мәғәнәһе): “Һәм Аллаһ барлыҡ тереклекте һыуҙан барлыҡҡа килтерҙе; берәүҙәре ҡорһағында йөрөй, ҡайһылары ике аяҡта, ҡайһылары дүрт аяҡта йөрөй. Аллаһу Тәғәлә нимә теләй, шуны барлыҡҡа килтерә. Сөнки ул барыһынан өҫтөн, барыһынан да ҡеүәтле” (сүрә Ән-Нур, 24:45).

 

Рәхимйән Ғәләүетдинов әҙерләне, Белорет районы

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...