Замана әйтемдәре

Замана әйтемдәре

• Елкәң йоҡалығын заманға һылтама.

• Балаларҙың, эйе, төрлөһө бар: телле-телһеҙе − ғәйеп үҙебеҙҙә.

• Торғон һыуҙың тәмһеҙ балығы ла...

• Уңыш йыйғас, туй үткәреү, ҡор тарҡатмау – яҡшы эштер!

• Тәфтиләүҙәр әле лә бар. Бар ғәрәсәт, бар хәсрәт.

• Яҡшы кеше булды, тип әйтерлек балаларың ҡалһын ине.

• Түбәләрҙе сүкегән үкенестән файҙа юҡ.

• Тубыҡланма, һөрлөгөп йөрөмәгән заттан икәнлегеңде онотмаһаң, тимәк, бөтмәгәнһең әле.

• Хәтер өсөн һын-һәйкәлдәр яһауҙың кәрәге юҡтыр, тим.

• Халыҡ араһында һүҙҙәр күп булыр. Хәйерһеҙен ишетмәү хәйерле.

• Ысын дуҫ илата әйтер, дөрөҫөн әйтер; дошман көлдөрә әйтер, ҡаҡ таҡтаға ҡалдырыр.

• Балаларҙың хәтерен һаҡлайым тиһәң, аунап үҫкән урындығын мейескә яҡма.

• Күңел берлеге булған ерҙә бушлыҡҡа урын юҡ.

• Маҡтап күккә мендермәҫһең, яманлап ергә һеңдермәҫһең.

• Алтылағы илгә ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрә килер замандар һүҙҙә генә ҡалмаһын ине.

• Уйлай торғас, хыялыйға әйләнергә була. Уйыңды туҡтатһаң, донъяның мәғәнәһе бөтә. Был һәләт һәр кемгә лә бирелмәйҙер.

• Тупраҡтан яралғанбыҙ. Шунда һуңғы ҡайтыуыбыҙ.

• Үҙеңдән башҡаға ышанма!

• Мөхитте үҙең булдырырға тейешһең.

• Бәндәләрем минең рәхмәтемдән ҡасыр, тип, Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә ямғыр тураһында әйткән. Ялҡауға – ял тиһәк, ул да яуыуынан туҡтаһа, нишләмәк кәрәк!?

• Ерҙә ныҡ баҫып торғаныңда барыһы ла , «сват та брат». Саҡ ҡына бәүелдеңме, улар ситкә ҡаса. Ундайҙарҙан баш эйеп ярҙам һорау –мәғәнәһеҙлек.

• Ашҡа бешкән ҡаҙанға яҡын булмаҫ.

• Ҡандан ҡурҡҡан күрәләтә ҡырмыҫҡаны ла тапамаҫ.

• Кейем кәүҙәне түгел, кәүҙә кейемде йөрөтә. Кешенең иң яҡшы кейеме –яҡшы холоҡ. Ә нигеҙҙә – һинең иманың.

• Вәғәз һөйләүсенең иң бөйөк сифаты – кәрәк нәмәне әйтеү генә түгел, кәрәкмәгәнде өндәшмәй ҡалыу ҙа ул.

ФӘНҮЗӘ БИКҠУЖИНА, ӨФӨ.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...