Сәбәп үҙебеҙҙә

Сәбәп үҙебеҙҙә

Бер ир, үҙенең ҡатынын ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, тип уйлаған һәм нисек тә уға ярҙам итергә тырышҡан.

Бер ваҡыт ул, иртән тороп, ҡатынына күренмәй генә, бүлмәнең алыҫыраҡ мөйөшөнә барып, бышылдап ҡына:

− Һин мине ишетәһеңме? − тип һорай.

Яуап юҡ. Ул ҡатынына табан яҡыныраҡ барып, ҡабатлай:

− Ә хәҙер ишетәһеңме?

Шул уҡ хәл. Ул тағы ла яҡыныраҡ килә:

− Ишетәһеңме?

Һаман да яуап булмағас, ул ҡатынының ҡолаҡ төбөнә үк килеп, һорауын ҡабатлай.

Ҡатыны быға борола ла:

− Дүртенсе тапҡыр әйтәм: Эйе, ишетәм!

Тормошта йыш ҡына шулай: беҙ, берәй нәмә булһа, ғәйепте башҡа кешенән эҙләйбеҙ, баҡһаң − сәбәп (проблема) үҙебеҙҙә икән.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...