Туған тел – Аллаһу Тәғәләнең бүләге

Туған тел – Аллаһу Тәғәләнең бүләге

Туған тел – Аллаһу Тәғәләнең бүләге

21 февраль 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ-ара туған телдәр көнө итеп иғлан ителә һәм 2000 йылдан билдәләнә башлай. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә алты меңдән ашыу тел бар, тип иҫәпләнә.

 

Ә нимә һуң ул тел? Бары тик кешеләрҙең үҙ-ара аңлашыу сараһы ғынамы? Әлбиттә, күпкә ҙурыраҡ, әһәмиәтлерәк бер күренеш ул тел. Һәр милләт өсөн туған тел – үтә ҡиммәтле хазина, сөнки һәр халыҡ туған теле аша тирә-яҡ мөхитте күҙ алдына килтерә, тап туған тел ярҙамында һәр шәхес рухи ҡиммәттәрҙе танып белергә, яҡшы менән яманды айырырға өйрәнә. Башҡорт халҡы өсөн дә башҡорт теле – баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ, быуындан-быуынға күсеп килеүсе оло аманат ул. Әсә телебеҙгә Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек һүҙ оҫталары мәҙхиә йырлаған.

Беҙ – мөьмин мосолмандар Аллаһу Тәғәләнең барлығына һәм берҙән-берлегенә һис шикһеҙ инанабыҙ. Шулай икән, Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһу Тәғәлә Үҙенең тотош кешелеккә төбәлгән һүҙе – Ҡөрьән Кәримдә телдәр тураһында нимә әйтә? тигән һорауҙың тыуыуы – беҙҙең өсөн тәбиғи хәл.

Ғаләмдәр Хужаһы Аллаһу Тәғәлә “Әр-Рахмән” сүрәһенең тәүге дүрт аятында әйтә (мәғәнәһе): ”Ул (Аллаһу Тәғәлә) − Әр-Рахмән (Донъяла бөтә мәхлүкәттәргә рәхмәтен яуҙырыусы). Ул кешегә Ҡөрьәнде өйрәтте. Ул кешене юҡтан бар итеп яратты. Уны (кешене) һөйләшергә, аңлашырға өйрәтте.”

Был аяттарҙа Аллаһу Тәғәлә кешеләрҙең тел ярҙамында үҙ-ара аңлашырға һәләтле булыуҙарын донъяға килеү, йәшәү, Ҡөръәнде өйрәнеү – хаҡ менән ялғанды, аҡ менән ҡараны айыра белеү менән бер ҡатарға ҡуя. Шулай уҡ был ниғмәттәрҙең, йәғни йәшәү, хаҡ менән ялғанды айыра алыу, тел ярҙамында аралаша алыу һәләтенең Аллаһу Тәғәләнең Әҙәм балаларына баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләге икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп, беҙҙе был бүләктең ҡәҙерен белергә өндәй.

“Рум” сүрәһенең 22-се аятында Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһу Тәғәлә әйтә (мәғәнәһе): “Дөрөҫлөктә, күктәрҙең һәм ерҙең яратылыуында (юҡтан бар ителеүендә), һеҙҙең телдәрегеҙҙең һәм төҫ-ҡиәфәттәрегеҙҙең төрлөлөгөндә Аллаһу Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә оло дәлилдәр бар”.

Тимәк, ер йөҙөндә йәшәүсе һәр халыҡтың үҙ туған телендә һөйләшеүе Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе булыуын күрһәтә, ә телдәр, дөйөм алғанда − кешелек өсөн һәм, айырым алғанда − һәр милләт өсөн Ғаләмдәр Раббыһының баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләге булып тора.

Ошо бүләк – ниғмәттең ҡәҙерен беләйек, бай, моңло әсә телебеҙҙең Хоҙай Тәғәләнең оло аманаты икәнлеген иҫебеҙҙән сығармайынса, ошо оло аманатты күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ, имандаштар, диндәштәр, милләт-тәштәр!

 

Рамаҙан Оморҙаҡов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...