Доға көсө

 Доға көсө

 Доға көсө

Бала саҡ... Миңә 10-11 йәштәр булғандыр. Йығылып ятып, әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, атай-әсәй күпләп балалар өсөн сыҡҡан гәзит, журналдарға яҙылған. Өйҙәгеләр ҙә ихлас әҙәби китаптар уҡыуға. Ҡартәсәйем Рәхимә, яңыса хәреф танымаһа ла, мин уҡыған хикәйә, шиғырҙарҙы яратып тыңлай.

 

Йәйҙең матур бер көнө. Картуфлыҡ арты йәм-йәшел сирәм, Берләм генә юл үтә, һирәкләп, көтөүселәр һыбай үтеп китәләр.

Балаҫ түшәнек тә, шул йәшел сирәмдә мин Зәйнәб Биишеваның китабынан хикәйәләр уҡыйым, ҡартәсәйем ваҡ төйәк ямаштыра, минең уҡығанды ихлас тыңлай.

Нишләптер, уҡып ултыра торғас, ауыҙҙы ябып булмай иҫнәтеп алып китте, нишләргә белеп булмай, ҡурҡышып, йәһәтләп әйберҙәрҙе йыйнап ҡайтып киттек. Ҡартәсәйем бағымсы Мәрғүбә инәйгә алып китте, өлкән генә йәштә булһа ла, бик теремек инәй, тиҙ генә башымды һыйпап, нимәлер уҡый, өрә, уҡый, һыйпай торғас, күҙем асылып киткәндәй булдым. Бер бәләкәй ап- аҡ ҡына тоҙ ялатты, үҙе: "Мөжәүир тоҙо", – тип һөйләнә, исеме ят, ҡолаҡҡа ятышлы булғанғамы, был исем хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Аҙаҡ ҡына Баймаҡ хәҙрәтенең көслө имсе икәнен ишетә башланыҡ халыҡтан. Шулай итеп, Мәрғүбә инәйгә бер нисә барғандан һуң, арыулана башланым, һуңынан һауыҡтым, рәхмәт уҡыйым хәҙер ҙә изгҽ мәрхүм, мәрхүмәләр рухына.

Икенсе осраҡ. Килен булып төшкәс, иптәшем менән ҡалаға йыйындыҡ. Йәшәгән ауылыбыҙ таулы урында урынлашҡан. Оло юлға сыҡҡансы, тау үрен йәйәү сығыр кәрәк. Тау сығыуыбыҙ булды, мин телһеҙ ҡалдым, иптәшемә һүҙ ҡуша алмайым, мин өндәшәм, ул аңламай. Ҡурҡып илап ебәрҙем. Кире боролорға тура килде. Иремдең ҡартәсәһе ауылда билдәле генә бағымсы ине, йылан сағамы, күҙгә дегәнәк төшәме − уға киләләр, дини яҡтан бик көслө генә. Йүгереп килҽп етте өлкән бейемем. Ултыртып доғаларын уҡып, өшкөрөп, ике көндә һауыҡтырҙы, элекке хәлемә ҡайттым. Һуңынан табиптарға күрендем, тирләп сыҡҡанһығыҙ, ел һуҡҡандыр, тигәндән башҡа аңлатып диагноз ҡуя алманылар.

Инде үҙем, дингә килеп, намаҙға баҫҡас ҡына аңлайым доға көсөн.

Мең рәхмәтлемен ҡартәсәйемә, инәй-олатайҙарҙың илаһи ҡөҙрәтенә. Йәндәре Ожмах түрҙәрендә булһын мәрхүмдәремдең!

 

Клара Урызбаева, Баймаҡ ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...