Тәкәбберлек – гонаһтарҙың башы

Тәкәбберлек – гонаһтарҙың башы

Төрлө хәлдәргә тарыйбыҙ. Осрашабыҙ, күрешәбеҙ, ғәпләшәбеҙ, уйынлы- ысынлы, уйлап та етеңкерәмәгән һүҙҙәр һөйләйбеҙ.

 

Оло ғына бер ағайҙың юбилей табынынан таралышабыҙ. Матур теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ағайыбыҙҙың кәйефе күтәренке, артыҡ маҡтап та ташлағанбыҙҙыр инде, бик ҡәнәғәт. Еңгәнең генә күнеле төшөнкөрәк. Бындай хөрмәткә ағай лайыҡ түгел, тигәнерәк уйҙа. Ишетелер-ишетелмәҫ кенә, эшкә тигәндә юҡтар, тигәнерәк һүҙҙәр менән ҡунаҡтарын оҙата. Аптырап, еңгәгә ҡарайым. «Шулай итмәһәң, башҡа менә улар», – ти еңгәм.

Бына инде. Туғанын, уның ғаиләһен хөрмәт итеп, тәбрикләргә килгәндәргә мөнәсәбәт. Ниҙер өҙөлдө.

Яҡшыны күрә белергә лә кәрәк икән. Күңел өшөтөрлөк һүҙҙән ты-йылыу хәйерлерәк. Һүҙең көмөш булһа ла, өндәшмәүең – алтын.

Килгән ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү ҡаныбыҙға һеңгән. Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ хәҙисендә: «Минең өммәтемдән бер кеше килгән ҡунаҡты ихласлыҡ менән ҡаршы алһа, мөмкин булғанса, һый-хөрмәт күрһәтһә, Аллаһу Тәғәлә был кешегә рәхмәт ҡылып, Йәннәт ишектәрен асыр», – тип бушҡа әйтмәгән. Икенсе бер хәҙистә: «Ҡунаҡтарына те-йешле дәрәжәлә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәгән кеше яҡшылыҡ көтмәһен!» – тиелә.

Еңгәм бик йәл булып китте. Берҙән, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, иренең бәҫен төшөрҙө, икенсенән, килгән ҡунаҡтарының кәйефен ҡырҙы. Быларҙың барыһы артында бер генә һыҙат – тәкәбберлек ярылып ятҡанын, уның бик ҡурҡыныс рухи сир икәнен, күңелен ҡыймай ғына, нисек аңлатайым икән еңгәмә?!

 

 

Әминә Әхмәтова,

Өфө районы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...