ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәр! Бынан 107 йыл элек 1917 йылдың 2 февралендә халҡыбыҙҙың аҫыл улы, күренекле дин әһеле, шәйех Зәйнулла Рәсүлев баҡыйлыҡҡа күсә. Ихлас доғаларыбыҙ Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө ҡоло Хәбибулла улы Зәйнулла ишандың рухын шат ҡылып, изге мәҡәмдәренең тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүенә сәбәпсе булһын!

 

 

ЗӘЙНУЛЛА ИШАНҒА МӘҘХИӘ

 

Халҡыбыҙҙың күңелендә ҡылған эшең,

Изгелегең онотолмай шуның өсөн.

Халҡым, тинең, хаҡлыҡ, тинең, түктең көсөң,

Быуаттарҙы үтеп балҡый һинең өсөн.

Белеп торам, Ожмахтың иң түрендәһең,

Ғилемдең һин иң юғары үрендәһең.

Хаҡ Тәғәлә һиңә бөтмәҫ зиһен биргән.

Булмышыңды әүлиәгә тиңһендергән.

Һинең әйткән һүҙең беҙгә һабаҡ булыр,

Яңылышҡан, үҙен аңлап, тәүбә ҡылыр.

Ҡөрьән-Кәрим беҙгә бушҡа бирелмәгән,

Илтифат ит, йөҙөң яҡты нурға тулыр.

Ҡайҙа барма, уң булырҙай ине юлың,

Бинахаҡҡа кисерҙең һин йәбер-золом.

Был бит бары яуыздарҙың ҡылған эше,

Тик үтмәне ундайҙарҙың һиңә теше.

Әйҙә, ишан, беҙҙең ҡорҙоң түренә үт,

Хөрмәтебеҙ маһирҙарға – йә, рәхим ит.

Һин барында бар йәмәғәт телен тыйыр,

Оло хөрмәт яһап, һиңә ирек ҡуйыр.

Халҡың һиңә мәрмәр таштан һәйкәл һалыр,

Төрлө яҡтан килеп, һәр кем байҡай алыр.

Даның тағы китер алыҫ алыҫтарға,

Һәр инсандың күңеленә ялҡын ҡабыр.

Зәйнулла ишан, “Рәсүлиә”, “Рәсүлиә”...

Бар мосолман халҡы һиңә башын эйә.

Бөгөн беҙҙең арабыҙға ҡайттың тағы,

Ҡыуаныстан баштарыбыҙ күккә тейә.

 

Әхмәҙиә Сәсән-заты

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...