Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы – гүзәл Шәғбән

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы – гүзәл Шәғбән

Һижри календары буйынса 22 февралдә Шәғбән айына аяҡ баҫабыҙ. Һөйөклө Рәсүлебеҙ ﷺ әйтте: «Шәғбән айының башҡа айҙарҙан өҫтөнлөгө минең башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән өҫтөнлөгөм кеүек үк».Мөхәммәт ﷺ - бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең иң яҡшыһы, ошо донъяны ла Раббы тап уның өсөн генәЯратҡан бит!

Быны беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ. Хәҙер инде Шәғбән айының өҫтөнлөгөн күҙ алдына килтереп ҡарағыҙсы! Был айҙа башҡарылған бөтә яҡшы эштәрҙең сауабы 700 тапҡырға күберәк һәм уларҙың барыһы ла бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡабул ителә. Рәсүлебеҙ ﷺ әйткәнсә: "Шәғбән исеменең килеп сығышы – "тәшәәбә" һүҙенән, ул "таратылыу" тигәнде аңлата. Был айҙа Изгелек тарала. Һәм Сөннәт буйынса иң сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе – ул ураҙа". Шуға күрә Аллаһ Илсеһе салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм ошо ай буйына ураҙа тотҡан. Бер ваҡыт Асамат ибне Зәйд Пәйғәмбәрҙән ﷺ Шәғбән айында айырыуса ныҡ тырышлыҡ күрһәтеүенең сәбәбен һораған. Ул сәхәбәһенә шулай тип яуап ҡайтарған: «Рәжәб менән Рамаҙан араһындағы был айҙа күбеһе ғәмһеҙ. Ундағы бөтә ғәмәлдәрҙе лә Аллаһ ҡабул итә, шуға ла мин ошо мәлдә ураҙала булырға теләйем». Шуға ла күп мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ошо айҙарҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә: ихлас ураҙа тота, күп итеп яҡшылыҡ ҡыла, башҡаларҙы ла ошо изге эштәргә өндәй башлай. Ләкин ошо күтәренкелек көндән-көн һүрелә, кәмей, ә ай аҙағына бөтөнләй юҡҡа сығып ҡуя. Һәм хәҙистә әйтелгәнсә, Шәғбән айында кешеләр бошмаҫ, вайымһыҙға әйләнә. Шуға күрә беҙгә был айҙа Аллаһ Ризалығы өсөн айырыуса ныҡ тырышырға кәрәк. Ай буйына ураҙала була алмағандар иһә өсәр көн ай башында, уртаһында һәм аҙағында тотһон.

Раббыбыҙ беҙҙе күндәм, изгелек ҡылыусы һәм Ул беҙҙе бүләкләгән бәхет өсөн рәхмәтле, ихлас, ихсанлы, саф йөрәкле ҡолдар сафында йәшәтһә ине! Амин!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...