Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр, Рәсәй мосолмандары!

Бар йөрәктән һеҙҙең барығыҙҙы ла бөйөк байрам – Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым!

Был әһәмиәтле көндә беҙ, Аллаһу Тәғәлә ҡорбан салыу йолаһы аша бүләк иткән, мөһимдәрҙән-мөһим һабаҡтарҙы иҫебеҙгә төшөрәбеҙ. Был көн һәр ҡайһыбыҙға Яратыусыбыҙға үҙебеҙҙең һөйөүебеҙҙе һәм тоғролоғобоҙҙо иҫбатларға, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрергә мөмкинлек бирә.

Ҡорбан байрамы Киң Ҡөҙрәтле Раббыбыҙ ризалығы хаҡына фиҙаҡәрлектең һәм ҡорбан булырға әҙер булыуҙың бөйөклөгөн күҙаллай. Был көндө беҙ Аллаһу Тәғәләнән салған ҡорбандарыбыҙҙың, хәйерле ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул булыуын ялбарып, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙҙы барып күрәбеҙ, ҡыуанысыбыҙҙы ярҙамыбыҙға мохтаж кешеләр менән уртаҡлашабыҙ,

Ғаләмдәр Хужаһы Изге Ҡөрьәндә иҫкәртә (мәғәнәһе): «Яратҡан нәмәгеҙҙе (мөлкәтегеҙҙе) Уның юлында сарыф итмәй тороп, һеҙ тәҡүәлеккә (һәм Аллаһ ризалығына) ирешә алмаҫһығыҙ. Ни тиклем сарыф итһәгеҙ ҙә Аллаһ белеп тора (һәм артығы менән кире ҡайтара). («Әлү Ғимран» сүрәһе, 92-се аят). Ошо һүҙҙәр айырыуса байрам көнөндә беҙҙе эргә-тирәләгеләребеҙгә, бигерәк тә ауырлыҡ һәм мохтажлыҡ кисергәндәргә иғтибарлы булырға өндәһен һәм изге эштәргә илһамландырһын.

Ҡолас етмәҫ тыуған илебеҙҙән меңдәрсә дин ҡәрҙәштәребеҙ Мәккә һәм Мәҙинәләге изге ерҙәргә Исламдың иң мөһим бағанаһы – хаж ғәмәлен үтәр өсөн сәфәргә сыҡты. Аллаһу Тәғәлә уларға көс-ҡеүәт бирһен, барса ғибәҙәттәре, ҡылған доғалары, салған ҡорбандары ҡабул ителеп, йөрәктәренә иман нуры һәм фатиха ирешһен, хаждары ҡабул булып, уларға иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Был изге көндә бөтә донъяла һәм тыуған илебеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ урынлашыуын теләп, Аллаһҡа доға ҡылабыҙ. Дин юлында булған һәр кешегә Ҡөҙрәт Эйәһенең рәхмәте һәм рәхимлеге юлдаш булһын, төрлө-бәлә ҡазалар, ауыр ҡайғы-хәсрәттәр урап уҙһын.

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Раббыбыҙ барлыҡ хәйерле доғаларыбыҙҙы, салған ҡорбандарыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул итһен! Амин.

Ҡобан байрамы менән!

 

Дағстан Республикаһы мөфтөйө шәйех Әхмәд Әфәнде Абдулаев

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...