Йыһандың Солтаны

Йыһандың Солтаны

Миләди йыл иҫәбе буйынса, 2025 йылдың 23 авгусында (һижри буйынса − 1447 йылдың), ҡояш байыу менән Рабиғел әүүәл айы башлана. Был ай бөтә Ислам донъяһында мөбәрәк ай һанала, сөнки Рәбиғел әүүәл айының ун икенсе көнөндә беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) донъяға килә. Миләди йыл иҫәбе буйынса, был көн, күпселек Ислам тарихсылары раҫлауынса, 571 йылдың 24 апреленә тура килә.

 

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тап яҙ миҙгелендә тыуыуы ла, әлбиттә, осраҡлы түгел. Бында тәрән символик мәғәнә, хикмәт ята. Ләйсән ямғыр бөтә тәбиғәтте терелткән, йоҡоһонан уятҡан һымаҡ, Мөхәммәд Әфәндебеҙ ҙә ﷺ был Ергә, хаҡ Раббыларын инҡар итеүҙәре сәбәпле, рухи яҡтан үле, тере мәйет хәлендә булған ҡәлептәрҙе1 терелтергә, Раббыларын онотоп, ғәфләт йоҡоһона талған йөрәктәрҙе иһә уятырға килә.

Мөхәммәд ﷺ, милләте буйынса ғәрәп булһа ла, үҙ ҡәүеменә генә түгел, ә бөтә кешелеккә, улай ғына ла түгел, бөтә ғаләмгә Аллаһу Тәғәләнең барлығын, берлеген аңлатыусы, иҫләтеүсе, Уның мөьмин мосолмандарға булған сикһеҙ һөйөүен һөйөнсөләүсе иң һуңғы пәйғәмбәр итеп ебәрелә. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьән Кәримдә («Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһе, 107-се аят) әйткән (мәғәнәһе): «Беҙ һине ғаләмдәргә рәхмәт итеп кенә ебәрҙек».

Мөхәммәдкә ﷺ Аллаһу Тәғәлә тарафынан йөкмәтелгән пәйғәмбәрлек вазифаһы кешеләрҙе генә түгел, хатта ендәрҙе лә хаҡ дингә өндәүҙе үҙ эсенә ала: «Әйт: «Миңә үәхи күндерелде. Ен төркөмө тыңлап торған да әйткән: «Ысынлап та, беҙ ғәжәп Ҡөрьән  ишеттек!» («Ендәр» сүрәһе, 1-се аят).

Ошо тиклем киң ҡоласлы пәйғәмбәрлек миссияһын еренә еткереп башҡарыу өсөн Мөхәммәд ﷺ үҙе лә, әлбиттә, был яуаплы эшкә төрлө яҡлап әҙер булырға тейеш була. Ләкин ул үҙе әҙерләнмәй, уны тыумышынан, бала сағынан уҡ киләсәктә олонан-оло вазифаны үтәүгә мөғжизәле бер рәүештә Аллаһ Раббыһы әҙерләй...

Мөхәммәд ﷺ хәҙис шәрифтәренең береһендә пәйғәмбәр итеп ебәрелеүенең төп маҡсатын былай билдәләй: «Мин һеҙҙең холоҡтарығыҙҙы яҡшыртыр өсөн пәйғәмбәр итеп ебәрелдем». Күреүебеҙсә, Ислам тәғлимәтенең төп маҡсаты − әҙәм балаларын тәрбиәләү, уларҙың холоҡтарын төҙәтеү, уларҙы алама ғәҙәттәренән арындырыу ғына түгел, ә уларҙың әхлаҡи халәттәрен иң юғары кимәлгә күтәреү. Ә намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү, хаж ҡылыу кеүек ғибәҙәттәр иһә ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙең ысулдары, Раббыбыҙ Аллаһ Үҙе күрһәткән юлдары булып тора. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, тәү сиратта, Мөхәммәд ﷺ үҙе иң юғары әхлаҡ эйәһе булырға тейеш була. Ысынбарлыҡта, ул шулай була ла. Быны Ҡөрьән аяты раҫлай: «Һин, ысынлап та, оло (иң күркәм) холоҡло.» − тип маҡтай Аллаһу Тәғәлә Үҙенең һөйөклө ҡолон − Мөхәммәдте ﷺ − «Ҡәләм» сүрәһенең 4-се аятында. Тап ошо иң күркәм әхлаҡи сифаттарға эйә булыуы арҡаһында, Мөхәммәд ﷺ бөтә Ислам донъяһында Йыһандың Солтаны тип исемләнә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ тыуған Мәүлит айы барыбыҙға ла ҡотло булһын! Аллаһ Раббыбыҙға лайыҡ ҡолдар, Йыһандың Солтанына лайыҡ өммәттәр булырға ынтылайыҡ! Көн һайын холоҡтарыбыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өҫтөндә эшләйек! Аллаһу Тәғәлә бөтәбеҙгә лә ил, донъя именлеге, йән тыныслығы, Үҙенең ризалығына өлгәштереүсе эштәр эшләргә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, тәүфиҡ, ярҙам бирһен!

 

______________________________________

1 Ҡәлептәр − йөрәктәр, күңелдәр.

 

Рамаҙан Оморҙаҡов,

Өфө ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...