Шәүүәл айы ураҙаһы

Шәүүәл айы ураҙаһы

Шәүүәл − мәшһүр хаж айҙарының тәүгеһе. Хаж ҡылыуҙың төп йолалары Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә башҡарылһа ла, Шәүүәлдең башынан алып Зөлхизә айының Ғәрәфә көнөнә тиклемге ваҡыт хаж осоро һанала. Шәүүәлдең беренсе көнө − Ураҙа ғәйете.

Шулай уҡ Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотоу − Аллаһ Рәсүленең сөннәт ғәмәле, Рамаҙан айында яҙылған сауаптарҙы арттырыу, имандың паҡланыуын, йән-тәндең сафланыуын дауам иттереү өсөн ҙур мөмкинлек. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң Шәүүәл айында кем алты көн ураҙа тота, шул кеше йыл буйына ураҙа тотҡан кеүек булыр», − тип әйткән (Әхмәд).

Имам ән-Нәүәүи был хәҙисте шулай тип аңлата: «Был − бер йыл ураҙа тотоуға тиң, сөнки бер изге ғәмәл өсөн унлата сауап яҙыла: Рамаҙан айына − ун айлыҡ ураҙа сауабы, ә Шәүүәл айының алты көнөнә алтмыш көн (ике ай) ураҙа сауабы яҙыла». Әр-Рамли иһә үҙенең «Ниһәйәт әл-Мохтаж» китабында яҙған: « Шәүүәл айындағы алты көн ураҙа беҙҙең өсөн сөннәт, сөнки Пәйғәмбәребеҙ: «Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотҡан кеше ғүмере буйы фарыз ураҙа тотҡандың әжер-сауабына ирешер», − тип әйткән”. Үрҙә әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, әш-Шәбрамәллиси: «Әгәр кеше, йыл һайын Рамаҙан айында ураҙа тотоп, артабан Шәүүәл айының алты көнөн ураҙала үткәрһә, − ошондай сауапҡа ирешер», − тигән аңлатма биргән.

Артабан әр-Рамли шулай тип яҙа: «Алты көнлөк ураҙаны бер-бер артлы тотмаһаң да, сөннәт үтәлде, тигән һүҙ. Әммә байрам көнөнән һуң бер өҙлөкһөҙ алты көн эсендә башҡарылған ғәмәлдең әжере күберәк». Башҡа нәфел ғәмәлдәрҙеке кеүек үк, Шәүүәл айында алты көн дауамында тотҡан ураҙаның да хикмәте бар. Фарыз намаҙҙарыбыҙҙың етешһеҙлектәрен сөннәтттәре ҡаплаған һымаҡ, Шәүүәл ураҙаһы Рамаҙан айында булған кәмселектәрҙе юя, ҡылған хаталарыбыҙҙы төҙәтә. Изге ғәмәлдәрҙең сауабын Аллаһу Тәғәләнән башҡа һис кем бирмәҫ. Барыбыҙға ла Уның рәхмәтенә һәм бәрәкәтенә ирешергә яҙһын.

ҒӘҘЕЛ ИБРАҺИМОВ

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...