Рәжәб айын ҙурлаған кешене Аллаһ ﷻ Үҙе ҙурлай!

Рәжәб айын ҙурлаған кешене Аллаһ ﷻ Үҙе ҙурлай!

Беренсе ғинуарҙа изге айҙар теҙмәһендә тәүге булған Рәжәб айы башланды. Аллаһу Тәғәләнең ҡәҙерле айы – Шәһруллаһ, тип өйрәтте Аллаһ Илсеһе Рәсүлүллаһ ғәләйһи-саләтү үә сәлләм.

 

Аллаһу Тәғәләнең барса ниғмәттәренә шөкөр иткән хәлдә, был айға йәнә килеп етеүебеҙгә шатланып, сауаплы ғәмәлдәребеҙҙе арттырһаҡ ине, мөхтәррәм ҡәрҙәштәрем! Кеше үҙ ғүмерендә, ошо мөмкинлекте файҙаланып, бик күп изгелек ҡыла ала! Ә күпмеһен файҙалана икән ул?

Имамлыҡ форсатынан файҙаланып, изге ғәмәлдәр ҡылырға барығыҙҙы ла өгөтләйем. Изге айҙарҙа изге көндәр тураһында һүҙ барған ваҡытта, иң әүәл ураҙа ғибәҙәте тураһында әйтер инем. Фарыз булмаһа ла, сөннәт, нәфел ураҙалар ҙур урын алып тора бит. Һәр көнө өсөн айырым әжер-сауабы бар, файҙаһы ғәйәт ҙур. фазиләттәрен һанап бөткөһөҙ, ошо ниғмәттәрҙең барыһын Аллаһ Рәжәб айын ҙурлаған ҡолдарына вәғәҙә итә − шуны онотмаһаҡ ине. Шулай уҡ изгелек юлында был айҙа малдарын саҙаҡа ҡылыусы бәндәләр маҡтала, уларҙың Аллаһ алдындағы дәрәжәһе арта. Шулай уҡ ошо ваҡытта ғөмрә ҡылыу, ғилем өйрәнеү бик әһәмиәтле.

Тәүбә ҡылыу ҙа бик мөһим, сөнки, ихлас күңелдән тәүбә итмәйенсә тороп, ғибәҙәт ҡылыуҙа күңел рәхәтлеге булмай. Ошо ваҡытта мәрхүмдәрҙе зыярат ҡылыу ҙа, төрлө хәйриә эштәрендә ҡатнашыу, йәш быуынды тәрбиәләгән ваҡытта, изге айҙарҙың өҫтөнлөгөн аңлатыу ҙа оло сауапҡа ирештерә. Рәжәб айы йәнә боҙолған, һыуынған араларҙы төҙәтеп, бер-беребеҙҙән ғәфү һорар өсөн, ихтирам күрһәтер өсөн, бүләктәр бирешеп күңелдәрен күтәрер өсөн уңайлы осор.

Рәжәб айын «һаңғырау ай» ҙа тиҙәр. Ул беҙгә гонаһтар эшләргә сәбәп түгел, ә киреһенсә – булғанына шөкөр итеү, ғәфү һорау, тәүбә итеү мәле. Рәжәб – «әр-руджуб», йәғни төп мәғәнәһе уның – ололау, әҙәп күрһәтеү. Был айҙы Раббыһы Ризалығы өсөн ҙурлаған кешене Аллаһ Үҙе ҙурлай, йәмғиәттә ул хөрмәт ҡаҙана, Аллаһ Ризалығына ирешергә юлы асыла.

Рәсүл Әкрам ﷺ был айҙы ҙурлап, доғалар ҡылып ҡаршылар булған: «Йә Аллаһ, Рәжәб һәм Шәғбән айҙарында фатихаңды бир һәм Рамаҙан айына барып етергә насип ит».

Рухи маҡсатҡа өлгәшер өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән ваҡыт был. Ул да булһа, Ғаләмдәр тәрбиәсеһе, берҙән-бер Аллаһ Ризалығына ирешеү.

Халҡыбыҙ борондан, был айҙы үтә лә ныҡ хөрмәт итеп, ҙур ихласлыҡ күрһәткән. Изге, тип танып, ошо айҙа тыуған ир балаларға Рәжәп, Шәһруллаһ тигән исемдәр ҡушҡандар.

Рәжәп айының ынйыһы ул – Рәғәиб кисәһе. Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, бер генә көн булһа ла, ураҙаһын тотоп, төнөн намаҙҙар уҡып, доғалар ҡылып үткәреү, ғаилә менән киске аш, ифтар мәжлестәре ҡороп, йыл һайын ошо изге йоланы башҡарыу халҡыбыҙҙа ҙур урын алып тора, Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә ғүмер биргән икән, быйыл да иҫән-һау булып, был ваҡиғаны иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалдырмаһаҡ ине.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нәсихәте һәр беребеҙҙең күңеленә үтеп инһен. Әйткәндәй, ул, Рәжәб айы ул – емештәрҙең орлоҡтарын һайлап ултыртыу, тип өйрәткән ине. Ә уның артынса килгән Шәғбән айы – орлоҡтан сыҡҡан үҫентеләрҙе тәрбиәләп үҫтереү. Изге Рамаҙанда уның емешен йыябыҙ, изгелектәрҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ, тигән. Ин шәә Аллаһ!

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә киләһе ғүмеребеҙгә бәрәкәт өҫтәп, Уның ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып, мөьмин үә мосолман булып йәшәргә хәйерле ғүмерҙәр насип итһен. Тәүфиҡһыҙға – тәүфиҡ, юлдан яҙғандарға – Раббыбыҙ тәүбә итергә насип итһен. Илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы, әһле ғаиләбеҙҙе һаҡлап, дин, ислам нигеҙендә һәр ҡайһыһыбыҙҙың ихласлығын арттырһын.

 

Нурмөхәмәт хажи Нуриев,

Өфө районы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...