Йәш балалы әсәгә ҡарата әйтергә ярамаған 6 һөйләм

Йәш балалы әсәгә ҡарата әйтергә ярамаған 6 һөйләм

Йәш балалы әсәгә ҡарата әйтергә ярамаған 6 һөйләм

Тәүлек дауамында балаһының «әмере-фарманын»н үтәп, уныһына мәктәптә өйгә эш биреп ҡайтарһалар, бергәләп мәсьәлә сискән, шиғыр ятлаған, аш бүлмәһендә әллә күпме ризыҡ бешереп, һауыт-һаба йыуып, донъяһын сынъяһауға әйләндерергә өлгөрәм, тип хәлдән тайған ҡатын-ҡыҙ танышмы һеҙгә?

 

Әлбиттә, әсә кеше барыһына ла өлгөрә! Тик ҡулындағы йәш балаһы менән йоҡо эләгәме-юҡмы икән уға? Ай-һай, был һорауға бик һирәктәр генә ыңғай яуап бирер.

Бәпәй табыу бәхетен биргән Раббыбыҙға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, был тойғоно татып өлгөрмәгән йәш ҡыҙҙарҙың да киләсәге ҡотло, яҡты, ырыҫлы булһын, Аллаһ бойорһа! Әммә, үҙебеҙҙе тәжрибәле тип барһаҡ та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йонсоу йәш ҡатындарҙы йыуата белмәйбеҙ. Етмәһә, аҡыллы кәңәш урынына ауыҙҙан туҙға яҙмаған һүҙҙәр сығып ысҡына! Аңғармайса әйткән һүҙебеҙ йәш кешене рәнйетеп йә асыуландырып ҡуймаһын өсөн, беҙгә түбәндәге һөйләмдәрҙән һаҡланырға кәрәк.

  1. «Хәҙер барыһына ла ауыр!» – тибеҙ йыш ҡына, тик уйлап ҡарағыҙ: уны әйтеүҙән ни фәтеүә! Эйе, был шаблонға әүерелгән фразаны күбеһе ҡуллана. Әммә ярҙамға мохтаж әңгәмәсебеҙ, ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, еңеллек тойормо? Ҡыйын хәлгә төрлө сәбәп килтерә, һәр кем уны үҙенсә кисерә. Бәлки, йәш әсәгә, бер тапҡыр ғына булһа ла, туйғансы йоҡлап алыу, массаж яһатыу ҙа етәлер!
  2. «Ә бына беҙҙең өләсәйҙәр…» баҫыуҙа етешәр бала тапҡан, памперстары ла, кер йыуыу машинаһы ла булмаған. Һүҙ юҡ, ҡартәсәйҙәребеҙ, ысынлап та, егәрле, күндәм, уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ! Еп өҙөрлөк хәле лә ҡалмаған йәш әсәгә шуны ишетеүе еңел, тиһегеҙме? Был фраза менән уның апатияһын тағы ла көсәйтеп ебәрәһегеҙ бит. Сағыштырып ултырғансы, ярҙам итегеҙ.
  3. «Ҡыҙың үҫеп етер ҙә, ярҙам итер». Эйе, өс йәшлек, ярай, бик бәләкәй, тиһәгеҙ, алты йәшлек ҡыҙығыҙ һеҙҙең бала ҡарау, йорт бағыу буйынса бөтә эшегеҙҙе уның елкәһенә тиҙерәк күсереүҙе түҙемһеҙлек менән көтә икән, имеш, ти. Әлбиттә, уларҙың ярҙам итеүе һөйөнөслө күренеш, бөтәбеҙ өсөн ҙур ҡыуаныс. Эшкә һөйөүҙе, әлбиттә, ата-әсә тәрбиәләй. Таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә ынтылышты, аш-һыу серҙәрен, кер йыуыу, ҡорғандарҙы элеү һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтеү ҙә – әсә иңендә бит.
  4. «Өсөнсөһөн тапҡас... еңелерәк булыр». Кемгәлер ҡасан һәм нисә бала табырға кәрәклеген өйрәтеү – әҙәпһеҙлектең әҙәпһеҙлеге. Ипле, күркәм холоҡло булғығыҙ килһә: «Икенсеһе артынан ҡасан барырға йыйынаһығыҙ?», «Өсөнсө баланы табығыҙ ҙа, еңелерәк булыр!», «Тағы ла бала табып ҡуймағыҙ», – тигән һүҙҙәрҙе онотоғоҙ.
  5. «Бирешмә». Был мәғәнәһеҙ һүҙҙе күберәк йәш әсәне түгел, үҙебеҙҙең намыҫты тынысландырыу ниәтенән сығып әйтәбеҙ. Яҡынығыҙҙы стрестан һаҡлап алып ҡалырға, ярҙам итергә теләһәгеҙ, һирәк булһа ла, балаһы менән ултырып тороғоҙ. Шул арала йәш әсә һөйгәне менән йәне теләгән урынға барып килһен.
  6. «Теге донъяла ял итербеҙ». Бик тә урынһыҙ һүҙбәйләнеш, айырыуса йоҡо етмәүҙән ғазапланған йәш әсәләр өсөн. Йоҡоһоҙлоҡ ресурстарҙы кәметә, мейе эшмәкәрлеген тотҡарлай. Хроник йоҡоһоҙлоҡ психик ауырыуҙарға килтерергә мөмкин. «Теге донъяла» беҙҙе ни көткәне Аллаһу Тәғәләгә генә билдәле. Был осраҡта кәңәшебеҙ үткән пункттағы кеүек үк: йәш әсә йоҡоһон туйҙырғансы, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ.

 

Сафия Фокина

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...