ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мосолман кешеһенә йылҡы ите ашарға яраймы?

Йылҡы ите ашарға ярай. Дин шарттары буйынса һуйылған һуғымды ашау тыйылмай. Күпселек ғалимдар, шул иҫәптән имам Әбү Хәнифәнең уҡыусылары – Әбү Йософ һәм Мөхәммәт, шундай фекерҙә булған. Дәлил итеп Әбү Бәкерҙең  ҡыҙы Әсмәнең  һүҙҙәре килтерелә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дәүерендә йылҡы ите ашаныҡ» (әл-Бохари, Мөслим).

Имам Әбү Хәнифә лә, йылҡы итен рөхсәт ителгән, тип иҫәпләһә лә, ул уны «тәнзиһан-мәкруһ» (хәләлгә яҡын мәкруһ) төрөнә индерә, сөнки йылҡы малы иң элек кешегә хеҙмәт итер, төрлө ауыр йөк ташыр өсөн кәрәк, шуға күрә уның итен ризыҡ итеп ҡулланыу Аллаһ тарафынан бирелгән тәғәйенләнешенә тура килмәй. («Әл-Мәбсут»)

 

 

 

Мосолман булмаған кешегә өйөндә ислам китаптарын тоторға яраймы?

Тәһәрәтһеҙ килеш изге китапҡа ҡағылырға ярамай, шуның өсөн мосолман булмаған кешенең өйөндә Ҡөрьән тормаһын. Дин бу-йынса башҡа китаптарҙы ярай, тик уларға ла һаҡсыл ҡараш кәрәк.

 

 

 

Ниндәй ит ашарға ярай?

Ҡайһы бер йорт хайуандарының, ҡош-ҡорттоң, диңгеҙ (йылға) йәнлектәренең итен ашау рөхсәт ителә.

Ашарға ярамаған (хәрәм) ул:

  1. Эре тешле һәм емтек менән туҡланған йыртҡыс хайуандар: арыҫлан, юлбарыҫ, бүре, шакал, гиена, гепард, төлкө, кеш, көҙән, айыу, эт, бесәй һ.б.
  2. Тейен, сысҡан, ҡомаҡ, ялман (тушканчик), кеҫәртке.
  3. Бөжәктәр: ҡуңыҙҙар, күбәләктәр, ҡырмыҫҡа һ. б.
  4. Ер-һыу хайуандары: тәлмәрйен, ташбаҡа, диңгеҙ ҡыҫалаһы, саян, йылан, алауан (крокодил) һ. б.
  5. Бөркөт, ыласын, ҡарсыға, ҡарағош, ҡарға һәм башҡа йыртҡыс ҡоштар.
  6. Ярғанат, өкө һ.б.
  7. Балыҡтан башҡа, һыуҙа йәшәгән йәнлектәр.
  8. Ишәк, инә ишәктән тыуған ҡасыр, фил.
  9. Сусҡалар.

Ашарға рөхсәт ителә:

  1. Үлән ашаған мал: һыйыр, ат, дөйә, һарыҡ, кәзә малы, йорт ҡуяндары һ. б.
  2. Ҡырағай үлән ашаусы хайуандар: зебра, пони, ҡоралай, антилопа, жираф, ҡуян.
  3. Йорт ҡоштары һәм ҡырағай ҡоштар: тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, турғай һәм шуның ишеләр, күгәрсен, дөйәғош, ҡарлуғас һ.б.
  4. Диңгеҙҙә (йылғала) йәшәгән йәнлектәрҙән бөтә балыҡтарҙы ла ашарға ярай.
  5. Бөжәктәрҙән тик ҡара сиңерткә (саранча) ғына рөхсәт ителә.

Юғарыла һанап үтелгән хайуан-малдарҙың, ҡоштарҙың ите хәләл булһын өсөн, улар Аллаһ исеме менән салынырға тейешле. «Бисмилләһ, Аллаhу Әкбәр» тип малҡайҙың муйын артерияһы, ҡыҙыл үңәсе, трахеяһы салына. Быны йә мосолман кешеһе, йә китап әһелдәре – йәһүд йә христиан динендә булған әҙәмдәр генә эшләй ала. Атеист, утҡа табыныусы, имандан сыҡҡан мөртәт салған ит хәләл булмай.

Һунарҙа мылтыҡтан атылған хайуанға килгәндә лә Аллаһ исемен телгә алыу мөһим. Тик шунда ғына ҡушкөбәктән атып үлтерелгән хайуандың итен ашарға ярай. Һунарҙа алынған ҡош йә йәнлекте, бөтә шартына килтереп, өйҙәге малды һуйғандағыса, үткер бысаҡ менән салып ҡуйыу хәйерле. Әгәр ҙә һунарсы килеп еткәнгә ҡәҙәр, яралы хайуан үлеп ҡуйһа, уның ите ашауға хәрәм була. Атылып яраланған хайуандың кәүҙәһенең ниндәйҙер өлөшө өҙөлөп йә айырылып сыҡһа, был өлөшө хәрәм, ә ҡалған ере ашарға рөхсәт ителә. («Лүбәб»)

 

 

 

50 мең һумлыҡ һыуытҡыс һатып алғанда, аш-һыу техникаһы өсөн ҡаралған өҫтәмә гарантия килешеүен алырға яраймы? Өс йыллыҡ гарантияның хаҡы – 5 мең һум.

Был ҡулайламаны киңәйтелгән гарантия менән алырға рөхсәт ителә. Хаҡы 50 мең булһа, 5 меңе иһә ялланып эшләгән коллектив өсөн була, йәғни был ҡорамал ватылһа, был компания тәғәйен ваҡыт эсендә уны йүнәтергә тейеш.

 

 

 

Доға ҡылғанда, ҡулдарҙы нисек тоторға кәрәк? 

Доға, ҡулдарҙы өҫкә табан күтәреп, күкрәктән өҫтәрәк, яурын тәңгәлендә устарҙы бер-береһенә яҡынайтып ҡылына. Доға уҡылып бөткәс, ҡулдарың менән битте һыпыраһың. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Балаларҙы ниндәй исемдәр менән атау яҡшыраҡ? 

Ата-әсәнең төп бурыстарының береһе – балаға матур исем ҡушыу. Малайҙар өсөн иң яҡшыһы – «ғәбд» (ҡол) һүҙе һәм Аллаһ ﷻ атрибуты менән башланған исемдәр: Ғабдулла, Ғабдрахман, Ғәбделмалиҡ һәм башҡалар. Шулай уҡ балаларҙы Муса , Ғайса , Нух , Ибраһим  һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр исемдәре менән атау сөннәт. Ҡыҙҙарға иһә тәҡүәле мөслимәләр, Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡыҙҙары һәм ҡатындарының исемдәрен биреү сауаплы. Иң яҡшыһы, әлбиттә, Мөхәммәдтең ﷺ исеме менән атау, сөнки ул бөтә пәйғәмбәрҙәрҙән дә өҫтөн тора.

Шулай уҡ балаларҙы фәрештәләр кеүек Ябраил, Микаил, Исрафил, тип, Аллаһтың яратҡан ҡолдары – әүлиәләрҙең, ғалимдарҙың исемдәре менән атау яҡшы.  

Әммә ҡайһы бер исемдәрҙе урап үтергә кәрәк. Насар мәғәнәле исемдәргә ҡағыла был. Мәҫәлән, Залим – «ҡыйырһытыусы», Муррат – «әселек», Сәфиғат – «һантый», Кәзибәт – «алдаҡсы». Мәҫәлән, «Залим (ҡыйырһытыусы) килде», – тигән һүҙҙе ишетеүе берәүгә лә күңелле булмаҫ ине! Мотлаҡ уҡ булмаһа ла, бындай исемдәрҙе үҙгәртергә кәрәк.

Ә бына Ғәбдеҡәғбәтулла (Ҡәғбәтулла ҡоло), Ғәбделғүззә (Ғүззә ҡоло), Ғәбдемәнәф (Мәнәф исемле боттоң ҡоло) тигән исемдәр менән атау бөтөнләй рөхсәт ителмәй һәм беҙ ундайҙарҙан һаҡланырға, йә белмәйенсә ҡушһаҡ, алыштырырға тейешбеҙ. Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат юҡ. Балаға исем һайлаған ата-әсәгә уның ни аңлатҡанын белергә кәрәк.

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...