ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Сәһү сәждәһе (намаҙҙағы яңылышлыҡты төҙәтеү сәждәһе) ҡасан ҡылына?

Намаҙ вәжибтәренең береһен йә бер нисәүһен төшөрөп ҡалдырған кеше һуңғы ултырышта, бары тик «Әттәхийәтте» уҡып, уң яҡҡа сәләм бирергә һәм ике тапҡыр сәждә ҡылырға тейеш. Фарыздарҙың береһен генә булһа ла белә тороп йә иһә онотоп төшөрөп ҡалдырыу намаҙҙы бөтөнләй боҙа һәм сәһү сәждәһе ҡылып уны төҙәтеп булмай. Бындай осраҡта намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәк. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Сөннәт-мөәккәд (нығытылған сөннәт) һәм сөннәт-мәндүб (йәғни, мөстәхәб) намаҙҙары араһында айырма бармы?

Сөннәт-мөәккәд:

– иртәнге намаҙҙың сөннәте – фарызынан алда уҡылған ике рәҡәғәт;

– өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте – фарызынан элек һәм ике рәҡәғәте –фарызынан һуң;

– аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының ике рәҡәғәтлек сөннәттәре фарыздарынан һуң уҡыла.

Дүрт рәҡәғәтлек сөннәт-мөәккәдтә ике рәҡәғәттән һуң ултырышта «Әттәхийәт» уҡып, сөннәт-мәндүбтәге кеүек «истифтах-сөбхәнәкә» доғаһын уҡып тормайса, өсөнсө рәҡәғәткә тороп баҫалар. Дүрт рәҡәғәтлек намаҙҙың аҙаҡҡы ултырышында ғына «Әттәхийәт» уҡылһа, был саҡта ла ғибәҙәт үтәлгән тип һанала, сөнки сөннәттең был төрөндә «Әттәхийәт» дүртенсе рәҡәғәттән һуң мотлаҡ уҡылырға тейеш.

Сөннәт-мәндүб:

 1) икенде (ғаср) намаҙы алдынан уҡылған дүрт рәҡәғәтлек намаҙ;

2) йәстү (төнгө, әл-ишә) намаҙы алдынан дүрт рәҡәғәтлек сөннәт намаҙ;

3) аҡшам (киске, әл-мәғриб) намаҙынан һуң уҡылған алты рәҡәғәтлек сөннәт намаҙ.

Шулай уҡ иман йортона килеп, инеп ултырғансы мәсетте сәләмләү намаҙын уҡыу сөннәт. Ул ике рәҡәғәттән тора. Әгәр ҙә мәсеткә ингән мәлдә унда берәй намаҙ үтәлә икән, мәсет намаҙы уҡыу тейешле булмаҫ. Вуду, йәғни, тәһәрәт алғас та, тәндәге һыу кипмәҫ элек уҡылған ике рәҡәғәтлек намаҙ ҙа мәндүб һанала. Ҡояш тулыһынса сыҡҡандан алып төшкә ҡәҙәрге ваҡытҡа тиклем уҡылған духа намаҙы ла сөннәттең мәндүб төрөнә ҡарай. («Дурару Мөхтәр»)

 

 

Мәсеттә Ҡөрьән аяттары менән картиналар элергә рөхсәт ителәме?

«Әд-Дурару әл-Мөхтәр» китабында былай тиелгән: «Миһраб (имам өсөн диуарҙа яһалған уйым) һәм ҡибла яғындағы стенанан тыш мәсет эсендәге диуарҙарҙы һырлау һәм биҙәү тыйылмаған. Намаҙ уҡыусының, төрлө биҙәктәргә иғтибар итеп, ғибәҙәтенә хилафлыҡ килтермәҫ өсөн шулай эшләнә. Ибне Әбидин шәрехтәрендә был ҡағиҙәне тотоу мотлаҡ түгел тип яҙа. Шулай уҡ мәсетте биҙәүҙе хупламаған ғалимдарҙы иҫкә төшөрөп үтә һәм быны, улар хәҙистә әйтелгән: “Ҡиәмәт көнөнөң яҡынайыуына ишара”, тигәнгә таянғандарҙыр, тип аңлата ул. Башҡа ғалимдар иһә Аллаһ йортон биҙәү – уны ихтирам итеү менән бер, тип һанаған һәм хуплаған.

Абруйлы ғалим Камалетдин ибне Һүмәм былай тип яҙа: «Ҡарар шундай ки, биҙәкләү тыйылмаған, әммә ҡибла йүнәлешендәге диуарҙы биҙәү-һырлауҙа саманан тыш тырышыу шәп түгел». Артабан был китапта шулай яҙыла: «Мәсет эсендәге диуарҙарға яҙыуҙар элергә кәрәкмәй, сөнки уларҙың иҙәнгә төшөп, иғтибарһыҙ кешеләрҙең уларҙы тапауҙары бар».

 

 

Нәфел намаҙҙар ултырған килеш нисек ҡылына?

Өҫтәмә намаҙҙарҙы баҫып торған килеш мөмкинлеге булһа ла, уны ултырып уҡыу рөхсәт ителә. Әммә етди сәбәпһеҙ ултырып ҡылынған ғибәҙәттең әжер-сауабы кескәй генә. Был хәлдә аяҡта ҡылына торған вазифаларҙы тәшәһһүд ваҡытындағы кеүек ултырып башҡараһың. Өҫтәмә намаҙҙарҙа, баҫып тормаҫҡа мөмкинлек булыуға ҡарамаҫтан, рөҡуғ һәм сәждәне тулыһынса үтәргә кәрәк һәм баш эйеү менән генә сикләнергә ярамай. («Нурүл Изәһ»)

 

 

Ғөсөлһөҙ нимә эшләргә ярамай?

Ғөсөлһөҙ (бөтә тәнде йыуып, ҡойонмай тороп): намаҙ уҡыу, Ҡөрьәнгә ҡағылыу һәм уҡыу, Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләү, Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылыу, мәсеткә инеү кеүек эштәр тыйыла. («Ихтыяр»)

 

 

Баҡсалағы уңыштан, емеш-еләктән һәм балдан нисек зәкәт түләргә?

Йыйып алынған уңыштан зәкәт күләме емеш-йәшелсәне нисек үҫтереүгә ҡарай, һыу һибеп үҫтерелгәнме ул, әллә ямғыр һыуы менән һуғарылғанмы – ошо һорауҙарға яуап табырға кәрәк. Имамыбыҙ Әбү Хәнифә фекеренсә, уңыш һәм еләк-емештәр өсөн билгеләнгән күләм (нисәб) юҡ, еребеҙҙә үҫкән һәр нәмәнән зәкәт түләү хәйерле. Утын, ҡамыш, үләндән генә зәкәт түләнмәй. Әбү Йософ һәм Мөхәммәд иһә: «Һаҡлана торған емештәре булмаһа, һәм уларҙың күләме 5 вусҡыға (1 вуск 196 кг) етмәһә, зәкәт бирергә кәрәкмәй». Ошо ике ғалим фекеренсә, йәшелсәләрҙән зәкәт түләргә кәрәкмәй. Уңыш Аллаһу Тәғәлә яуҙырған ямғыр менән үҫкән икән, муллыҡтың ундан бер өлөшөн мохтаждарға биреү мотлаҡ. Кеше уңышты, көс түгеп, төрлө махсус ҡоролмалар ҡулланып йә үҙ ҡулы менән һыу һибеп, тырышып үҫтерһә, ул саҡта көҙгө муллыҡтың егерменән бер өлөшөн бирә.

Балдан да бирелә зәкәт. Әбү Хәнифә фекеренсә, умартасылар кәрәҙҙәрҙән айырып алған балдың шулай уҡ ундан бер өлөшөн мохтаж кешеләргә өләшергә бурыслы. Мосолмандарға ҡорал менән ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡтар, ерҙәре өсөн «әл-хәрәж» тип аталған һалым түләгәс, бындай зәкәттән азат ителгән.

Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү, мал өсөн тотоноу сығымдары зәкәт күләмен кәметмәй, шулай уҡ ул был ерҙә үҫеп сыҡҡан уңыштың йә ундан бер, йә егерменән бер өлөшөн тәшкил итә. («Лүбәб»)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...