«ЗЕБРА» КЕКСЫ

«ЗЕБРА» КЕКСЫ

«ЗЕБРА» КЕКСЫ

Сәләм, дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға анһат ҡына бешерелгән «ЗЕБРА» кексын тәҡдим итәм. Уны өс вариантта: һөт, кефир йәки ҡаймаҡ менән бешерергә мөмкин. Һәр ҡайһыһы ла уңышлы килеп сыға, тикшереп ҡараным.

 

  • 3 йомортҡа
  • 1 стакан шәкәр
  • 1 стакан һөт (йәки 1 стакан кефир, йәки 1 стакан ҡаймаҡ (20%))
  • 0,5 стакан көнбағыш майы
  • 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
  • 1,5-2 стакан он
  • 2-3 аш ҡалағы какао

 

*1 стакан − 200 г

✔бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш

 

Әҙерләү барышы:

  1. Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға.
  2. Һөт+көнбағыш майы (йә кефир + май, йә ҡаймаҡ) өҫтәп, яҡшылап болғатырға.
  3. Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо иләк аша үткәреп, ҡуйырғансы болғатырға (аш содаһын һалһағыҙ, һеркә менән һүндерергә)
  4. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәп болғатырға.
  5. Табаның уртаһына икешәр аш ҡалаҡлап ҡамыр ҡоя барабыҙ: тәүҙә ағын, аҙаҡ какаолыһын.
  6. Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөндә шырпы ярҙамында сәскә һүрәте эшләргә.
  7. 180 градуста 25-30 минут бешерергә.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...