Күңел тыныслығын һаҡлау ысулдары

Күңел тыныслығын һаҡлау ысулдары

Ныҡлы һаулыҡтың сығанағы булып күңел тыныслығы һәм стресс, көйөнөстәрҙән һаҡланыу тора. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Зарланып йөрөгән кешенең тәне йыш ҡына төрлө сирҙәргә дусар булыр», – тиелгән (Әбү Нүәйм).

 

Әгәр ҙә кеше насарлыҡ көтһә йәки берәй ниғмәтте юғалтһа, уның күңелендә борсолоу һәм зарланыу барлыҡҡа килә. Ул йән тыныслығы таба алмай. Шул борсолоу уның тәнен көсһөҙләндерә һәм төрлө ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә һәм көсәйеүенә булышлыҡ итә. Һәм киреһенсә, шатлыҡ тәнде нығыта һәм сирҙәрҙе кәметә. Ҡайғы һәм көйөнөстәр кешене хатта үлемгә лә еткерә ала. «Һаулыҡ – серле батшалыҡ, ә көйөнөс менән борсолоу бер сәғәт эсендә тәнде бер йылға ҡартайта ала» , – тиелгән.

Аллаһҡа тәүәккәл итеү һәм Уның ихтыяры алдында сабырлыҡ, түҙемлек күрһәтеү сифаттары ошо бар сирҙәргә ҡаршы тора ала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кемгә ҡайғы-хәсрәт килгән, ул күп тапҡыр «Лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә билләһ» тип ҡабатлаһын. Уның менән, Мөхәммәдтең йәненең хужаһы менән ант итәм, ысынында, был һүҙҙәр күп ауырыуҙарҙан шифа, иң аҙы − ҡайғы, борсолоуҙан» (Әхкәмү Нәбәүиә).

Икенсе хәҙистә: «Кем генә: «Лә хәүлә үә лә ҡуүәтә иллә билләһ», − тип әйтмәһен, шул һүҙҙәр 99 сирҙән дауа булыр, шуларҙың араһынан иң еңелдәре − көйөнөс һәм борсолоу» (әл-Хәким). Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: Аллаһҡа өмөттө бағлау, сөнки бөтөн көс һәм ҡеүәт тик Унда ғына, барыһы тик Уның ҡушыуы буйынса.

Кем стресс кисерә, иң башта төрлө насар уйҙарҙан төрлө ысулдар менән арынырға тейеш. Хәҙистә әйтелгәнсә: «Әгәр ҙә берәйегеҙҙе ҡайғы, борсолоу ялмап алһа, уҡ менән янды алып, шул уйҙарҙан арынырға, иғтибарҙы икенсе әйбергә йүнәлтергә (йәғни физик күнекмәләр менән шөғөлләнергә) кәрәк»  (Әт-Тәбәрани).

Борсолоу хәлендәге кешегә сағыу төҫтәргә ҡарарға тәҡдим ителә. Ҡара төҫ уның өсөн зарарлы, меланхолия хәленә еткереүе мөмкин. Ундай сирлеләргә мәккә сеннаһын эсергә, йылы һәм шыйыҡ аш төрҙәренә ҡараған ризыҡ менән туҡланырға кәрәк. Шулай уҡ үтә асыуланыу һәм үтә шатланыуҙан һаҡланыу зарур. Сөнки артыҡ шатланыуҙың да тәнгә зыян килтереүе һәм хатта үлемгә сәбәпсе булыуы ихтимал.

Бер ир Аллаһ Рәсүленә ﷺ килә лә уға кәңәш биреүен үтенә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡыҫҡа ғына итеп: «Асыуланма», – ти (әл-Бохари). Икенсе хәҙистә: «Асыуҙан һаҡлан, ысынында, ул Әҙәм балаһының йөрәгендә ҡыҙған күмер. Асыуланған кешенең күҙҙәре нисек ҡыҙарғаны һәм ҡан тамырҙары нисек ҡабарғанын күрмәйһегеҙме?» – тиелгән (Әхмәд, Әбү Дәүд).

Асыу тойғоһо һәр кешегә хас, әммә уны контролдә тотоп өйрәнергә кәрәк. Хәҙистә: «Көслө − ул, үҙен ныҡ асыуланған сағында тыйып, ҡулға алған кеше, ә кемделер еңеп сыҡҡан кеше түгел» (әл-Бохари, Мөслим).

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ асыуы ҡабарған кешегә, шул көсөргәнешле, яман хәлдән сығыу өсөн, иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтергә тәҡдим иткән. Мәҫәлән, тәһәрәт алырға, әгәр кеше баҫып торһа, ултырырға, төрлө доғалар уҡырға йәки бер нәмә лә өндәшмәҫкә.

 

Мөхәммәт Дибиров,

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...