Күҙ ауырыуҙарын дауалау ысулдары

Күҙ ауырыуҙарын дауалау ысулдары

Ибне Ғәббәс : «Пәйғәмбәребеҙҙең һөрмә өсөн айырым ҡабы бар ине, һәм ул йоҡлар алдынан һөрмәне күҙҙәренә тарта ине: башта өс тапҡыр уң күҙенә, шунан өс тапҡыр – һулына», – тип әйткән (Әт-Тирмиҙи).

 

Һөрмә һәм уның файҙалы үҙенсәлектәре

Ибне Ғәббәс һөйләүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Һеҙҙең өсөн иң яҡшы һөрмә – исмид», – тигән (Ибне Мәджәһ). Джәбир Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен еткергәнﷺ: «Һөрмәне йоҡлар алдынан ҡулланырға кәрәк, сөнки ул күҙ ҡарашын аса һәм керпектәрҙең үҫеүенә булышлыҡ итә» (Ибне Мәджәһ).

Һөрмә күреү һәләтен яҡшырта, арыуҙы баҫа, күҙ алмаһын таҙарта, ҡыҙыл тамырҙарҙы нығыта.

Һөрмә, кохль (һөрмә сульфиды) – ул ҡара таш, уны ыуаҡлап, кастор майы менән ҡушып, керпек менән ҡаштарҙы буяр өсөн ҡулланалар. Еңел ваҡлана торған, ҡушылмалары булмаған, ялтырап торған бөртөклө, шыма ҡара таш иң сифатлыһы булып һанала.

Һөрмә күҙҙәр өсөн бик файҙалы, ул уларға матурлыҡ өҫтәй һәм шәхси гигиена талаптарын үтәргә мөмкинлек бирә. Ғәрәп һөрмәһе ҡап-ҡаранан алып, шәмәхә һәм күкһел-аҡ төҫтәргә тиклем була.

Шулай уҡ уның ҡоро йәки шыйыҡ, төрлө майҙар менән ҡатнаштырылған төрҙәрен дә күрергә була. Уға йышыраҡ миндаль майы ҡушыла. Ҡуйы рәүешенә һарыҡтың эс майы ҡушыла.

 

Трюфель

Трюфель – муҡсалы бәшмәк төрө, итләс, бүлбеле, үрсемле өлөштәрҙән тора. Трюфелдең емештәре ер аҫтында үҫеүе менән башҡа бәшмәктәрҙән айырыла. Ысын трюфелдәр ашарға яраҡлы, ҡиммәтле деликатес булып һанала. Перигор йәки ҡара, итальян һәм ҡышҡы сорттары иң яҡшылары. Беҙҙең яҡта тик йәйге трюфель төрөн осратырға мөмкин. Күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн был бәшмәктең яңы һығылған һутын ҡулланалар.

Бер мәл Мүтәүәккил тигән хакимдың күҙҙәре ауырта башлай. Ниндәй генә дарыу ҡулланһалар ҙа, сире бөтмәй. Шул саҡта ул имам Әхмәттән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтенән берәй дауалау ысулын белмәйһеңме, тип һорай. Имам Әхмәт бер хәҙисте иҫенә төшөрә. «Трюфель бәшмәге Исраил улдарына ебәрелгән бер ниғмәт булып тора, уның һуты күҙҙәргә дауа», – тигән Аллаһ Рәсүле ﷺ. Шунан Мүтәүәккил Ибне Мәсәүәйһ исемле табибын саҡыртып ала ла, шул бәшмәкте табырға ҡуша. Артабан, уның күҙҙәренә трюфель һутын тамыҙғас, икенсе тапҡырҙан ул һауыға. Ибне Мәсәүәйһ ныҡ аптырай һәм: «Һеҙҙең Пәйғәмбәрегеҙ ﷺ бик тәрән аҡыллы кеше икәнлегенә шаһитлыҡ ҡылам», − ти.

Имам Нәүәүи: «Трюфель һутының үҙе генә айырым, бер ниндәй ҡушымтаһыҙ, дарыу булыуы дөрөҫ фекер булып һанала. Уның һутын һығып, күҙгә тамыҙырға кәрәк. Һуҡыр кешегә трюфель һутын тамыҙғас, күҙҙәре яңынан күрә башлауын мин һәм башҡа кешеләр ҙә күрҙеләр», – тип еткергән.

Билдәле булыуынса, Ибне Хәджәр: «Пәйғәмбәрﷺ сөннәтенән еткерелгәндең шифаһына ысын күңелдән инанһаң, Аллаһ ҡушыуы буйынса ярҙам итер. Һәм киреһенсә, әгәр кеше ышанмай икән – ярҙам итмәйәсәк», – тип әйткән.

 

Алой (алоэ) һуты

Күҙҙәргә шулай уҡ алой һуты ла бик файҙалы. Ғосман ибне Ғәффәндән еткерелгән хәҙистә әйтелеүенсә, хаж ваҡытында бер кешенең күҙҙәре ауырта башлай, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күҙенә алой һалырға ҡуша (Мөслим).

Алой һутын тамыҙырға һәм сылатҡыс, компресс, май рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Йыш ҡына алой һутын ҡулланыу күҙҙең үткерлеген яҡшырта, шешенеүҙән ярҙам итә.

 

Мөхәммәт Дибиров, Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...