Йәш рәссам

Йәш рәссам

Мәхмүт бәләкәстән һүрәт төшөрөргә ярата. Ул айырыуса тәбиғәт күренештәрен, мәғрур тауҙарҙы, йондоҙло күк йөҙөн, шаулап аҡҡан йылғаларҙы оҫта һүрәтләй. Шундай бер картинаһын ул Сәит исемле дуҫына бүләк итте. Дуҫы уға бик шатланып:

– Рәхмәт, Мәхмүт! Бигерәк оҫта эшләгәнһең! – тине.

– Был ғына оҫталыҡмы ни?! Ана сәнғәт мәктәбендә уҡыған малайҙарҙың һүрәттәрен күрһәң, аптырарһың. Нәҡ ысын рәссамдарҙыҡы кеүек, – тип кире ҡаҡты Мәхмүт. Дуҫының шундай тыйнаҡ, ҡыйыуһыҙ икәнен белеп, Сәит үҙ һүҙен һүҙ итте.

– Уныһы шулайҙыр, әммә һинең картинаң миңә бик оҡшай, уларҙыҡынан һис тә кәм түгелдер, тип ныҡышты Сәит.

– Картинаңды мотлаҡ бүлмәмдең стенаһына ҡуясаҡмын! Бер көндә Сәит йәш рәссамдар конкурсы була тигән иғланды күреп ҡалды. Күп уйлап тормай, Мәхмүткә лә өндәшмәҫтән, уның ошо картинаһын конкурсҡа ебәрергә булды. Картинаның юҡлығын күреп, Мәхмүт:

– Теге картинаны ҡайҙа ҡуйҙың ул һин? – тип һораны.

– Әсәйемдәрҙең бүлмәһендә, – тип кенә яуапланы Сәит. Һуңынан бик уйланды үҙе. «Дөрөҫ эшләнемме мин?! Әгәр картина конкурстан үтмәй ҡуйһа, Мәхмүткә ни тиеп яуап бирермен. Уның үҙенә ҡарата ышанысы кәмеүе бар бит?! – тип борсолдо ул.

Ләкин Сәиттең хафаланыуы бушҡа булды, сөнки күп тә тормай баһалама ағзалары картина тураһында яҡшы хәбәрҙәр менән Мәхмүткә шылтыратҡандар. Был хаҡта ул ҡыуанып Сәидкә хәбәр итте. Дуҫтар түҙемһеҙлек менән конкурс йомғағын көтә башланылар. Ниһәйәт, бәйге һөҙөмтәләре билдәле булды: Мәхмүткә – 5-се урын, ә теге һоҡланғыс картиналар ижад иткән малай 1-се урын яулаған. Мәхмүт быға бик ҡыуанды.

– Ай-һай, тәүәккәлһең дә инде, Сәит. Әгәр һин булмаһаң, мин ундай уңышҡа ирешмәҫ тә инем. Миңә әллә ниндәй баһалар кәрәкмәй, яныңда Сәит кеүек ышаныслы дуҫың булыу – үҙе оло баһа, – тип дуҫын ҡосаҡлап уҡ алды. Бынан һуң Мәхмүт тағы ла дәртләнеберәк яратҡан эшенә тотондо, һүрәт төшөрөү буйынса үҙ оҫталығын. камиллаштырҙы. Ысынлап та, еңеү оҙаҡ көттөрмәне : киләһе конкурста ул призлы урын яуланы.

РӘЙСӘ ЯҠУПОВА

ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...