ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТУРАҺЫНДА ҠИССАЛАР

ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТУРАҺЫНДА ҠИССАЛАР

Бер ваҡыт Ябраил Фәрештә ғәләйһис-сәләм, ғәҙәтенсә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм янына килә. Дуҫы килгән саҡта, Пәйғәмбәр ﷺ уны һәр саҡ, ихтирамын белдереп, баҫып ҡаршы алыр булған. Ә был юлы, Ябраилды ғәжәпкә ҡалдырып, урынынан тормай.

 

− Минең килеүем һине ялыҡтырҙы, ахырыһы, − тигән Ябраил .

− Эй Аллаһтың Ышаныслыһы, минең тоғро дуҫым, һинең зыяратың (кемдеңдер янына барыу) кемде лә булһа ялыҡтырыуы мөмкинме һуң? Аллаһу Тәғәлә Үҙенең рәсүлдәренә шәриғәтте тапшырыу өсөн һине аралашсы иткән − һинһеҙ мин нимә эшләр инем?

Ошо яғымлы, күңелгә ятышлы һүҙҙәрҙән һуң, Аллаһ Рәсүле ﷺ Ябраилға һорау бирә:

− Берәү икенсе янына килгәндә, кем баҫырға тейеш − йәшерәгеме, әллә өлкәнерәгеме?

− Оло алдында кесе баҫырға тейеш, тип яуаплаған Ябраил

− Ә һиңә нисә йәш? − тип һораған Пәйғәмбәр ﷺ.

Үҙенең йәше тураһында Ябраил Фәрештә былай тигән:

− 700 мең йылға бер тапҡыр ҡалҡа торған йондоҙҙо мин өс тапҡыр күрҙем.

− Аллаһу Тәғәлә һине яратҡас (бар ҡылғас), иң беренсе нимә күрҙең? − тип һораған Пәйғәмбәр ﷺ.

− Аллаһу Тәғәлә мине яратҡас, иң беренсе мин Ғәреш (дәүмәле буйынса Аллаһу Тәғәләнең иң ҙур яратылмышы, нурҙан яратылған) өҫтөндә нурҙан ғына торған яҡтыртҡыс күрҙем.

Аллаһтың илаһи нурҙан яратылған Хәбибе ﷺ (Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең исемдәренең береһе) үҙенең яратҡан дуҫына әйтә:

− Һин күргән нур − ул мин. Әгәр һин уны хәҙер күрһәң, танырһыңмы?

− Эйе, танырмын, − ти Ябраил ***

Пәйғәмбәр ﷺ, йылмайып:

− Минең тырнаҡтарыма ҡара әле, теге нурҙы таныйһыңмы? − ти.

Ябраил ҡарашын Пәйғәмбәрҙең ﷺ тырнаҡтарына йүнәлтә һәм, таныш нурҙы күреп:

− Был − шул нур! Эй минең күҙ нурым! − ти ҙә, Пәйғәмбәрҙең ﷺ тырнаҡтарын үбә һәм улар менән күҙ ҡабаҡтарын һыпыра.

Аллаһу Тәғәләнең был нурҙы нисек яратҡаны тураһында “Дурар әл-хисән” китабында Суйути һәм “Дәҡаиҡ әл-хибәр” китабында Әхмәт ибне Ҡаҙый тарафынан бирелгән яҙмаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

Башҡа мәхлүктәрен барлыҡҡа килтергәнгә тиклем, Аллаһу Тәғәлә “Шәжәрәт әл-йәҡин” тип аталған дүрт ботаҡлы ағас хасил итә.

Шунан һуң Аллаһ тауис ҡошо рәүешендә Пәйғәмбәр ﷺ нурын ярата, һәм уға ынйы һәм аҫыл таштан шаршау яһап, нурҙы шул ағасҡа урынлаштыра. Пәйғәмбәрҙең ﷺ нуры ҡырҡ мең йыл ҡош ҡиәфәтендә тәсбихтә (“Сөбхәналлаһ” һүҙҙәре менән Аллаһты маҡтау) була.

Артабан Раббы “Мирғәт әл-Хәйәт” (Ғүмер көҙгөһө) тигән көҙгө ебәрә. Көҙгөнө ҡош ҡаршыһына ҡуйғас, ул үҙенең сағылышын күрә. Һәм Аллаһ ҡаршыһында, үҙ матурлығынан оялыуҙан, нурлы ҡош биш тапҡыр сәждә ҡыла. Эй мөьминдәр, шуны онотмағыҙ, ошо сәждәгә ярашлы, Аллаһу Тәғәлә Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның өммәтенә биш тапҡыр намаҙ уҡып, уның эсендә камил рәүештә руҡуғ һәм сәждә ҡылырға ҡушҡан. Аллаһу Рахмән тағы бер ҡабат Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нурына рәхимле ҡарашын һалғас, нур-ҡош оялышынан тирләй. Уның тән өлөштәрендәге тир бөртөктәренән Аллаһ бөтә ошо донъяны яратҡан.

Ғәреш, Көрси (ҙурлығы буйынса Аллаһу Тәғәләнең Ғәрештән һуң икенсе яратылмышы), Ләүһүл-Мәхфүз (Яҙмыш Таҡтаһы), Ҡәләм, Ҡояш, Ай, йондоҙҙар уның йөҙөндәге тир тамсыларынан яһалған. Башындағы тирҙән Ябраил, Микаил һәм башҡа бөтә фәрештәләр (уларға сәләм булһын) яратылған.

Пәйғәмбәр ﷺ нурының күкрәгенән сыҡҡан тир бөртөктәренән пәйғәмбәрҙәр, рәсүлдәр, ғалимдар, шәһиттәр (иман өсөн һәләк булғандар, ғазапланғандар), тәҡүәлеләр һәм ғарифтар (Аллаһты танып белеүселәр) − ғәмәлдәре ғилемдәренә ярашлы булған заттар яратылған.

Бәйтуллаһ (Ҡәғбә), Бәйтүл-Мөҡәддәс (Иерусалимдағы Әл-Әҡса мәсете), бөтә мәсеттәр һәм уларҙы төҙөү урындары нур-ҡоштоң арҡаһындағы тир тамсыларынан хасил ителгән. Ике ҡашындағы тирҙән Аллаһу Тәғәлә Мөхәммәд ﷺ өммәтен: Исламды ҡабул итеп, шәһәҙәт әйткән ихлас мосолмандарҙы яратҡан. Нурҙың ҡолағындағы тирҙән һынға табыныусыларҙы, дәһриҙәрҙе (атеистарҙы) һәм монафиҡтарҙы (ике йөҙлөләрҙе) яһаған. Мәғрибтән мәшриҡҡәсә булған барса ер, тәбиғәт һәм ер аҫты байлыҡтары уның аяғындағы тир бөртөктәренән эшләнгән.

Шунан һуң Аллаһу Рахмән Мөхәммәд ﷺ нурына дүрт тарафҡа ҡарарға ҡушҡан, һәм нур, Ул ҡушҡанды эшләгәс, тағы ла дүрт нурҙы күргән. Был нурҙар уның дүрт хәлифәһе: Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғоҫман һәм Ғәли була.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нуры 70 мең йыл тәсбих уҡый. Артабан уның нурынан башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең нуры ярала.

 Шунан Аллаһу Тәғәлә үҙенең рәхимле ҡарашын йәнә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нурына йүнәлтә һәм уның йәнен барлыҡҡа килтерә. Уның йәненән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең йәндәре ярала, һәм һәр береһенән тир бәреп сыға. Ул тир бөртөктәренән пәйғәмбәрҙәрҙең өммәте яратыла. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ﷺ өммәте лә йәненең тир бөртөктәренән яратылған. Барса тереклеҡлекте бар ҡылған Раббыны танып, үҙҙәрен бар итеүгә сәбәпсе булған пәйғәмбәрҙәрен танып, барлыҡ йәндәр ҙә “Ләә иләәһә иллә-Ллаһ Мөхәммәд расүлүллаһ” (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәд −Аллаһтың илсеһе) тип ауаз бирәләр.

Ошонан һуң Аллаһу Тәғәлә, эстән дә, тыштан да нур сәсеп, көҙгөләй балҡып торған яҡтыртҡыс (светильник) яһай. Шунан Мөхәммәдте ﷺ, ерҙә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ниндәй ҡиәфәттә буласаҡ, шул рәүештә бар ҡыла һәм уны яҡтыртҡыс эсенә урынлаштыра. Иң күркәм сифаттарҙан торған камил яратылмыш − Пәйғәмбәребеҙҙең гүзәл образы баҫып тороуҙы өҫтөн күрә. Аллаһтан оялып, Уның янында әҙәп һаҡлап, намаҙҙа баҫып торған һымаҡ, аяғөҫтө тора. Шул рәүешле ул, кемдеңдер ҡушыуы, өйрәтеүе буйынса түгел, ә үҙе Раббыһын шулай ҙурлай. Яҡтыртҡыс тирәләй пәйғәмбәрҙәрҙең йәндәре йөҙ мең йыл тәүәф ҡылған (әйләнгән, урап йөрөгән). Артабан Аллаһ барса кешеләрҙең йәндәренә Мөхәммәд ﷺ нурына ҡарарға ҡушҡан. Кемдең йәне нурҙың ҡайһы өлөшөнә ҡараған, шуның буйынса Раббы кешеләрҙең ғәмәлдәрен билдәләгән.

Уның башын күргәндәрҙе ул солтан яһаған. Маңлайына ҡарағандарҙы ғәҙел хаким иткән. Күҙенә ҡарағандар хафиз (Ҡөрьәнде ятҡа белеүселәр) булып киткән.... Шулай итеп, ер йөҙөнә тыуасаҡ һәр кешенең кем буласағы, нимә менән шөғөлләнәсәге әлмисаҡтан уҡ ошо рәүешле билдәләнгән.

Бер нимә лә күрмәгәндәрҙән мөшриктәр (күп илаһҡа табыныусылар) сыҡҡан. Ә Пәйғәмбәрҙең нурына бөтөнләй әйләнеп тә ҡарамағандарҙан, Аллаһу Тәғәләгә ҡаршы һүҙ һөйләп, бәхәсләшкән, динде хурлаған, үҙҙәрен аллаһ тип иҫәпләгән кешеләр сыҡҡан.

Бөйөк Раббы Үҙенең сикһеҙ ҡөҙрәте менән, Үҙ ихтыярын (теләген) тормошҡа ашырып, бар донъяны − ғаләмде хасил иткән. Бөтә йәндәр ҙә Аллаһ Хәбибе ﷺ яғына ҡараһа ла, һәр йән уның айырым өлөшөн генә күргән. Һәм, Пәйғәмбәр ﷺ был донъяға килгәс, уны бөтәһе лә ысын барлығында танымай. Аллаһу Тәғәлә тарафынан уға бирелгән көс һәм һәләтте лә бөтә барлығында түгел, ә, Пәйғәмбәргә ﷺ ышаныуҙары ниндәй кимәлдә, шул хәтлем генә белә алғандар.

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ-ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН.

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...