Имам Шәфиғи

Имам Шәфиғи

Имам Шәфиғи

Имам Әш-Шәфиғигә килгәндә – ул Мөхәммәд Идрис улы, Ғәббәс улы, Ғосман улы, Шәфиҡ улы.

 

 

Уның нәҫеле Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ нәҫеле менән Ғабдулманафта тоташа. Әл-Хафиз Ибне Хәджәр: «Ул ғилеме, тәҡүәлеге, заһитлығы, мәғрифәтселеге, үткер һүҙлелеге, Ҡөрьәнде яттан белеүе һәм шәжәрәһе буйынса имамдарҙың имамы, сөнки ул бөтөн өлкәлә лә күренекле», – тип әйткән.

Ул өҫтә һанап үтелгән өлкәләрҙә уға тиклем булған ғалимдарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ уңышҡа ҡаҙанған. Хатта Малик ибне Әнәс, Суфьян ибне Ғуяйнат кеүек уҡытыусыларына һәм уларҙың остаздарына ҡарағанда ла имам Шәфиғи күпкә өҫтөн булған. Уның артынан донъялағы барлыҡ илдәрҙән күп халыҡ эйәргән.

Уның мәҙһәбенә эйәреүселәр көндән-көн артҡан. Бигерәк тә изге урындарҙа – Мәккәлә, Мәҙинәлә һәм Фәләстанда ла. Был өс урын һәм ундағы халыҡ − ерҙәге иң аҫыл урындар һәм иң дәрәжәле кешеләр.

Шуға ла имам Шәфиғи тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡорайыш ғалимы бөтөн ерҙе ғилем менән тултырыр», – тип әйтеп ҡалдырған.

Уның ысынлап та атаҡлы ғалим булыуына дүрт йыл эсендә мәҙһәбте барлыҡҡа килтереүе дәлил булып тора. Уға тиклем бер мөждәһит тә ундай кимәлгә етмәгән.

Шулай уҡ бер мәл имам Шәфиғиҙең ҡәберен икенсе урынға күсерергә булып, ер ҡаҙыусылар ҡәбер таҡталарына еткәс, ундағы хуш еҫтән барыһы ла иҫтәрен юғалта һәм артабан ҡәбергә теймәй.

Имамдың яҡшы һыҙаттары тураһында бик күп китаптар яҙылған, уларҙың һаны ҡырҡ тирәһе, тигән Әл-Хафиз.

Имам Шәфиғи 150 йылда Газа ҡалаһында тыуа. Ике йәш булғанда, уны Мәккәгә алып баралар, һәм ул шунда үҫә. Ул ете йәшендә бөтөн Ҡөрьәнде ятлай, ун йәшендә «Мүәттә» тигән китапты яттан белә. Ун биш йәшендә уға фәтүә сығарырға хоҡуҡ бирелә. Имам Шәфиғи һижри буйынса 204 йылда Мысырҙа, йома көнө, 54 йәшендә мәрхүм була.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әбү–Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...