Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘҘЕҢ ШӘЖӘРӘҺЕ

Бар ғаләмгә мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ атаһы Ғабдуллаһ, уның атаһы – Ғәбделмотталип (Шәйбә), уның атаһы –Хәшим (Әмр), уның атаһы – Ғәбдеманаф, уның атаһы – Ҡусай, уның атаһы – Киләб, уның атаһы – Муррат, уның атаһы – Кәғб, уның атаһы – Лүәй, уның атаһы – Ғалиб, уның атаһы – Фиһр, уның атаһы – Мәлик, уның атаһы – Назр, уның атаһы – Кинана, уның атаһы – Хүзәймә, уның атаһы – Мүдрикә, уның атаһы – Ильяс, уның атаһы – Музар, уның атаһы – Низар, уның атаһы – Мәғәд, уның атаһы – Ғәднән Исмәғил ырыуынан, Ибраһим пәйғәмбәр улы.

 

ИЗГЕ МӨХӘМӘДТЕҢ ТЫУЫУЫ

Фил йылының Рәбиғел-әүүәл айының ун икенсе көнөнөң (24 апрель, 571 йыл) дүшәмбе иртәһендә Мәккәлә иң яҡшы кеше, бар мәхлүктәргә изгелек өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ донъяға килгән. Бөйөк ғалим, Аллаһ Рәсүленең ﷺ тормошон тикшереүсе Ибне Сәғд әйтеүенсә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әсәһе әйткән: «Мин Мөхәммәдте тапҡас, ҡарынымдан Шәм һарайҙарына тиклем етеүсе нур балҡыны», – ти. Бала тыуғас та, Әминә Ғәбделмотталипҡа шатлыҡлы яңылыҡ тураһында хәбәр итергә кеше ебәрә. Шунан Ғәбделмотталип, ҡулында ейәнен тотоп, Ҡәғбәгә инә, Аллаһҡа шөкөр итеп, доға ҡыла. Әминәгә төшөндә ниндәйҙер тауыш улына Мөхәммәд тип исем бирергә ҡуша. Ғәбделмотталип риза була һәм бәрәкәтле балаға Мөхәммәд тип ҡуша.

Ул көндә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ тыуыуын хәбәр итеүсе күп мөғжизәле билдәләр була. Ғәбделмотталип төшөндә күккә олғашҡан ҡуйы сатырлы һәм көнбайыштан көнсығышҡа тиклем таралған ботаҡлы ағас күрә. Ул ағастан таралған нур хатта ҡояшты ҡаплаған һымаҡ була. Ағас берсә күренә, берсә юғала. Кешеләр уның артынан эйәрә. Ҡайһы бер ҡорайыштар уның ботаҡтарына йәбешергә тырыша. Ҡайһылары уларҙы һындырмаҡсы була. Әммә ағасты иҫ китмәле сибәр йөҙлө, хуш еҫле егет һаҡлай. Ғәбделмотталип, нисек кенә тырышһа ла, ул ағастың ботағына эләгә алмай. Төш юраусы уға: «Һинең тоҡомоңда берәү Аллаһтың һуңғы пәйғәмбәре буласаҡ», – тигән.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тыуған төндә күктә яңы йондоҙ барлыҡҡа килгән. Йәһүд ғалимдары, һуңғы пәйғәмбәр тыуғанын аңлап, Әхмәттең йондоҙо (Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер исеме) күренде, тигәндәр. Шул төндә Ҡәғбә эсендәге барлыҡ боттар ҡолаған. Утҡа табыныусыларҙың меңәр йыл табынған уттары һүнгән. Иртән мәжүсиҙәр изге тип һанаған һәм шунда үҙҙәренең бүләктәрен килтереп һалған Сәүә күле ҡороған. Төн аҙағында фарсыларҙың батшаһы Хосрауҙың һарайындағы ун дүрт башня ҡолай. Шул көндән алып ендәргә, күккә менеп, фәрештәләрҙән ҡорайыштарға хәбәр еткереү тыйыла.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...