Әҙәптәр

Әҙәптәр

 

  • Йортҡа йәки йыйылышҡа кергәндә, башта иҫәнләшергә кәрәк һәм уңайлы урынға ултырырға
  • Кешеләр араһынан үткәндә, уларға уңайһыҙлыҡ килтермәҫкә
  • Яйлы урын тапҡас, яҡында ултырған кешеләр менән иҫәнләшергә
  • Ят кешеләр араһында ултырырға тура килһә, кәрәкһеҙ һөйләшеүҙән һаҡланырға һәм уларҙың һөйләшеүҙәрендә ҡатнаш-маҫҡа кәрәк. Һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланһалар, ишетмәмешкә һалы-шырға
  • Ундай кешеләр менән тура килмәҫкә тырышыу лазым, бик ҡаты ихтыяж булмаһа инде
  • Кешеләргә юғарынан ҡарамағыҙ, юғиһә һеҙҙе һәләкәт көтөүе ихтимал, әһәмиәт бирмәгән ул кешеләр, бәлки, һеҙҙән яҡшыраҡтыр һәм диндарыраҡтыр
  • Бай кешеләр араһында булғанда, уларға һоҡланып ҡарау кәрәкмәй, сөнки бөтә был донъя һәм унда булған нәмәләр Аллаһ алдында ҡиммәтле түгел һәм асылында түбән
  • Фани донъяға артыҡ әһәмиәт бирмәгеҙ, юғиһә фани донъяла бай булғандарҙы ла юғары баһалай башларһығыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында бер әһәмиәтегеҙ ҙә ҡалмаҫ
  • Бай кешеләрҙең байлығынан өлөш алыу ниәте менән динде аслан файҙаланмағыҙ. Динде шул рәүешле файҙаланһағыҙ, һеҙгә ихтирам юғалыр
  • Шулай уҡ мал-мөлкәтле кешеләргә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтергә лә ярамай, юғиһә улар дошман булыр, ә улар менән көрәшергә көсөгөҙ ҙә, мөмкинлегегеҙ ҙә етмәҫ
  • Шул уҡ ваҡытта Аллаһ хаҡы өсөн дошманлыҡ – бөтөнләй башҡа хәл. Кешеләрҙең яман эштәренә нәфрәт менән ҡарарға кәрәк
  • Кешеләргә мәрхәмәт һәм рәхимлелек менән ҡарау лазым
  • Һиңә мөхәббәтен белдергәне, һыйлағаны, йөҙөңә ҡарап көлгәне һәм маҡтауҙары өсөн генә мал-мөлкәтле кешеләргә йыш йөрөргә кәрәкмәй. Аҡыллы кеше бындай иғтибар күрһәтеүҙәргә бирешмәҫ, сөнки ундай мөнәсәбәт һирәк осраҡта ғына ихлас күңелдән була.
  • Әгәр ҙә ки кеше бай әҙәмдәр даирәһендә рәхәтлек тоя башлай икән, Аллаһ уны уларҙың ҡарамағына ҡалдырыр һәм уны һәләкәт көтөр.
  • Үҙең юҡта ла байҙар һиңә шундай мөнәсәбәттә булыр, тип көтөргә кәрәкмәй, сөнки был мөмкин булмаған хәл
  • Уларҙың милкенә ҡомһоҙлоҡ менән ҡарай башлаһаң, үҙеңде кәмһетерһең һәм динеңде юғалтырһың
  • Үҙеңде улар менән эре тотма
  • Үтенес менән мөрәжәғәт иткәнгә бай кеше ярҙам иткән икән, ул файҙалы иптәш. Әммә ярҙам итеүҙән баш тартҡан кешене ғәйепләргә кәрәкмәй, сөнки ғәйепләү нәфрәткә килтерә.
  • Нәсихәтте берәй кем тыңлар тигән өмөт булмаһа, кәңәштәр бирергә кәрәкмәй, юғиһә бәндә нәсихәтте тыңламаҫ, нәфрәт бағлар
  • Әгәр кешеләрҙең береһе ярҙам итһә йәки маҡтаһа, быны Аллаһтан тип белергә кәрәк һәм дә шунда уҡ Уға хәмед-маҡтауҙар әйтергә, кешеләр ҡулына ҡалдырмауын һорап, доға ҡылырға кәрәк.
  • Әгәр берәү насарлыҡ ҡылһа, йәки яман һүҙ сығарһа, йәки ғәйбәт һөйләһә, йәки рәнйетерлек һүҙ әйтһә, был кешеләрҙең яҙмыш хөкөмөн Аллаһҡа тапшырырға һәм уларҙың яуызлығынан аралауҙы һорап доға ҡылырға кәрәк. Уларҙы ғәйепләү һәм тәнҡитләү файҙаһыҙ, сөнки был уларға бер нисек тә тәьҫир итмәҫ, улар дошманлыҡ ҡына күрһәтер. Уларға үпкәләү ҙә тәьҫир итмәҫ. Уның урынына кешеләрҙең дошманлашыуына сәбәп булған гөнаһтар өсөн Аллаһтан ғәфү үтенергә кәрәк.
  • Тәнҡитте тыңларға кәрәк, әммә буш һүҙҙәргә әһәмиәт биреү кәрәкмәй.

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...