Пәйғәмбәребеҙҙең сифаттары, исемдәре һәм шәжәрәһе

Пәйғәмбәребеҙҙең сифаттары, исемдәре һәм шәжәрәһе

Пәйғәмбәрбеҙҙең балаларына килгәндә, уның өс улы һәм дүрт ҡыҙы булған. Беренсе балаһы булып, улы Ҡасим, шунан Зәйнәб исемле ҡыҙы, артабан Таһир (Абдулла) улы тыуа. Пәйғәмбәребеҙ вәхи ала башлағанға күрә, икенсе улын Таһир (Таҙа) тип исемләй. Унан һуң Өммө-Көлсөм (Өммөгөлсөм), шунан Фатима һәм Руҡия ҡыҙҙары донъяға килә. Уларҙың барыһы ла Мәккә ҡалаһында беренсе ҡатыны Хәдиджәнән (Хәҙисә) тыуған.

Шунан Мәҙинә ҡалаһында Мысыр ҡатынынан Ибраһим улы тыуа. Бар улдары ла, Пәйғәмбәребеҙ тере саҡта, сабый ваҡыттарында мәрхүм була. Ҡыҙҙарына килгәндә, Зәйнәбкә Әбүл-Ғас өйләнә. Руҡият менән ӨммөКөлсөмгә Ғосманt өйләнә. Ул башта беренсеһен кәләш итеп ала, Руҡия мәрхүм булғас, икенсеһенә өйләнә. Фатима Ғәлигәt кейәүгә сыға. Пәйғәмбәребеҙҙең , Фатиманан башҡа, бар ҡыҙҙары ла унан алда мәрхүм булалар. Рәсүлебеҙ мәрхүм булғас, ҡырҡ көндән һуң, икенсе фекер буйынса − алты айҙан һуң, Фатима ла мәрхүм була.

Әл-Ҡорайыш ҡәбиләһе тураһында

Бәлиғ булған һәр аңлы кеше Пәйғәмбәребеҙҙең Ҡорайыш ҡәүеменән икәнен белергә тейеш. Әбү Һүрәйрәнән еткерелгәнсә Рәсүлебеҙ әйткән:

«Ысынында, Аллаһу Тәғәлә барса мәхлүктәрҙе яратҡанда, Ул халыҡты ике өлөшкә бүлгән. Артабан бер өлөшөн ғәрәптәргә, икенсе өлөшөн ғәрәп булмағандарға бүлгән һәм Ул ғәрәптәрҙе һайлаған. Шунан Ул ғәрәптәрҙе йәмәндәргә, муҙарҙарға, ҡорайыштарға бүлгән. Һәм улар араһынан Ҡорайыштарҙы һайлаған. Һәм уларҙың иң яҡшылары араһынан (Хәшим ырыуынан) мине барлыҡҡа килтергән». Ат-Табарани «Әл-Әүсәт» хәҙистәр йыйынтығы китабында был хәҙисте дөрөҫ тип килтерелә.

Шулай уҡ был хәҙистең ышаныслы икәнен Ибне Ғүмәр менән Әбү Һүрәйрәнән еткерелгән хәҙистәр иҫбатлай. Һәм Вәсиләт бин Әл-Әсҡәғә еткергән хәҙистә Аллаһ Рәсүле былай тигән:

«Ысынында, Аллаһ Исмәғил улдарынан Кинәнәтте һайлаған, Кинәнәт балаларынан ҡорайыштарҙы һайлаған, ҡорайыштар араһынан Бану Хәшимде һайлаған, Бану Хәшим араһынан мине һайлаған».

Мөслим үҙенең «Әс-Сәхих» тигән хәҙистәр йыйынтығында был хәҙисте ышаныслы тип иҫәпләгән.

Әхмәд бин Хамбал риүәйәт иткән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ әйткән:

«Ысынында, Аллаһ Ибраһим балаларынан Исмәғилде һайлаған, Исмәғил балалары араһынан Кинәнәт балаларын һайлаған, Кинәнәт балаларынан – ҡорайыштарҙы, ҡорайыштарҙан – Бану Хәшимде, Бану Хәшимдән мине һайлаған». Әт-Тирмиҙи үҙенең «Әл-Джәмиғ» йыйынтығында килтерә.

(Дауамы бар)

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...