Эфиопия илселәре

Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата. Эфиоптарҙың күҙҙәре йәшләнә. Мөхәммәдтең Аллаһу Тәғәлә ебәргән пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы икәнен аңлап, улар бөтәһе лә исламды ҡабул итә.

 

Улар Мәккәнән сығып барғанда, ҡаршыларына Әбүжәһил етәкселе-гендә бер төркөм ҡорайыштар килеп сыға. Улар нәфрәт менән мосафирҙарға ҡысҡыра: «Илаһтар һеҙгә үлем ебәрһен! Халҡығыҙ һеҙҙе был кешенең нимә тураһында һөйләгәнен белергә ебәргән. Ә һеҙ, уның һүҙҙәренә ышанып, үҙ динегеҙҙән ваз кискәнһегеҙ һәм уның динен ҡабул иткәнһегеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙ ғүмеребеҙҙә һеҙҙән дә ахмағыраҡ кешеләрҙе осратҡан булманы!»

Эфиоптар ҡорайыштарға аҡыллы яуап ҡайтара: «Әссәләмү ғәләйкүм, мәккәләр! Һеҙҙең үҙ динегеҙ, беҙҙең үҙебеҙҙең дин. Беҙ һеҙҙең наҙанлыҡ менән бәхәсләшергә йыйынмайбыҙ, һәм һеҙҙең хурлауығыҙ беҙҙең йөрәктәребеҙгә йүнәлгән ниғмәт-бәрәкәттәрҙең юлын быуа алмай». Ошондай һүҙҙәр менән улар үҙ илдәренә − Эфиопияға йүнәлә. Ҡөрьәндә был ваҡиғаға арналған аят бар.

 

Ҡайғылы йыл

 

Әбүталип һәм Хәҙисәнең (Хәдижәнең) вафаты

Өс йыл ҡорайыштарҙың ҡамауында булғандан һуң, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һынау артынан һынау килә. Уның Ҡасим һәм Абдуллаһ исемле улдары сабый саҡта уҡ үлеп китә. Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ﷺ түҙгеһеҙ һағышынан ҡаршыһындағы тауға өндәшә: «Әгәр минең өҫтөмә төшкәнде һиңә түҙергә (күтәрергә) тура килһә, һин емерелер инең», − ти. Һәм һәр ваҡыт Хәҙисәнең: «Эй Мөхәммәд, ҡайҙа беҙҙең улдарыбыҙ?» − тигән һорауына һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Улар − Ожмахта», − тип яуап биргән.

Яуыз телле мөшриктәр, Мөхәммәд ﷺ хәҙер нәҫелһеҙ ҡалды, тип һөйләй, уны «Сонтор» (Әбтар) тип атайҙар. Ошо ваҡытта Ғаләмдәр Раббыһынан аят төшә, унда Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ Ожмахта Кәүҫәр шишмәһе бүләк ителеүе тураһында әйтелә.

Пәйғәмбәрлек килгәндең унынсы йылы башланғанда, Әбүталип ауырып китә. Үлем хәлендә ятҡан бабаһының баш осонда тороп, Пәйғәмбәр уға инәлә: «Эй бабайым, «Ләә иләәһә илләллааһ» («Аллаһтан башҡа илаһ юҡ») тип әйт инде. Ошо һүҙҙәр бәрәкәтендә мин һине Аллаһ ҡаршыһында яҡлай аласаҡмын». Ләкин Пәйғәмбәр ﷺ күпме генә һорамаһын, Әбүталип, ата-бабалар диненән баш тарта алмайым, тип яуап бирә. Пәйғәмбәр ﷺ ҡайғырып: «Мин Аллаһу Тәғәләнән, Ул мине тыйғанға тиклем, һинең өсөн ғәфү һорауҙан туҡтамаясаҡмын», − ти.

Шулай итеп, Рәжәп айында ҡырҡ йыл Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ яҡлаусыһы булған, уны кафырҙарҙың золомонан ҡурсалап, һаҡлап торған хөрмәтле Әбүталип, ишетелерлек итеп шәһәҙәт әйтмәй, фани донъянан үтеп китә.

Ә уның артынан, ай ҙа биш көндән һуң, рамаҙан айында алтмыш биш йәшендә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һөйөклө ҡатыны, хаҡ мосолмандарҙың әсәһе Хәҙисә үлеп китә. Ул Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән, уға бөтөн яҡтан да ярҙам итеп, бөтә ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп, егерме биш йыл бергә йәшәй. Хәҙисә − Аллаһу Тәғәләнең Үҙенең Пәйғәмбәренә ﷺ биргән рәхмәттәренең береһе була. Пәйғәмбәр ﷺ: «Башҡалар кире ҡаҡҡанда, ул миңә иман килтерҙе. Башҡалар мине, алдаҡсы, тип хәбәр таратҡанда, ул минең һүҙҙәремә ышанды. Бүтәндәр миңә матди ярҙамдан баш тартҡанда, ул минән бер нимәһен дә ҡыҙғанманы. Аллаһ миңә тик унан ғына балалар бүләк итте», − тип тап уның тураһында әйтә.

Пәйғәмбәр ﷺ Хәҙисәне бик йыш ҡәҙерләп иҫкә ала. Аллаһтан уға мәрхәмәтле булыуын үтенә. Аллаһ уға шәфҡәтле була. Һәм Рәсүлуллаһ уның тураһында: «Үҙ заманында ҡатындар араһында иң яҡшыһы Ғимран ҡыҙы Мәрйәм була, ә минең өммәтемдә ҡатындарҙың иң яҡшыһы − Хәҙисә» − тип әйтә.

Ул йылды бер хәсрәтте икенсеһе алмаштырып торған, шуға күрә кешеләрҙе дингә саҡырыу ауырлашҡан. Шунлыҡтан Пәйғәмбәр ﷺ ул йылды «ҡайғылы йыл» тип атаған, һәм ул ошондай исем аҫтында ислам тарихына инеп ҡала.

Хәҙисәнең вафатынан бер ай үткәс, Пәйғәмбәр ﷺ Зәмғә ҡыҙы Сәүҙәгә өйләнә. Сәүҙә ире Әмр улы Суҡран менән Эфиопияға күсенеүсе тәүге мосолмандарҙан була. Мәккәгә күсеп ҡайтҡас, уның ире үлеп китә, һәм ул тол ҡала. Ғиддә мөҙҙәте үткәс, Аллаһ ихтыяры менән Пәйғәмбәр ﷺ Сәүҙәне ҡатынлыҡҡа ала.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...