Хаж ҡылыу әҙәбе

Хаж ҡылыу әҙәбе

Хаж ҡылыу әҙәбе

Хажға юлланғанда

  • Юлға алған килемең хәләл булырға тейеш
  • Башҡа юлсылар менән яҡшы мөғәмәләлә булыу
  • Юлдаштарға һәм артта тороп ҡалғандарға ярҙам итеү
  • Юлдаштар менән ризығың менән бүлешеү
  • Күркәм әхлаҡлы булыу
  • Матур һөйләшеү
  • Сиктән сыҡмай ғына шаярыу
  • Юлдаштарыңды күргәндә йылмайыу
  • Ҡәрҙәшең һөйләгәндә, уны тыңлау
  • Ауыр саҡтарҙа юлдаштар менән бәхәсләшмәү
  • Ҙур булмаған хаталарҙы һиҙмәҫкә тырышыу
  • Ярҙам алғас, шунда уҡ рәхмәт әйтеү
  • Ҡәрҙәштәреңде артыҡ күреү һәм уларға ярҙам итеү мөмкинлектәрен эҙләү

 

Ихрам1 хәлендә

  • Ғөсөл ҡойоноу
  • Ихрам таҙа булырға тейеш
  • Хуш еҫле майҙарҙы ҡулланыу
  • Ас булғандарға ярҙам итеү
  • «Ләббәйкә» доғаһын тулы күңелдән уҡыу
  • Уны ҡысҡырып уҡыу
  • Тауафты ихтирам менән ҡылыу
  • Сайҙы Аллаһ ризалығына ирешеү ниәте менән ҡылыу
  • Ғәрәфәлә Ҡиәмәт көндөң килеүен асыҡ рәүештә күргән кеүек тороу
  • Рәхмәт билдәһе тип Ҡәғбәгә карау
  • Сират күперенән үткән кеүек хушлашыу тауафын ҡылыу
  • Хаж йолаларын үтәп, Мәккәнән ҡайғырып, Ҡәғбәне тағы күреүҙе теләп ҡайтып китеү.

Мәккәгә кергәндә

  • Ихтирам менән ҡурсаулыҡҡа кереү
  • Зарығыу тойғоһо менән Мәккәгә ҡарау
  • Әл- Харам мәсетенә оло ихтирам менән ҡарау
  • Тәкбир һәм тәһлил2 әйтеп, Ҡәғбәгә ҡарау
  • Тауафты йыш ҡылыу
  • Хаж менән бергә ғөмрә ҡылыу
  • Бәйтуллаһҡа ихтирам менән кереү
  • Бәйтуллаһҡа кергәндән һуң, гөнаһтар өсөн даими ғәфү үтенеү

 

Мәҙинәгә кергәндә

  • Етди ҡиәфәттә һәм күңелеңдәге бер хозурлыҡ менән дини хөкөмдәр индерелгән һәм практикала ҡулланылған ҡалаға кереү
  • Аҙаҡ Пәйғәмбәрҙең (саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм) мәсетен һәм минбәрен барып күреү, уның бында намаҙ һәм хөтбә уҡығанын күҙ алдына килтереү
  • Пәйғәмбәрҙең (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм) ҡәберенә килгән саҡта, уның йөҙөңә ҡарап тороуын, һинең алдыңда ултырыуын күҙ алдына килтереү. Аҙаҡ уның менән шым ғына һөйләшеүеңде күҙ алдына баҫтырыу.
  • Башта Мөхәммәд пәйғәмбәргә (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм) сәләм бирергә, унан һуң Әбү Бәкергә һәм Ғүмәргә (радыйаллаһу ғәнһүмә), күрше-ләренә. Пәйғәмбәргә (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм) ҡарата уларҙың мөхәббәтен, бергә йөрөүҙәрен, бер- береһенә ихтирамлы ҡарашын, хәстәрлеген күҙ алдына килтереү. Ҡәберҙән киткәндә, арҡа менән боролмайынса, артҡа сигеү.

_____________________________________

1 Ихрам – үҙәнселекле хәл, уға кереп, мосолман хаж йәки ғөмрә ҡыла.

2 Тәхлил – «лә иләәһә иллә- Ллаһ» Аллаһтан башҡа иләһ юҡ) тигән һүҙҙәрҙе әйтеү.

 

Имам Әбү Хәмид әл Ғазалиҙың “Әҙәптәр” китабынан

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...