Әҙәптәр

Әҙәптәр

1. Шәрифтәрҙең әҙәптәре

  • Дәрәжәңде һаҡлау
  • Үҙеңдең нәҫелеңә килем сығанағы итеп ҡарамау һәм кешеләрҙең нәҫелеңә ихтирам күрһәтеүенән файҙа алырға тырышмау
  • Аллаһ ҡаршыһында тыйнаҡ булыу
  • Аллаһтан ҡурҡыу
  • Сығышыңдан түбән булғандарға яҡшы мөғәмәлә булыу
  • Үҙең менән бер дәрәжәлә булғандар менән улар кеүек булмау (йәғни яҡшыраҡ булыу)
  • Ғилеме буйынса үҙенә тиң йәки белеме юғарыраҡ булған кешеләр менән аралашҡанда, ғалимдарҙың өҫтөн булыуын хәтерләргә һәм хөрмәт менән ҡарарға
  • Фиҡһ һәм изге Ҡөрьән ғалимдары менән аралашҡанда, диндарыраҡ булғандар менән күберәк булыу
  • Әхлағыңды камиллаштырыу, йәғни үҙ-үҙеңде тәрбиәләү
  • Асыуланған ваҡытта һәм дуҫтар менән һөйләшкәндә һүҙҙәрҙе ентекләп һайлау
  • Ҡәрҙәштәреңде һыйлағанда йомарт булыу, бүләктәр биреү
  • Дин ҡәрҙәштәрең менән яҡшы мөғәмәләлә булыу
  • Туғандар менән бәйләнеш тотоу
  • Күршеләргә ярҙам итеү
  • Дуҫтарҙың хәлен белеү менән хөрмәт күрһәтеү

 

2. Йоҡо әҙәбе.

  • Йоҡо алдынан тәһәрәт алыу
  • Уң яҡҡа ятыу
  • Йоҡлап киткәнсе, Аллаһты иҫтә тотоу
  • Уянып торғас, доға уҡыу һәм Аллаһты маҡтау

 

3. Тәһәджүд әҙәбе

  • Әҙ ашарға һәм әҙ эсергә
  • Ғәйбәттәрҙән, ялғандарҙан һәм буш һөйләшеүҙәрҙән ҡасып, ваҡытыңды файҙалы ҡулланыу
  • Тыйылған нәмәгә ҡарамау
  • Намаҙҙы ҡалдырҙым, тигән ҡурҡыу менән уяныу
  • Тәһәрәтте һәйбәтләп алыу
  • Күктәге яҡтыртҡыстарҙы күҙәтеү (Ғәләм төҙөлөшө тураһында фекерләү)
  • Доға уҡыу
  • Намаҙ ҡылған ваҡытта аяттарҙың мәғәнәһенә иғтибарлы булыу.

 

4. Тәбиғи ихтыяждарҙы үтәү әҙәптәре

  • Бәҙрәфкә керер алдынан “Әғүҙү-бисмилләһ”те әйтеү
  • Ултырған ваҡытта, кейемде яйлап ҡына төшөрөү
  • Бысраҡ урындарҙы йыуыу
  • Бәҙрәфтән сығыр алдынан оят ерҙәрен ҡаплау
  • Бәҙрәфтән сыҡҡас, Аллаһты маҡтау

 

5. Мунса инеү әҙәптәре.

  • Енси ағзаларҙы ҡаплау
  • Башҡа кешеләрҙең енси ағзаларына ҡарамау
  • Аулаҡ урын табыу
  • Һөйләшмәү
  • Алан-йолан ҡаранмау
  • Иҫәнләшмәү
  • Мунсала оҙаҡ булмау
  • Мунсаға инер алдынан джөнөб хәленән ҡотолоу өсөн йыуыныу
  • Мунсанан сығыр алдынан аяҡтарҙы һыуыҡ һыу менән йыуыу (баш ауыртыуын баҫа)

 

6. Тәһәрәт һәм башҡа таҙарыныуҙың әҙәбе

 

  • Мисүәк ҡулланыу
  • Билдәле ағзаларҙы йыуған ваҡытта доға ҡылыу
  • Ҡылған гөнаһтар өсөн ғәфү үтенеү
  • Тәһәрәт алғандан һуң намаҙға тиклем һөйләшмәү
  • Тәһәрәтле булған хәлдә тағы тәһәрәт алыу йәғни тәһәрәт яңыртыу
  • Мыйыҡты ҡыҫҡартыу
  • Ҡырыныу, таҙарыныу
  • Тырнаҡ алыу
  • Бармаҡ араларын йыуыу
  • Танау эсен йыуыу
  • Кейемде һәм тәнде таҙартыу

 

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...