Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Изге Ҡөрьәндә Ғайса пәйғәмбәрҙең ергә икенсегә килеүенә айырым иғтибар бүленгән һәм был бик мөһим урын алып тора, сөнки уның ғүмеренең икенсе этабы ҙур әһәмиәткә эйә.

Ғайсаныңҡайһы ергә төшөүе буйынса ике төрлө фараз бар. Беренсеһе (күпселек фекер) – ул Дамаск ҡалаһының көньяҡкөнбайышында урынлашҡан Омеядтарҙың мәсет манараһына төшәсәк. Икенсе фараз буйынса, уның ергә ҡайтыу урыны – Палестиналағы «Әл-Аҡса» мәсете буласаҡ.

Ғалимдар фекеренсә, Ғайса пәйғәмбәрикенсе тапҡыр ергә Дәжжәл менән мосолмандар араһында буласаҡ һуғыш алдынан киләсәк. Ул хәл мосолмандар һуғышҡа сығыр көндө таң менән, иртәнге намаҙ ваҡытында булыр тиелгән. Жәбир ибне Ғабдуллаһ әл-Ансари әйтеүенсә, Мөхәммәд пәйғәмбәр, Дәжжәлдең ҡотҡоһо тураһында һөйләгәндә, былай тигән: «Шунан Ғайсатөшөр һәм сәхәр ваҡытында кешеләрҙе өндәр: «Эй кешеләр, ул ҡәбәхәт алдаҡсы Дәжжәлгә ҡаршы сығыр өсөн һеҙгә нимә ҡамасаулай?». Кешеләр уға: «Был Дәжжәл әҙәмгә оҡшамаған, ул ен һымаҡ», – тип яуап бирер.Шунан улар Мәрйәм улы Ғайсаныңартынан эйәрер. Шул ваҡытта ҡәмәт ишетелер. Ғайсағанамаҙҙа имам урынында булырға тәҡдим итерҙәр. Ғайса пәйғәмбәрбаш тартып: «Һеҙҙең имамығыҙ (Мәһди), алға сығып, намаҙҙы алып барһын», - тип әйтер ҙә, беренсе рәткә баҫып, ҡалғандар менән бергә имам Мәһди артынан намаҙ уҡыр. Аҙаҡ улар бергәләп яуға ҡуҙғалыр. Дәжжәл, Ғайсаныкүреп, ҡаушап ҡалыр, артҡа сигенә башлар һәм, һыуҙа ирегән тоҙ һымаҡ, ҡурҡышынан ҡойолоп төшөр» (Әхмәд).

Шунан Ғайсаимам Мәһди менән бергә Дәжжәл артынан барыр. Уны Рамлат эргәһендәге Лудд тигән ерҙә ҡыуып етерҙәр һәм шунда Ғайса пәйғәмбәрДәжжәлде һөңгөһө менән сәнсеп үлтерер. Был турала Рәсүлебеҙҙең e хәҙисе бар. «Мәрйәм улы ҒайсаЛудд ҡапҡалары янында Дәжжәлде үлтерер (Әхмәд)». Хәҙистең икенсе версияһында: «Күҙ асып йомғансы бар кафырҙар ҡыйратылыр, һәм Ғайсауны (Дәжжәлде) Лудд ҡапҡалары янында ҡыуып етер (Мөслим)», – тип әйтелә. Имам Нәүәүи фекеренсә, был урын Шәмдә (бында Сирия, Иордания, Палестина дәүләттәренең ерҙәре инә) урынлашҡан. Дәжжәлдең үлеме менән кешелек донъяһында быға тиклем булмаған, ҙур, ҡурҡыныс фетнә тамамланасаҡ. Шунан бөтөн донъяла матур тормош башланыр, бар ерҙә ғәҙеллек һәм тәртип урынлашыр. Үҙ-ара талаш, ыҙғыш бөтөр. Шул ваҡыт арауығында Аллаһу Тәғәләнең тәҡдире менән имам Мәһди был донъянан китер. Ғайса пәйғәмбәруны, йыназа намаҙы уҡып, Бәйт әл-Мөҡәддәстә (Палестина) ерләр.

Ғайса рәсүлдең e ергә икенсегә килеүе кешелектең тағы бер бәләнән – Йәжүж һәм Мәжүж сиреүе һөжүменән – ҡотолоуына ла сәбәпсе буласаҡ. Был имәнес халыҡ, береһе өҫтөнә береһе ҡолап, бөтәһе лә бер ваҡытта йән биреп бөтәсәк. Ғайса пәйғәмбәрүҙенең ғәскәре менән Тура Сайна тауынан ергә төшкәндә, уларҙың үләкһә еҫе бөтөн ергә тарған булыр. Шул саҡта, Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, бер өйөр ҡош килеп, уларҙың серегән кәүҙәләрен диңгеҙгә ташлар. Шунан һуң, Аллаһтың шифалы ямғыры яуып, бөтөн ерҙе таҙартҡас, донъя элекке хәленә ҡайтыр.

Ғайса пәйғәмбәрҙеңАллаһу Тәғәләгә ҡылған доғаһы арҡаһында бөтөн ғаләм бәләнән ҡотолор. Аҙаҡ ул донъя менән идара итә башлар, һәр ерҙә ғәҙеллек урынлашыр. Хужалыҡ сәскә атыр, халыҡ байыр, баҫыуҙарҙа, баҡсаларҙа мул уңыш булыр, хатта бер виноград тәлгәше менән генә бер нисә кеше туя алыр. Төҙөлөш индустрияһы ныҡ үҫешәсәк. Бер генә емерек бина ла ҡалмаясаҡ.

Ибне Ғәббәстән еткерелгән сахих (ышаныслы, шикһеҙ) бер хәҙистә әйтелеүенсә, Ғайса пәйғәмбәр30 йәштәр тирәһендә (Тәүратта, йәғни Библияла – 33 йәштә) күккә күтәрелгән, ергә яңынан төшкәс, тағы ла ҡырҡ йыл самаһы йәшәйәсәк. Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса пәйғәмбәрөйләнәсәк, ике балаһы тыуасаҡ. Ғайсавафат булғас, уны Мәҙинә ҡалаһында, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең e ҡәбере янында, уның өсөн махсус әҙерләнгән урында ерләйәсәктәр. Шунан һуң был донъяла бер лайыҡлы нәмә лә ҡалмаясаҡ, тәҡүәле, саф кешеләр ҙә был донъянан китеп бөтөр. Аллаһу Тәғәлә ҡушыуы буйынса, ҡояш көнбайыштан сығыр, шул саҡта кешеләр тәүбәгә килә башлар, әммә Хоҙай уларҙы ҡабул итмәҫ, сөнки тәүбә ҡапҡалары ябылыр.

(Дауамы бар)

ӘҘИЛ ИБРАҺИМОВ

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...