Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Шәмгә сәйәхәт һәм Бахира менән осрашыу

 

Бер ваҡыт Әбүталип карауан менән Шәмгә барырға йыйына. Юлға сығыр алдынан ун ике йәшлек Мөхәммәд ﷺ бабаһынан айырылғыһы килмәй, уға ныҡ итеп һыйына. Әбүталип малайҙы йәлләй һәм үҙе менән алырға була. Ҡорайыштар, Шәм ғәрәптәренең баш ҡалаһы Бусраға барып еткәс, ҡунырға христиандарҙың монастыры янында туҡтайҙар. Был монастырҙа христиандарҙың ҙур ғилем эйәһе Бахира исемле монах хеҙмәт иткән була.

 

Быға тиклем монах үткенсе карауандарға иғтибар итмәгән була. Әммә был юлы күктә ҡорайыштарҙың карауанын оҙата барыусы сәйер болот уның иғтибарын йәлеп итә. Ғәжәпләнгән монах карауансыларҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Йәһүдтәрҙең һәм христиандарҙың изге яҙмаларын өйрәнеүсе Бахира һуңғы пәйғәмбәрҙең килер мәле яҡынайғанын белә. Болоттоң монастырь стенаһы янында туҡтағанын күреп, ҡунаҡтарҙан: «Карауан янында берәйһен ҡалдырманығыҙмы?» − тип һорай. Ҡорайыштар, дөйәләрҙе ҡарап торорға тип, бер малайҙы ҡалдырыуҙарын әйтә. Бахира малайҙы саҡырырға ҡуша.

Мөхәммәд ﷺ килгәс, Бахира уға: «Һеҙҙең табынған һынташтарығыҙ (боттар) әл-Ләттә һәм әл-Ғүзза хаҡына минең бер һорауыма яуап бир», − ти. Ләкин буласаҡ пәйғәмбәр ﷺ, донъяла иң күрә алмағаным − шул боттар, тигән. Шунда монах: «Улай булғас, Аллаһ хаҡы өсөн яуап бир», − тигән. Мөхәммәд ﷺ ризалашҡан. Бахира унан оҙаҡ ҡына һорашҡандан һуң, Әбүталиптан: «Был малай һинең кемең?», − тип һораған. «Улым», − тигән Әбүталип. «Уның атаһы бумаҫҡа тейеш», − тигән монах. Әбүталип малайҙың ағаһының улы икәнлеген әйткән. Бахира, Мөхәммәдкә ﷺ ҡарап, уның йәһүдтәрҙең һәм христиандарҙың изге китаптарында әйтелгән һуңғы пәйғәмбәр булыуын әйтә. Әбүталип быны ҡайҙан белеүен һорай. Монах: «Һеҙ Бусраға килеп ингәс, бөтә таштар, ағастар һәм башҡа үҫемлектәр ергә тиклем эйелде. Бындай күренеш − пәйғәмбәрҙәр янында ғына була торған билдә», − тигән.

Шунан монах, тағы ла бер билдә бар, ти һәм Мөхәммәдтән ﷺ арҡаһындағы пәйғәмбәр мөһөрөн күрһәтеүен һорай, ул һул яурыныңдан аҫтараҡ булырға тейеш, ти. Мисәтте күргәс, Бахира, уның алдында буласаҡ ысын пәйғәмбәр ﷺ тороуына тамам инанып, Мөхәммәдте ﷺ үбә. Ҡарт монах ҡорайшиттар алдында малайҙың Аллаһу Тәғәләнең Илсеһе буласағына шаһитлыҡ ҡыла.

Әбүталипҡа ул малайҙы Шәмгә йөрөтмәҫкә кәңәш итә. Бахира, йәһүдтәр Мөхәммәд ﷺ тураһында белеп ҡалып, уға зыян ҡылыуҙарынан ҡурҡа.

Әбүталип, Шәмдә сауҙа эштәрен тиҙ арала тамамлап, Мөхәммәд ﷺ менән Мәккәгә әйләнеп ҡайта.

Ошо хәлдән һуң Әбүталипҡа Мөхәммәд ﷺ тағы ла ҡәҙерлерәк булып китә.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...