Яулыҡ ябыныу – Аллаһ әмере!

Яулыҡ ябыныу – Аллаһ әмере!

Красноусол Үҙәк мәсетендә бөтә донъя хижәп көнөнә матур сара ойошторолдо. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн хижәп ябай ғына кейем түгел, ул – Аллаһтың әмере, Бөйөк Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыу, беҙҙең йәшәү мәғәнәһе, рәүеше икәнен аңлатыу, мосолманса кейемгә ҡарата ихтирам, иғтибар уятыу, ҡыҙыҡһындырыу, дәғүәт эшләү маҡсатында үткәрелде ул.

 

Һуңғы ваҡыттарҙа хижәп темаһына әленән-әле бәхәстәр ҡубып тора. Кемдер, беҙҙең әбейҙәр былай кейенмәгән, тип бәйләнә, кемдер, иман йөрәктә булһа етә, кейенеп, маһайып йөрөмәһәң дә, тип бәхәсләшә. Әлхәмдүлилләһ, беҙҙең күңелгә Аллаһ аңлау һалған, тура юлды күрһәтеп, иман ниғмәте менән бүләкләгән, шуға ла бындай һүҙҙәргә иғтибар итмәй, шатланып, ғорурланып Аллаһ ҡушҡанса кейенеп йөрөйбөҙ. Аллаһ Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Эй Пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарың, ҡыҙҙарыңа һәм иман килтергән кешеләрҙең ҡатын-ҡыҙҙарына әйт: улар бөркәнсектәрен өҫтәренә япһын, кешенән танытмаҫ, рәнйеттермәҫ өсөн был уларҙың үҙҙәренә яҡшы. Аллаһ – Ярлыҡаусы, Рәхимле», – ти. (33:59)

Сарала мәсетебеҙҙә уҡып йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙ әсәләре, өләсәйҙәре менән үҙ-ара көс һынашты. Улар барыһы ла матур итеп, шәриғәт ҡушҡанса кейенеп килгән ине. Йәмғеһе ете пар ҡатнашты: Кәримова Лилиә ҡыҙы Карина, ейәнсәре Самира менән, Каримова Илгиҙә һәм ҡыҙы Ильвина, Исмаилова Светлана һәм ҡыҙы Асель, Кәримова Алина һәм ҡыҙы Арина, Ғәлиева Флүрә һәм ҡыҙы Айһылыу, Әбйәлилова Ләйсән һәм ҡыҙы Самира, Нәзирова Ләйсән ҡыҙы Айсель менән. Улар, үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, төрлө конкурста көс һынаштылар. Әсәйҙәр яулыҡ-палантин бәйләү, емеш-еләктәр турап, биҙәү буйынса көс һынаштылар, ҡыҙҙар иһә «Минең әсәйем хижәптә» тигән һүрәт эшләне, салфеткаларҙы бөкләү буйынса ярышты. Мосолман ғаиләһендә лә төрлө ваҡиғалар булып тора, балалар үҫтергән әсәйҙәргә төрлө ауыр хәлдәрҙе лә еңел итеп үткәрә белеү мөһим, шуға уларға төрлө сетерекле мәсьәләләр бирелде, әсәйҙәр ҡыҙҙары менән уларҙы сисеү юлдарын эҙләне. Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, Ғаләмдәр хужаһы ярҙамы менән, дин күҙлегенән унан сығыу юлдарын табыуы еңел икәнлеген, балаларыбыҙға бәләкәйҙән үк хәләл-харам төшөнсәләрен аңлатыу мөһим икәнлеген тағы бер иҫбатланылар. Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәлә бар әйберҙе хикмәт менән яратҡан. Үҫемлектәр, емеш-еләктәр миҫалын сағыштырып киткәндән һуң, «хижәп ниндәй булырға те-йеш?» тигән һорауға ла яуап табылды. Бәләкәй мөслимәләребеҙгә замана модаларына ниндәй ҡарашта булырға, нисек Раббыбыҙ ҡуйған сиктәр аша сыҡмаҫҡа кәрәклеге хаҡында әйтелде. Иң матур биҙәк – күркәм холоҡ икәнлеге аңлатылды. Байрам ярыш формаһында барһа ла, ҡатнашыусылар ғәжәп тыныс, бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә, берҙәмлек һәм татыулыҡ атмосфераһында көс һынашты. Йәнле бәйгене баһалама ағзалары: Ғафури районы мөслимәләр берләшмәһе етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы, уҡытыусыларыбыҙ Әлмира Әсҡәт ҡыҙы, Нәфисә-Әминә Миниәхмәт ҡыҙы тикшереп барҙы, әммә бәйге аҙағында улар, ҡатнашыусыларҙы айырмай, барыһына юғары баһа ҡуйҙылар һәм конкурсанттарҙың бөтәһен дә хаҡлы рәүештә еңеүсе тип иғлан иттеләр. Сара барышында Әлиә Ринат ҡыҙы – Зөлфиә Ханнанованың, Гәүһәр Хәйрулла ҡыҙы Айһылыу Ғәрифуллинаның яулыҡ тураһында шиғырҙарын уҡынылар, балалар ҙа шиғыр, йыр менән сығыш яһаны. Оло йәштәге апайҙарыбыҙ, йәш әсәйҙәр үҙҙәренең хижәп кейеү тарихын һөйләп үтте. Остаздарыбыҙ Ғафури районында дин күтәрелеүгә күп көс һалған, әлеге ваҡытта Бөтөн донъя әхлаҡ мәктәбен етәкләгән Фатима Ғәбделхалик ҡыҙын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала шулай уҡ «Өмөт нуры» инвалид балаларҙы яҡлау фонды етәксеһе Ләйсән Ислам ҡыҙы үҙҙәре эшләгән башкорт биҙәүестәре, ҡул эштәренән торған күргәҙмә алып килде, шулай уҡ алыш-биреш йәрминкәһе ойошторолдо. Сара аҙағында тәмле былау менән һыйланып, намаҙҙар уҡып таралыштыҡ. Шулай уҡ әйтеп үтке килә: район күләмендә үткәрелгән күп сараларҙа беҙҙең «Диниә» мөслимәләр клубы яулыҡ бәйләү буйынса йыл дауамында күп тапҡыр мастер-кластар күрһәтте. Башҡа милләт, башҡа дин ҡатындары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу, теләк менән мосолман хижәбен кейеп ҡараны. Был – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, сөнки яулыҡ – ябай ғына сепрәк түгел. Ул – беҙҙең йәшәү рәүеше, Аллаһ әмерен үтәүебеҙ. Беҙгә ҡарап ҡына ла, бер ҡатын дингә килһә, Аллаһҡа яҡынайһа, ҙур сауапҡа ирешербеҙ, иң шәә Аллаһ. Аллаһ беҙҙең барыбыҙға ла тәүфиҡ-һиҙәйәт, ике донъя бәхете бирһен, эштәребеҙҙе ҡабул итһен, әлхәмдүлилләһи Раббил Ғәәләмииин.

 

 

Айгөл Кәлимуллина,

Ғафури районы

Илгиҙә һәм Ильвина Кәримовалар

Яулыҡ ябыныу буйынса оҫталыҡ дәресе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...